Замандаш
8 Октября , 04:15

Данилға ярҙам күрһәтелде

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалында инвалид коляскаһы һәм адаптив кейемдәр тапшырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Данилға ярҙам күрһәтелдеДанилға ярҙам күрһәтелде
Данилға ярҙам күрһәтелде

 

 

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондынан махсус функциялы инвалид коляскаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Йылайыр районы егете Данил Ҡыуандыҡов алды.

Данил Ватанды һаҡлау ҡарарын үҙе ҡабул иткән. 2024 йылдың 31 авгусында ул Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Декабрҙә Селидово янында яугир ауыр йәрәхәтләнә. Атыш мәлендә «Баба Яга» дроны бомба ташлай—ярсыҡтар тәне аша үтә, аяҡтары ныҡ зыян күрә. Данил, хәленсә бәйләнеп, бер аҙна ятҡандан һуң, ете саҡрым шыуышып, үҙҙәренә барып етә. Ауыр йәрәхәт арҡаһында күреү һәләте насарая, ә аяҡтарын ампутацияларға тура килә. Данил «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

«Минең өсөн бындай коляска алыу—ҙур шатлыҡ. Был хәрәкәт итеү еңелерәк буласаҡ, бер кемде лә борсомаясаҡмын тигән һүҙ. Ошондай ярҙам өсөн дәүләт фондына рәхмәт белдерәм»,—тип шатлығы менән уртаҡлаша Данил Ҡыуандыҡов.

Шул уҡ көндө өс ветеранға адаптив кейемдәр тапшырылды.

Техник саралар ветерандарға әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, эшләргә һәм хатта хеҙмәтте дауам итергә ярҙам итә. Әммә иң мөһиме—улар үҙҙәренең онотолмағанын тоя. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү һәм тыныс тормошҡа ҡайтыу мөмкинлеге—былар барыһы ла яугирҙәребеҙ өсөн ҙур терәк.

 


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас