Замандаш
11 Августа , 06:24

МАТУРЛЫҠ ЯРАТА

Сибайҙан Зәбирә апай Ирғәлина йорто һәм магазин янында матурлыҡ булдыра.

МАТУРЛЫҠ ЯРАТАМАТУРЛЫҠ ЯРАТА
МАТУРЛЫҠ ЯРАТА

Сибай ҡалаһының Киров урамы, 23 адресы буйынса урынлашҡан йорт янынан уҙғанда шундай матурлыҡты осратырға була. Уны 69 йәшлек Зәбирә Һөйөндөк ҡыҙы Ирғәлина булдырған. 2021 йылдан алып ул үҙ ҡулдары менән гөл-баҡса үҫтерә. «ИРКЦ» идаралыҡ компанияһы уға тупраҡ һәм һыу ҡойоу менән ярҙам итә.

Зәбирә Һөйөндөк ҡыҙының баҡсаһы 2023 йылда «Иң яҡшы йорт алды ихатаһы» конкурсында—икенсе, 2024 йылдар беренсе урын яулай.

З.Ирғәлина үҙ йорто янындағы ихатаны ғына ҡарап ҡалмай, ошо урамда урынлашҡан мәшғүллек үҙәге, магазин алдындағы биләмәне лә матурлай. Замандашыбыҙ матурлыҡ һәм тәртип яратҡанға, был эшкә күңелен һала.

Беҙҙең арабыҙҙа шундай ихлас, егәрле кешеләрҙең булыуы һөйөндөрә.

 

 

 

 

МАТУРЛЫҠ ЯРАТА
МАТУРЛЫҠ ЯРАТА
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас