Замандаш
27 Августа , 10:15

Ветеранға—100 йәш!

Төйәләҫ ауылында йәшәгәндә һуғыш һәм тыл ветерандары менән йыш осраштым, улар менән осрашыуҙар уҙғарҙым. Улар—минең өсөн ҡәҙерле, ихтирамға лайыҡ кешеләр. Сибай ҡалаһына күсеп килгәс тә ветерандарға мөмкин тиклем иғтибар бирергә тырыштым. Уларҙың береһе мин йәшәгән йортта йәшәүенә шатмын. Тәүге осоро урамда осраған һайын: «Здравия желаю»—тип честь биреп үтә ине. Уның өсөн борсолоп, таяҡҡа таянып йөрөргә кәңәш иткәндә: «Офицерҙарҙың таяҡҡа мохтажлығы юҡ»,—тип көр тауыш яуап-лай торғайны. Һуңғы ваҡытта, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, урамға сыҡмай, әммә байрам һайын инеп хәлен белеп, бүләктәр биреп сығабыҙ.

Ветеранға—100 йәш!Ветеранға—100 йәш!
Ветеранға—100 йәш!

Һүҙем Анатолий Георгиевич Копылов тураһында. Уға ошо көндәрҙә 100 йәш тула. Бөйөк Ватан һуғышы (тиңләштерелгән), СССР-ҙың Ҡораллы көстәре ветераны, запастағы полковник-инженер, техник фәндәр кандидаты, доцент, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы менән күрше булыуыма шатмын. Анатолий Георгиевич Баймаҡ районы Покровка ауылында тыуған. Унан улар ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ тау-металлургия техникумына уҡырға бара. 18 йәшендә, 1944 йылда, ул үҙе теләп армияға китә. Уны Һамар өлкәһенә диңгеҙ летчиктары мәктәбенә йүнәлтәләр. 1945 йылдың майында был мәктәпте тарҡаталар, шунлыҡтан Анатолий Пермь ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ авиация-техник училищеһына бара. Уны тамамлағас, яҙмыш ҡайҙа ғына илтмәй егетте. 1949 йылда Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә, авиация-диңгеҙ полкында эшләй. 1951 йылда Сахалинға юллана, бында инженер була, 1954 йылдан Таллинда хеҙмәтен дауам итә. Артабан уҡытыу эшенә күсә. 1956 йылдан Ладогала авиация механиктарын әҙерләү мәктәбендә дәрестәр бирә. Ошо ваҡытта Ленинград хәрби-һауа ин-женерҙар академияһына уҡырға инә. Бында ул йыһан ракеталары конструкторы Сергей Королев менән таныша. Уҡыу йортон тамамлағас, майор званиеһы алыусы яҡташыбыҙҙы Пермь юғары хәрби команда-инженер училищеһына уҡытырға саҡыралар. 1961-1973 йыл-
дарҙа ошонда эшләй. 1970 йылда диссертация яҡлай. 1973 йылда, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, демобилизациялана. Әммә эшләүен дауам итә, ракеталарҙы осороу-тикшереү эштәрендә ҡатнаша. 1977 йылдан Пермь ауыл хужалығы ака-демияһында уҡыта, 1981 йылда доцент булып таныла. 83 йәшендә генә уҡытыу эшенә нөктә ҡуя.
Анатолий Копылов ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бар. 2012 йылда тыуған яҡтарына ҡайтырға теләк белдерә һәм Сибайға ҡайтып төпләнә. Һаулығы шәп саҡта спорт менән шөғөлләнде, мемуарҙар яҙҙы, музейға йөрөнө, йәштәр алдында сығыш яһаны. Бөгөн уны туғаны бик матур итеп баға, тәрбиәләй.
Хәрби ветерандың
12 миҙалы, шул иҫәптән
«Германияны еңгән өсөн»,
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн»,
«Ҡыйыулыҡ өсын»
һәм башҡалары бар.Күршемә, яҡташыбыҙға
ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Сәғиҙә Байназарова.
Сибай ҡалаһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас