

Бөгөн ул халыҡ медицинаһы серҙәренә төшөнөп, кешеләргә шифа өләшә. Массаж, һөлөк менән дауалау, хиджама һәм ҡот ҡойоу менән шөғөлләнә.
—Элек әсәй-өләсәйҙәребеҙ ошо ысулдар менән дауалана ине, мин уларҙы күреп үҫтем. Йылдар үтеү менән был ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыныуым артты, өйрәндем һәм хәҙер үҙем дә кешеләрҙе ҡабул итәм,—тип һөйләй ул.
Зөлфиә апайҙың күҙә-теүенсә, бөгөнгө заманда кешеләрҙең нервы системаһы бик ҡаҡшаған. Стресс, төшөнкөлөк, йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланғандар, ҡурҡыу-ҙан йонсоған балалар уға ярҙам һорап килә. Ул һәр кемдең хәленә инеп, үҙенең йылы һүҙе һәм шифалы ҡулдары менән дауалай.
—Хәлдәре яҡшырып, ҡыуанып, аҙаҡ рәхмәт белдерһәләр, кәйефем күтәрелә. Ярҙамым бушҡа булмауына һөйөнәм,—ти ул.
Зөлфиә Сәлимйән ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Байыш ауылынан. Сибай медицина училищеһын тамамлаған.
Тормош иптәше Әсҡәт Әхәт улы менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары ла үҙ юлдарын табып, инженер һәм юрист һөнәрҙәрен алып, ғаилә ҡороп матур йәшәйҙәр. Бөгөн Иҙрисовтар ғаиләһе ике ейәненең, бер ейәнсәрҙәренең уңыштары-на ҡуанып, татыу ғүмер кисерә.
Зөлфиә апайҙың тормош девизы—хәрәкәттә булыу. Яҙҙан көҙгә тиклем баҡса эштәре менән мәшғүл булһа, йыл әйләнәһенә таң менән йәйәү йөрөүҙе ғәҙәтенә индергән. «Һәр көнгә яратып ҡарарға кәрәк. Сәләмәтлек өсөн хәрәкәт–иң мөһиме»,—ти ул.
Кешеләргә изгелек ҡылыуҙан йәм тапҡан Зөлфиә Сәлимйән ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел!
Резеда Усманова.