

Кеше ғүмере—ҡыҫҡа, әммә уның эҙе мәңгелек. Ауылыбыҙҙың ихтирамлы, асыҡ йөҙлө, һәр саҡ ярҙамға әҙер торған кешеһен—Абрар Ғәйнетдин улы Мәхмүтовты һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Абрар ағай минең өсөн бала саҡтан уҡ яҡын кеше ине. Күршебеҙ һәр осрашҡан һайын миңә «Көлнәпис» тип өндәшеп, шаяртып үтә ине. Иптәшем Рәдиф махсус хәрби операцияға юлланғанда, күптәр аптырап: «Башына тай типкәнме ни?» тип ҡарағанда, ул: «Һеңлекәш, ҡайғырма, һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай»,—тип йыуатҡайны. Ул үҙе лә шул юлды—ил һаҡсыһы юлын һайланы.
Абрар Ғәйнетдин улының был ҡарары осраҡлы түгел ине. Ул үҫкән урам легендар герой-танкист, подполковник Кирам Зыя улы Мәхмүтов исемен йөрөтә. Кирам апаһының (апа-диалект, олатай) һәм Әҡсән олатаһының (ҡартатаһының) батырлыҡтары уның ҡанына күскән булғандыр.
Кирам Мәхмүтов — Бөйөк Ватан һуғышының ысын легендаһы. 1941 йылда уҡ үҙ теләге менән фронтҡа китеп, 2-се, 3-сө Украина фронтында, 36-сы гвардия танк бригадаһында, 2-се Алыҫ Көнсығыш фронтында була. Сталинградты обороналауҙа, Белградты азат итеүҙә ҡатнаша, Александр Невский, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә. Уның батальоны дошманды ҡамауға алып, тиҫтәләгән техниканы юҡ иткән, йөҙҙәрсә фашисты әсирлеккә алған.
Ҡартатаһы Әҡсән дә, уның улы Абрар ҙа Украина ерендә һуғышып, батырҙарса һәләк булған.
Тарих ҡабатлана. Абрар апаһының (апа-диалект, олатай) исемен алған Абрар Ғәйнетдин улы ла нәҡ шул Украина ерендә, ил алдында биргән антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк булды. Ул тыуған еренә—үҙе яратҡан тупрағына ҡайтып ятты.
Был юғалтыу — барыбыҙҙың да уртаҡ ҡайғыбыҙ. Нурия инәйҙең, балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Абрар ағай, һин беҙҙең хәтерҙә һәр саҡ шулай шат күңелле, киң күңелле булып ҡалырһың. Бәхил бул! Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, мәңгелек йоҡоң тыныс булһын. Һинең исемең дә, батырлығың да быуындан-быуынға күсәсәк, сөнки ил һаҡсылары онотолмай.
Гөлнәфис Сирусина.
Баймаҡ районы Билал ауылы.