Замандаш
8 Октября , 05:35

Йәш һәм матур ғаилә

Йылайырҙан сыҡҡан матур ғаилә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш һәм матур ғаиләЙәш һәм матур ғаилә
Йәш һәм матур ғаилә

Йылайыр егете Руслан Рәшит улы Хәбибуллин Урман министрлығында эшләй — урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеген етәкләй. Был һөнәргә һөйөү уға ата-бабаларынан күскән: олатаһы ла урмансы булған. Руслан Хәбибуллин урман хужалығы техникумын, артынса аграр университетты тамамлап, үҙенең хеҙмәт юлын Йылайыр урман хужалығында башлаған.

Яуаплы эшенән ҡайтыуына өйҙә уны «ҡыҙҙар батшалығы» ҡаршы ала: һөйөклө ҡатыны Лилиә һәм дүрт ҡыҙы.

Лилиә — Ҡашҡар ауылы ҡыҙы, ғаилә усағының йәме. Өйҙәге йылылыҡ, уңайлыҡ һәм балаларҙы тәрбиәләү тулыһынса уның иңендә. Өлкән ҡыҙҙары, 13 йәшлек Камелия — әсәһенең төп ярҙамсыһы. Ул йырлай, гитарала уйнай һәм кесе һеңлеләрен ҡараша. Уртансылары Жасмин — бик әүҙем һәм ижади ҡыҙ, бейеү менән мауыға. Ә күптән түгел генә ғаиләлә игеҙәк ҡыҙҙар — Айлин менән Алиса донъяға килгән.

Күп балалы, матур Хәбибуллиндар ғаиләһенә именлек теләйбеҙ!

 

 

Сығанаҡ: Урман хужалығының «Бәйләнештә» төркөмө

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас