АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
4 Августа , 04:30

Рәүеф ауылын ярата

Лянтор ҡалаһында йәшәһә лә Рәүеф Хәмзин күңеле менән тыуған ауылында.

Рәүеф ауылын яратаРәүеф ауылын ярата
Рәүеф ауылын ярата

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан хәбәр итәләр:

Ауылды төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү эштәре ҡыҙыу бара! Был изге эшкә ауылдаштарҙың үҙҙәре лә ҙур өлөш индерә. 

Әммә бөгөнгө һүҙебеҙ - Рәүеф Әмир улы Хәмзин тураһында. Ул ошо ерҙә тыуып үҫкән, белем алған, әлеге мәлдә алыҫ Лянтор ҡалаһында йәшәүсе егет. Әммә йөрәге менән һаман тыуған ауылында! 

Рәүеф ауылды яңыртыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Былтыр ул Киндер күлен уратып, кәртәләп алған ине. Ә ошо көндәрҙә ул дуҫтары менән бергә:
 Ҡоролтай Аллеяһы
 Апай шишмәһе
 Киндер күле - ошо матур урындарға яңы яҙыуҙар урынлаштырып сыҡты! 

Асыҡ күк төҫтәге был яҙыуҙар әллә ҡайҙан күренеп, ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып тора.  Хатта ауылға ингән урынға ла яҙыу ҡуйылды! 

Бөтә ауылдаштар исеменән Рәүеф ҡустыбыҙға  Ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!
Һеҙгә эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныс теләйбеҙ! 

Уңған, тырыш кеше һәр ергә лә өлгөрә - был Рәүеф тураһында әйтелгән иң дөрөҫ һүҙҙәрҙең береһе. Ошо эштәре араһында ул ваҡыт табып, Сибай институтына килеп, магистратураға документтарын тапшырып китте! 

Бынан ике йыл элек ул ошо уҡ уҡыу йортоноң технология факультетын бик уңышлы тамамлаған ине. Ҡабат белемгә ынтылыш, әлбиттә, һоҡланғыс тырышлыҡ! 

Рәүеф - матур, татыу ғаилә башлығы ла.
Ҡатыны Лилиә менән беренән- бере теремек, шуҡ ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. 

Уңыштар, һиңә, Рәүеф! Ҡайҙа йөрөһәң дә, фәрештәләр үҙеңде, ғаиләңде һаҡлап алып йөрөтһөн!  Алда башҡараһы эштәрең уң булһын, барса хыялдарың тормошҡа ашһын! 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас