АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
3 Сентября , 04:00

Ил саҡырғас яуға киткән

Ҡайһы бер кешеләрҙә тәү ҡараштан уҡ ҡоростай ныҡлыҡ һиҙелә. Хәйбулла районының Фёдоровка ауылынан Данис Ирғәлин нәҡ шундайҙарҙан. Данис Ирғәлин 2024 йылдың 2 октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән үҙ теләге менән контракт төҙөй һәм Запорожьела штурмлаусылар отрядында уҡсы булып хеҙмәт итә. Бәрелештәрҙең береһендә тән йәрәхәте ала. Госпиталдә дауаланып, сәләмәтлеген рәткә килтергәс, яңынан фронтҡа юллана. 2026 йылдың 17 мартында ул икенсе тапҡыр ҡаты яралана. Әлеге ваҡытта Данис өйөндә ял итә.

Ил саҡырғас яуға киткәнИл саҡырғас яуға киткән
Ил саҡырғас яуға киткән

 

Данис Ырымбур өлкәһенең Яңы Симбирка ауылында тыуып үҫкән. 7-се класҡа тиклем шунда уҡыған, ә 8-се кластан Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбенә күскән. Мәктәпте тамамлағас, Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Диплом алып, Яңы Симбиркала бер аҙ эшләгәс, уны Псков өлкәһенә артиллерия ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Мәскәү өлкәһендә именлек хеҙмәтендә эшләй.

Данистың бер туған ағаһы Фәнил дә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән. Һеңлеһе Алина яугир ағайҙары менән сикһеҙ ғорурлана.

Данис бала сағынан уҡ хәрби булырға хыяллана: ағастарға үрмәләп, физик яҡтан нығына. Һуғыш уйыны уйнарға ярата, бер кемде лә рәнйетеүгә юл ҡуймай. Хатта өлкән ағаһын да яҡлап йөрөткән.

Данис хеҙмәт һөйөүсән һәм етди бала булып үҫә. Әсәһе Алһыу Ғәлимйән ҡыҙы һөйләүенсә, ул тиктормаҫ, шуҡ малай булһа ла, мәктәптә яҡшы уҡыған, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған. Армия иһә унан ысын ир-егет яһаған. Ҡыҙғанысҡа күрә, Алһыу Ғәлимйән ҡыҙы балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән. Улдары һәм ҡыҙы яҡшы тормошта йәшәһен өсөн бар тырышлығын һалған. Балалары тиҙ ҡул аҫтына ингән. Өлкән ағайҙары бәләкәстәрҙе мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөткән.

Яугир менән әңгәмәләшкәндә ул әсәһенең рух ныҡлығына, тормош һынауҙарына бирешмәүенә һоҡланыуын йәшермәне.

— Данис, ни өсөн контракт төҙөргә һәм махсус хәрби операцияға китергә ҡарар иттегеҙ?

— Беренсе сиратта – Тыуған илде һаҡлау өсөн!

— Һеҙҙең өсөн кем өлгө булып тора, илде һаҡларға китергә ҡарар иткән мәлдә кемгә оҡшарға тырыштығыҙ?

— Минең олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1943 йылда Сталинград янында барған ҡаты бәрелештәрҙә яраланған. Атайым Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән. Махсус хәрби операцияға өлкән ағайым артынан киттем. 2024 йылда контракт төҙөнөм дә, Украинаға, мотоуҡсылар ғәскәренә уҡсы-штурмовик булып хеҙмәт итергә юлландым.

— Һеҙҙең ҡушаматығыҙ ниндәй һәм ни өсөн уны һайланығыҙ?

— Ҡушаматым — «Шмель». «Шмель» тип аталған ут атыу ҡоролмаһы бар, ул дрондар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк уйлап сығарылған.

Алғы һыҙыҡта яҡташтар булдымы?

— Баймаҡ районынан бер генә яугир бар ине, ул әле лә хеҙмәт итә, уның менән барыһы ла яҡшы. Башҡортостандан беҙ икәү генә инек. Башҡалары төрлө төбәктәрҙән. Сит илдәрҙән — Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан һәм Тажикстандан килеп хеҙмәт иткәндәр ҙә бар. Бына шундай үҙенсәлекле, интернациональ ротала хеҙмәт иттек.

— Ә ротала үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ нисек булды?

— «Берәү барыһы өсөн, барыһы берәү өсөн!»--тигән девизға таянып эш иттек. Яралыларҙы яу яланынан сығарҙыҡ, мине лә һәләкәткә тарығас, иптәштәрем алып сыҡты. Дауаханаға тиклем 6 сәғәт алып барҙылар. Башта күтәреп, һуңынан мотоциклда алып киттеләр. Дрондар ҡыуҙы ғына, әммә уларҙан имен ҡотола алдыҡ.

— Командирҙарығыҙ тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

— Беҙҙең тәүге командирыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урынлашыр өсөн урын һайлағанда дрон һөжүменән һәләк булды, дрон тура уға килеп тейҙе. Икенсе командирыбыҙ, хәрби тәжрибәһе булған кесе лейтенант, элек һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул беҙҙе һәр саҡ хуплап торҙо, ярҙам итте, аҙыҡ-түлекте, боеприпастарҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡты ваҡытында еткереп торҙо. Бер кемде лә бер ҡасан да ташламаны, барыһын да алғы һыҙыҡтан сығарҙы, туғандар менән бәйләнеш булдырырға ярҙам итте.

Яу яланындағы иң иҫтә ҡалған хәл?

— Яраланыуым ғына иң ныҡ иҫемдә ҡалғандыр. Ярҙам көткәндә, мине махсус юрған менән ҡапланылар, беҙ уны «пончо» тип йөрөтәбеҙ, һәм шул мәл дрон осоп килеп, тап өҫтөмдә 5 минут тирәһе торҙо. Ә ул граната менән ҡоралланғайны. Мин шул «пончо» аҫтында ятам, һәм был 5 минут ғүмеремдәге иң ҡурҡыныс мәл булды. Дрон бер түбәнәйә, бер күтәрелә. Баш өҫтөндәге ызылдауҙы ишетәм һәм ғүмерем төймәгә баҫыу менән хәл ителеүен аңлайым... Ул, мотоцикл килеп сыҡҡансы, өҫтөмдә әйләнде. Мотоцикл мине ҡотҡарып ҡалды. Дрон уның артынан эйәрҙе, әммә мотоцикл етеҙерәк булып сыҡты, унан ҡотолдо. Шулай итеп, мине яйлап ҡына сығарып алдылар.

— Хәҙерге заман һуғышы элеккеләрҙән айырыламы?

— Әлбиттә. Хәҙер барыһы ла заманса технологиялар, йәғни пилотһыҙ осоусы аппараттар--дрондар, ер өҫтө роботтары арҡаһында хәрби бәрелештәр ҡатмарлаша бара.

— Яугир ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

— Иң мөһиме — сыҙамлылыҡ. Сөнки штурмовиктар заданиеға барғанда, күптәре рюкзактарын күтәреп йөрөтә алмай. Улар унан аҙыҡ-түлекте, боеприпастарҙы ташлай, бронежилеттарынан плитәләрҙе сисә. Көстәре бөтөп, алғы һыҙыҡҡа буш килеш баралар. Яугир шулауй уҡ күкте тыңларға һәм аяҡ аҫтына ҡарарға өйрәнергә тейеш.

— Ғаиләгеҙ контракт төҙөргә һәм махсус хәрби операцияға китергә ҡарар итеүегеҙгә нисек ҡараны?

— Мин уларҙы бер йыл буйы әҙерләнем. 2023 йылда уҡ китергә теләгәйнем дә яҡындарым был теләгемдән баш тарттырҙы. Әммә 2024 йылда барыбер төплө ҡарар ҡабул иттем һәм октябрҙә контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Әсәйем иланы, борсолдо.

— «Һыҙыҡ» аръяғында булғанда, туғандарығыҙ менән аралаштығыҙмы?

— Юҡ, беҙ булған ерҙә бәйләнеш бөтөнләй юҡ ине. Командирыбыҙ беҙгә рация аша яҡындарыбыҙға тауышлы хәбәрҙәр яҙҙырырға мөмкинлек бирҙе, ә һуңынан уларҙы үҙе тапшырҙы. Шул рәүешле генә бәйләнеш тота алдыҡ.

— Буш ваҡыт буламы?

— Буш ваҡытта беҙ окоптар ҡаҙабыҙ, күнекмәләр яһайбыҙ, сөнки физик әҙерлек юғары кимәлдә булырға тейеш.

Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?

— Эйе, элек иғтибар итмәгән нәмәләргә хәҙер айыҡ аҡыл менән ҡарай башланым. Етдирәк булырға, тыныслыҡты һәм ваҡытты ҡәҙерләргә өйрәндем.

— Артабан нимә менән шөғөлләнергә уйлайһығыҙ?

— Әлегә аяҡҡа протез ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителә, артабан күрербеҙ. Бәлки, тағы алғы һыҙыҡҡа бырмын. Бында ла үҙ урынымды табырға тырышырмын. Һайлау мөмкинлегем бар.

— Йәштәргәниндәй теләктәрегеҙ бар?

— Тыуған илебеҙҙе яратығыҙ — ул берәү генә. Ни тиклем ауыр булмаһын, илде һаҡлағыҙ, ата-әсәгеҙҙе хөрмәт итегеҙ, үҙ Ватаныбыҙҙың патриоты булығыҙ!

Әңгәмә һуңында һүҙгә Данистың һеңлеһе Алина ҡушылды:

— Данис ағайым махсус хәрби операцияға киткәс, ҡурҡыу эсендә йәшәнек, туҡтауһыҙ яңылыҡтарҙы күҙәттек һәм хәбәр көттөк. Ағайым икенсе тапҡыр хәрби заданиеға ингәндә телефонын алдылар, бәйләнеш өҙөлдө. Ә икенсе көндө госпиталдән шылтыратып уның ауыр яраланыуын, аяғын ампутацияланыуын әйттеләр. Нисек кенә булһа ла уның иҫән ҡалыуына һәм ҡыҙыу нөктәнән сығарылыуына ҡыуандыҡ. Ҡурҡыу белмәгән яугир ағайҙарым, шундай улдар үҫтергән әсәйем менән ғорурланам.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Данис Ирғәлин икенсе дәрәжәле «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. Әсәһенә ҡарата һөйөүе, фронтовик олатаһына хөрмәте, өлкән ағаһының өлгөһө ябай малайҙы Тыуған ил, ир-егеттең мөҡәддәс бурысы ил һаҡсыһына әүерелдергән.

Дарья Лейзер.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Автор фотоһы һәм Данис Ирғәлиндың шәхси архивынан.

 

Ил саҡырғас яуға киткән
Ил саҡырғас яуға киткән
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас