АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
30 Июля , 03:15

Ҡыйыу улдар үҫтергәндәр

Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе Шаһивәлиевтәр өсөн быуындар күсәгилешлеге һәм ир-егеттәр намыҫы алтын таяу булып тора. Ғаилә башлығы Радик Яхъя улы--фронтовик ейәне. Уның ҡартатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Өс улға атай, улдарының икәүһе бөгөн махсус хәрби оерация биләмәһендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәт тураһында ул ишетеп кенә белмәй, йәш сағында әрме сафын лайыҡлы үткән. Улдарының характерҙары ныҡ булыуына һөйөнә ул. Шул ныҡлыҡты бөгөн улар алғы һыҙыҡта күрһәтә.

Ҡыйыу улдар үҫтергәндәрҠыйыу улдар үҫтергәндәр
Ҡыйыу улдар үҫтергәндәр

Өлкән улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. 2023 йылдың октябренән махсус хәрби операцияһында ҡатнаша, ҡушаматы «Искра». Ул десант-штурм дивизияһында Т-90М «Прорыв» танкының механик-йөрөтөүсеһе. Званиеһы--ефрейтор. Механик-йөрөтөүсе--экипаждың машина менән идара итеү, уның техник торошо, маскировка һәм һуғыш шарттарында йәшәүгә һәләтлелек өсөн яуаплы төп кеше. Т-90М танкыһы яҡшы идара ителеүе һәм юғары тиҙлеге менән айырылып тора. Юҡҡа ғына ул «Прорыв» атамаһын йөрөтмәй.

Тап механик-йөрөтөүсе уны позицияларға тиҙ сығарыуҙы һәм нөктәләрҙе алмаштырыуҙы тәьмин итә.

Часть командованиеһының характеристикаһында «Искра» ҡушаматлы ир-егет тураһында:«Үҙен ыңғай яҡтан күрһәтте, дисциплиналы, профессиональ әҙерлеге кимәле юғары»--тип яҙылған. Был һүҙҙәр артында йөҙҙәрсә саҡрым юлһыҙ ер, төнгө марштар һәм теләһә ниндәй секундта пехотаға броня һәм ут менән ярҙам итергә әҙер тороу кеүек ауыр ысынбарлыҡ сағылыш таба.

Шаһивәлиевтарҙың уртансы улы «Башҡорт» ҡушаматын йөрөтә. Ул һауа оборонаһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контрактты 2023 йылдың декабрендә төҙөгән һәм шул ваҡыттан алып Донецк йүнәлешендә күк һағында тора. Уға 28 йәш. Армияға тиклем спорт менән етди мауыҡҡан, футбол һәм волейбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан. Хәҙер инде спортҡа өйрәнеүе хәрби позицияларҙағы ауырлыҡтарға түҙергә һәм һалҡын ҡанлылыҡты юғалтмаҫҡа ярҙам итә.

—Өйләнмәгән, шуға ғына эсебеҙ боша,--тип әсенә яугирҙең атаһы.-Ләкин был төҙәтеп була торған эш, иң мөһиме—яу яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Кинйәләренә 18 йәш. Ул Аҡъярҙағы тау колледжында уҡый. Ағайҙарының һөйләүҙәренән, ир-егеттең бурысы нимәнән фарыз булыуын яҡшы белә.

Шаһивәлиевтарҙың йыуаныс-шатлыҡтары--ике ейәндәре. Уларҙы ата-әһенә өлкән ҡыҙҙары Фидалиә бүләк иткән. Ул ире менән Бөрйән районында йәшәй. Фидәлиә Радик ҡыҙы бала бағып өйҙә ултырһа ла тәмле-татлы бәлештәр, торттар һәм башҡа тәм-том бешерергә ваҡыт таба.

Радик Шаһивәлиев үткәндәр хаҡында бик һөйләргә яратмай.

 

— Минең ике яҡтан да ҡартатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тик уларҙың яу юлы тураһында аныҡ мәғлүмәт йыймағанбыҙ. Бер нәмә генә асыҡ: улар үҙҙәренең һалдат бурысын намыҫ менән үтәгән,--ти ҡыйыу яугирҙәр үҫтергән атай.-Улдарым да ҡасандыр уларҙың ҡарт олаталары кеүек, һуғыш тураһында һөйләргә яратмай. Ялға ҡайтҡандарында алғы һыҙыҡтағы хәлдәрҙе онотоп торһондар тип, төпсөнөп, һорашып, йәндәрен ҡыйнамайбыҙ. Өндәшмәй икән, тимәк, шулай кәрәк. Теләһә ниндәй темаға һөйләшәбеҙ, әммә алғы һыҙыҡта кисергәндәренә ҡағылырға ҡыймайбыҙ.

Радик Яхъя улы егерме йылдан ашыу Бүребай ҡасабаһында төҙөлөштә эшләй. Армияла ул инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, шуға күрә һәр аҙымын алдан иҫәпләргә һәм башлаған эшен еренә еткереп ҡуйырға ғәҙәтләнгән.

— Әлбиттә, ҡатыныма ла, миңә лә еңел түгел... Ике улыбыҙ ут эсендә алыша. Уларҙан оҙаҡ хәбәр булмаһа, ашыбыҙ--аш түгел, йоҡо тураһында әйтеп тә тормайым—ул бөтөнләй юғала,--ти атай.-Тынлыҡтың һәр минуты күңелгә шом һала, һәр шылтырау ҡурҡыта. Берҙән-бер теләгебеҙ--тиҙерәк илдә, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, улдарыбыҙ, барса ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!

Бына ошондай тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эшен башҡарған ғаиләләр Рәсәйҙе тотоп тора ла инде. Атай кеше ышанып киләсәккә өмөт менән бағып үҙ эшен башҡарғанда, әсәйҙәре доға ҡылғанда, улдары яу яланында Донбасс өҫтөндәге күкте һаҡлағанда, бер ниндәй ҙә дошман беҙҙе еңә алмаҫ.

интернет селтәрендәге мәғлүмәтте һәм фотоны ҡулланып Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.

фото Шаһивәлиевтарҙың ғаилә архивынан

 

Ҡыйыу улдар үҫтергәндәр
Ҡыйыу улдар үҫтергәндәр
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас