

—Ҡәйнәм мине “Озон”дан яҙып алып бирҙе тип шаяртырға яратам,–ти Айгөл Солтанова.—Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, Себерҙә эшләп йөрө лә, ауылға килен булып төшөп, ошонда йәшәргә ҡал инде (йылмая). Мөхәббәт емешебеҙ булып Мәҙинә ҡыҙыбыҙ донъяға килде, уға әле ике йәш. Ирем вахта ысулы менән Иркутск өлкәһендә эшләй.
Динар Солтанов ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, бәләкәйҙән оҫта бейеүсе. Күптән түгел Айгөл менән Динар Солтановтар шаян бейеү өйрәнеп, бейеү конкурсында ҡатнашып, гран –при яулаған. Әле Айгөл үҙе шиғыр һөйләү конкурсына әҙерләнә. Ҡыҙҙарын да бар яҡлап һәләтле һәм талантлы итеп үҫтерергә тырышалар, бәләкәйҙән үк бейергә өйрәтәләр, баланы үҫтереүсе барлыҡ уйындарҙы ла һатып алғандар.
Бына шундай дәртле һәм уңған, тырыш һәм талантлы йәш ғаилә йәшәй Юлдыбай ауылында. Бәхеттәрен тыуған ерендә тапҡан Солтановтар күп йәштәргә өлгө.
К.Ишбулдина
Йылайыр районы
Һүрәттә—йәш ғаилә Айгөл менән Динар Солтановтар ҡыҙҙары Мәҙинә менән