Замандаш
4 Августа , 04:00

Ҡурай моңона ғашиҡ

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында велосипедта сәйәхәт итеүсе Ярослав Островский Йомабай Иҫәнбаев музейында булған. Был хаҡта Йомабай Иҫәнбаев музейы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә. Ярослав сәйәхәтен үҙенең тыуған еренән--Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһынан башлай. Ул йөҙҙәрсә саҡрым үтеп, Силәбе, Южноуральск, Магнитогорск, Арҡайым, Асҡар, Сибай, Баймаҡ кеүек урындарҙа булған һәм һәр береһендә туҡтап, урындағы иҫтәлекле урындарҙы өйрәнә.

Ҡурай моңона ғашиҡҠурай моңона ғашиҡ
Ҡурай моңона ғашиҡ

-Һеҙҙең тарафтарға килгәндә музей билдәһен күреп, унда барғым килде,--ти Ярослав. Ул Мәҙинә Лоҡман ҡыҙының мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында һөйләүен ихлас тыңлаған. Ҡурай менән бер нисә йыл элек, тыуған яғында һабантуй байрамы үткәрелгәндә, ҡыҙыҡһына башлауы хаҡында белдергән.

Һабантуйҙа көй ишетеп уны оҡшата. Ҡурай моңо булыуын белгәс, музыка ҡоралын һатып ала һәм видеодәрестәр ярҙамында үҙе лә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә.

-Миңә үҙебеҙ менән йәнәш йәшәгән халыҡтың моңдары оҡшай,--ти ул. Музейҙа Ярослав «Хәтирә», «Әпипә», «Моңло ҡурай» кеүек көйҙәрҙе уйнап күрһәткән.

-Мине башҡорт халҡының этномәҙәниәте, бигерәк тә боронғо экспонаттар ҡыҙыҡһындыра,--ти ул. Уның иғтибарын XX быуат башында тегелгән һәм алтынланған үрмә, металл биҙәк, тәңкәләр менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙ камзулдары йәлеп итә. Түбәнге Исмаҡ ауылында йәшәүселәр тапҡан металл ҡылыс та уны ныҡ ҡыҙыҡһындырған.

Велосипед менән сәйәхәтен Ярослав Ырымбур ҡалаһында тамамларға уйлай.

Рус егетенең башҡорт мәҙәниәтен, милли музыка ҡоралыбыҙ--ҡурайҙы яратыуы һоҡландыра, оло ихтирам уята.

Кәримә Ишбулдина.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас