АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
5 Августа , 05:40

66 йыл бергә!

Темәс ауылының уртаһында йәмле, тәрбиәле, балҡып ултырған боронғо бер йорт бар. Уның алдында мөһабәт шыршылар теҙелеп баҫҡан. Был йортта Мөрит һәм Яңылбикә Буранғоловтар йәшәй.

66 йыл бергә!66 йыл бергә!
66 йыл бергә!

Татыу ғаилә ҡороп, 60 йылдан ашау бергә йәшәү, белеүебеҙсә, бик еңелдән түгел, һәр пар ҙа тормош алдында үҙенсә имтихан тота. Был пар академия бөтмәһә лә, тормош алдында ярты быуаттан күберәк күркәм ғүмер кисереп, ауылдаштарының ихтирамын, абруйын яулаған ғаилә.
Ауылыбыҙҙың өлгөлө, ихтирам яулаған күркәм, татыу ғаиләләрҙең береһе ул—Буранғоловтар!!!
Темәс ауылының уртаһында йәмле, тәрбиәле, балҡып ултырған боронғо бер йорт бар. Уның алдында мөһабәт шыршылар теҙелеп баҫҡан. Был йортта Мөрит һәм Яңылбикә Буранғоловтар йәшәй.

 

Ғүмерҙәренең йәшлек тигән иң сағыу бер мәлендә, йәш егет һәм ҡыҙ саҡтарында танышып, ҡулға-ҡул тотоношоп оло тормош һуҡмағына сыҡҡан парҙар 1960 йылда 3 май законлы никахҡа инеп, гөрләтеп туй яһап, ғаилә ҡороп ебәргән Темәс ауылы егете Буранғолов Мөрит Мортаҙа улы һәм Таһир ауылы һылыуы Хажиева Яңылбикә Әхмәтзәки ҡыҙы. Быйыл бергә ғаилә ҡороуҙарына 66 йыл тулды.
Ул бәхетле мәлдәрҙән бирле, ошо йылдар эсендә шатлыҡ ҡыуанысты ла, иңгә төшкән ауырлыҡты ла бергә күтәреп, бер береһенә тоғро йәр, ышаныслы терәк-таяныс булып, бер-береһен ҡайғыртып, хәстәрләп татыу ғүмер кисергәндәр улар.
Буранғоловтар ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларының һәр береһе үр үҙ ғаиләләре менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.
Мөрит ағай менән Яңылбикә апай сәскә үҙтерергә ярата. Темәс ауылында үткән сәскәләр конкурсына йыл һайын ҡатнашып призлы урындар яулап торалар. Уларҙың ҡапҡаларын асҡас та әкиәт донъяһына барып инәһең. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Төрлө сортлы георгиндар үҙ баһаһын белеп гөрләп сәскә аталар. Петунияларҙың төрҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ҡыңғырау сәскәләр, ромашкалар, бәрхәт сәскәләр һәм башҡалары ҡояшҡа үрелеп ултыра. Һәр береһе һөйөү менән тәрбиәләнгәне күренеп тора. Ҡый үләндәре бөтөнләй юҡ.
Был сәскәләрҙе шул тиклем наҙлап үҫтереүсе Мөрит ағай, ул тәрбиәләп үҙенә кинәнес тапһа, Яңылбикә апай өй эштәре менән булыша, йәшелсәләрҙе тоҙлай, емештәрҙән ҡайнатмалар ҡайната. Әйткәндәй, баҡсаларында сәскәләрҙән тыш алма, балан, миләш ағастары ла емешкә күмелеп ултыра. Бер теплицала помидор, икенсеһендә ҡыяр мул уңыш бирә. Хатта виноград та үҫә, йыл да емеш биреп ҡыуандыра.

 

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамай дәртләнеп донъя көткән Буранғоловтар ғаиләһенә артабан да һаулыҡта, барлыҡта тигеҙ ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.

 

Миңзәлә Әүәлбаева, Темәс ауылы китапханасыһы.

66 йыл бергә!
66 йыл бергә!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас