АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
15 Октября , 05:25

НУРҘАН ҮРЕЛГӘН ЯҘМЫШ

АПАЙ... Туғанлыҡты, ололауҙы белдереп әйтелгән был һүҙ оло мәғәнәгә эйә.

Добавить в предпочтительные источники Google
НУРҘАН ҮРЕЛГӘН ЯҘМЫШНУРҘАН ҮРЕЛГӘН ЯҘМЫШ
НУРҘАН ҮРЕЛГӘН ЯҘМЫШ

АПАЙ..
Туғанлыҡты, ололауҙы
белдереп әйтелгән был һүҙ оло мәғәнәгә эйә.
Бала саҡта ла, йәшлек йылдарымда ла гелән апайлыларға көнләштем: их, минең дә бер туған апайым булһа ине. Бәләкәйерәк саҡта: «Сәсемде апайым үрҙе, был таҫма йә биҙәүесте апайым алып ҡайтты»,—тиһәләр, һуңыраҡ һикәлтәле тормош юлдарында яҙа баҫып, «тәртәнән сығып киткән саҡтарҙа (берәү ҙә хатанан азат түгел) «ауыҙлыҡлап», тәртә араһына индереп ҡуйырлыҡ апайым булһа...»,—тип уйлаған саҡтар була торғайны.
Яҡын туғандарым араһында апайҙарым һирәк. Шул һирәктәр араһында ынйы бөртөгөндәй, исеме есеменә тап килеп , нур сәсеп торған бер апайым бар—Нурия.
1951 йылдың йәй менән көҙ миҙгелдәренең алмашынған сыуаҡ көнөндә Йылайыр районының Йомағужа ауылында Фәтхиә инәйем менән Зөдөлхаҡ олатайымдың ғаиләһенә нур, доньяларына ҡот булып тыуған ул. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Зөдөлхаҡ олатай яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған ҡустыһы Исхаҡтың кәләше Фәтхиәне, өс балаһын етем иткеһе, яттарға ҡалдырғыһы килмәй, килененә өйләнергә ҡарар итә.
Тыныс күңелле, йомшаҡ фиғелле инәй менән матур донья көтә улар.
Кеше биографияһын яҙыуҙы өнәп етмәйем, шуға апайымдың ете тиҫтәнән ашыу үтелгән ғүмер юлына, тәҡдиренә яҙылған яҙмышына ғына бер аҙ байҡау яһап алырға булдым.
Ысын мәғәнәһендә нурҙан ғына тора ул беҙҙең апай. Урта мәктәпте тамамлағас, медицина хеҙмәткәрҙәренең етешмәүе арҡаһында, Йылайырҙа асылған «Шәфҡәт туташтары әҙерләү» курсында уҡып сыға һәм тыуған ауылына ҡайта. Икенсе ауылдарға ла бара ала ине, әммә нәҡ шул йылдарҙа әсәһе яман сиргә дусар була. Әсәһенең: «Мин ауырыйым бит, балам, үҙебеҙгә ҡайт»,—тигән һүҙҙәрен йыҡмай, ауылда эш башлай, әсәһен һуңғы көндәренә тиклем тәрбиәләп, ҡәҙерләп ҡарай. Ауылдаштарына йән-тән дауаһы өләшеп, яратып башҡара ул үҙ эшен. Яҙмышмы, тәҡдирме—әсәйҙе юғалтыу ҡайғыһынан доньялар ҡараңғыланып ҡалғанда юлында ғүмерлек йәре булырҙай буласаҡ ире Басир Мәҡсүтовты осрата.
—Бер күрешеүҙән бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡмы, әллә күктәрҙә Хаҡ Тәғәлә тарафынан инселәнеп, бер-беребеҙгә хәләл пар итеп яратылғанбыҙмы—ике-өс тапҡыр осрашып һөйләштек тә өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Басир: «Алтын тауҙар вәғәҙә итмәйем, әммә хур итмәм»,—тигәс, атай ҙа риза булды. Ул йылдарҙа, етмәһә, үҙемдең бер туған һеңлем, ике ҡустым һәм ағайым менән еңгәйем дә ғаиләһе менән беҙҙә йәшәй ине. Эйәле-башлы булһын тигәндер инде атай ҙа,— тип хәтирәләрен яңырта ул.
Егет һүҙе бер булғандыр, ысынлап та, хур итмәгән, нур иткән еҙнәйебеҙ Нурияһын. Тормош көтөү—йылға кисеү түгел. Аҡлы-ҡаралы тормоштоң шатлыҡ-ҡыуаныстарын да, әсе-сөсөһөн дә бергә татып, бергә кисереп йәшәп китәләр. Туғыҙ йыл бейеме менән бергә йәшәп, уны ла һуңғы көндәренә тиклем, ҡәҙер-хөрмәт итеп, бәхиллек алып ҡала Нурия апай. Әйткәндәй, уларҙың бергәләп, тормош тигән оло үҙәндән, иңдәрен иңгә ҡуйып, бер тән, бер йән булып, бөртөкләп йыйған доньяларын гөл итеп, күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәүҙәренә лә—55 йыл!
Тормоштоң асылын, доньяның фанилығын аңлап йәшәгәнгә лә, 55 йыл ғүмерҙәре заяға үтмәгән, тиер инем. Өс баһадирҙай улдар үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, өйләндереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн улар өс ейәнсәргә, дүрт ейәнгә яратҡан ҡартатай һәм өләсәй. Көткән доньяларына ла бөхтәлек, ҡот индереп йәшәй Мәҡсүтовтар.
Совет заманында колхоз-совхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағында ғаилә башлығы Басир Сәитбаттал улы ауыл хужалығында етәксе вазифаларҙа тырышып эшләй, Нурия Зөдөлхаҡ ҡыҙы иһә тәүҙә Сәлим ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында—фельдшер, һуңынан Матрай участка дауаханаһында лаборант булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Нурия апайым бала саҡтан күңеле түрендә актриса булыу хыялын йөрөтә. Тик уны ғәмәлгә ашырыу форсаты булмай. Әммә яҙмышын сәхнәгә бәйләргә тура килмәһә лә бар булмышы менән бөгөн дә сәхнә кешеһе ул. Йәшлек йылдарында Йомағужа ауылы йәштәре менән тәүге тапҡыр Ә.Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһы буйынса ҡуйған спектаклдән башланған сәхнә юлына әле лә «туҙан төшөрмәй».
Нисә йылдар инде Матрай ауылы
мәҙәниәт йорто эргәһендә ойош-торолған «Илһам» халыҡ театрының әллә күпме образдар тыуҙырған һәүәҫкәр артисы ул. Режиссер биргән ролдәрҙе ныҡышмалылыҡ менән, һәр образдың кисерештәрен үҙенең күңеле аша үткәреп уйнарға тырыша.
—«Сәнғәт ене» минән Басирға ла ҡағылды. Хәҙер ғаилә темаһына ҡағылышлы спектаклдәрҙә парлы ролдәрҙә бергәләп уйнайбыҙ. Өйҙә лә репетиция яһап, шул образдар доньяһында йәшәй башлайбыҙ,—ти Нурия апай.
Мәҡсүтовтар ике тапҡыр «Таштүре» бейеү ансамбле менән «Байыҡ» телевизион-бейеү конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулап ҡайтты. Бынан тыш Нурия Зөдөлхаҡ ҡыҙы—«Хазина» ағинәйҙәр төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы ла. Бер әңгәмәләшеү мәлендә апайҙың тағы бер «серен»—димселек һәләте барлығын астым. Үҙе әйтмешләй, күберәк хәләл парҙарын юғалтып, яңғыҙ ҡалғандар мөрәжәғәт итә. «Кәңәш һорап килһәләр, яйын табырға тырышам. Бер-береһенә холоҡтары тап килеп, йәшәп китерҙәй, аҡыллы, иманлы булғандарҙы димләргә тырышам. Ысын мәғәнәһендә димсе түгелмен, шулай ҙа ярҙам итеп ебәрәм, парлы ғүмер насип итһен һәр кемеһенә лә. Матур йәшәп китһәләр—үҙе ҡыуаныс»,—ти ул. Эйе, димселек еңел түгел, юҡҡа ғына «димсе диңгеҙ кисерә» тип әйтмәйҙәрҙер. Бәғзе берәүҙәрҙең яңғыҙлыҡтан өшөгән йәндәренә йылы нур өҫтәп, парлаштырып, «бәхет ҡапҡаларына» илткән изге ғәмәленә «афарин!» тиергә генә ҡала.
Тәбиғәт үҙен килешле төҫ-ҡиәфәттән дә мәхрүм итмәгән, егәрлелек, ныҡышмалылыҡ, туған йәнлелек кеүек сифаттарҙы ла йәлләмәгән. Кеше хәленә инә белгән, оло йөрәкле, сабыр холоҡло, исеме есеменә тап килеп торған, үҙ яҙмышын үҙе нурға күмеп йәшәгән Нурия апайым менән ғорурланам да, һоҡланам да!
Ағын һыуҙай йылдар үткән дә киткән. Йәшәү мәғәнәһе тураһында һорағас, икеләнеп тә торманы: «Етмеш биш йәш аҙ ғүмер түгел, Аллаға шөкөр итәм. Тормошомда осраған уңыштарым да, һынауҙарым да, яныу-көйөүҙәрем дә— бөтәһе лә үҙемдеке, барыһы ла—йөрәгемдә. Берәүгә лә үпкәм юҡ. Бөгөнгө көндә лә йәшәүемдең төп мәғәнәһе: әсәй-атай тип өҙөлөп торған балаларым, ошо кескәй генә доньям, матди байлыҡтан рухи байлыҡ, һаулыҡ ҡәҙерле минең өсөн»,—тине. Ҡыҫҡаһы, яҙмышына риза булып, уфтанмай, һәр төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булып, ғүмер йомғағын һүтә Нурия апай.
Хаҡлы ялдабыҙ, тип өйҙә генә ятмай Нурия Зөдөлхаҡ ҡыҙы һәм Басир Сәитбаттал улы. Ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәйҙәр: МХО-лағы егеттәребеҙгә ярҙам итһендәрме, һәр төрлө акция, фестивалдәрҙә һәм башҡа сараларҙа ҡатнашһындармы—гел бергә. Ауыл халҡы араһында ҙур ихтирам ҡаҙанып йәшәү—үҙе бәхет.
Мәҡәләм һуңында шуға иғтибар иттем: һүҙ башым «апайыма мәҙхиә» булһа ла яҙыу барышында Нурия исеме эргәһенә Басир килә лә «ҡыҫыла». Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки улар бер бөтөндөң ике яртыһы, үҙҙәренә тәғәйен «тормош йөгөн» бер мисәүгә егелеп тартҡан парлы заттар.
Йәшлектәге тормоштоң ярһыу тулҡындары күптән ярҙарына ҡайт-ҡан. Ғүмер календарында—«әбейҙәр сыуағы». Бөгөн улар, ҡулға-ҡул тотоноп, тормош тауының «илле бишенсе баҫҡысына» менгәндәр! Шул уңайҙан уларға изге теләктәремде лә юллайым: апай, еҙнәй! Алда парлап үтер тормош юлығыҙ оҙон, бәрәкәтле булһын ! Киләсәктә ғүмер көҙөгөҙҙөң «әбейҙәр сыуағына» иҙерәп, дәрт-
дарманығыҙҙы һүндермәй, һаман да бөгөнгөләй тормоштан йәм, тәм табып, ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙҙең сауаптарын алып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!

 


Әлфиә Батисова.
Йылайыр районы Байғужа ауылы.

НУРҘАН ҮРЕЛГӘН ЯҘМЫШ
НУРҘАН ҮРЕЛГӘН ЯҘМЫШ
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас