+19 °С
Облачно


Хәйбулла районы хакимиәте хәбәр итә:
"Беҙ бергә-көс" хәйриә фондының штабында "Таһир" позывнойлы хәрби менән йылы осрашыу уҙған.
Ирекмәндәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан, арыҫландай ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙҙы буш ҡул менән оҙатмаған. Уға генератор, маскировка селтәрҙәре, дрондарҙан ҡурсалаған юрған, тушенка һәм аҙыҡ-түлек тейәп оҙаталар. Волонтерҙар шулай уҡ батыр егеткә йылы флис кофтаһы һәм рюкзак бүләк итә.
Осрашыу аҙағында яҡташ яугирҙарҙың тиҙ арала өйҙәренә имен-аман ҡайтыуын теләп аят уҡыла, һуңынан "Таһир" Хәйбулла районы флагында иҫтәлеккә үҙенең ҡултамғаһын ҡалдыра һәм ярҙам күрһәткәндәргә ихлас рәхмәт белдерә.
Еңеү менән иҫән-һау ҡайт, Таһир!