АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
30 Июля , 03:05

Илдең көсө--ғаиләлә

Йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеп, күркәм йорттар төҙөп, ишле балалар үҫтереүе ҡыуаныслы. Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәгән Юлиә менән Фәнил Мостафиндар өс балаға ғүмер биргән, бәхетле йәш ғаиләләрҙең береһе. 2013 йылда өйләнешкән бәхетле пар тыуған ауылында төпләнә. Йорт хужабикәһе әле декрет ялында булһа, ғаилә башлығы вахта ысулы менән Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында шахтала эшләй.

Илдең көсө--ғаиләләИлдең көсө--ғаиләлә
Илдең көсө--ғаиләлә

—Ни өсөндөр йәштәр ҡырға йәшәргә китергә тырыша, ә беҙ киреһенсә, үҙебеҙҙең ауылды һайланыҡ. Икебеҙ ҙә ошо ауылдан. Шахтер ҡатынымын, аҡса етә, тип өйҙә буш ултырмайым, яҙғыһын күпләп помидор үҫентеләре һатам. Ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ, уларҙы ла баҙарҙа һатып ебәрәбеҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Әсәйем Әлифә Хәсән ҡыҙы ла беҙең менән йәшәй, ул балалар тәрбиәләүҙә ныҡлы ярҙам итә. Йорт һатып алдыҡ, әле уны ремонтлайбыҙ,–ти Юлиә Мостафина.

Алмас менән Азалия мәктәп уҡыусылары булһа, бәләкәстәре Арсланға әле өс кенә йәш. Атайҙарының эштән ҡайтыуын балалар һағынып көтөп ала, бергә булғанда күмәкләшеп Аҡъярға, Баймаҡ, Гай, Орск ҡалаларына ял итергә баралар. Йәй көнө республиканың төрлө матур урындарында булырға яраталар. Малайҙар ҙурайғас, “атайыбыҙ кеүек шахтер булабыҙ” тип хыялдары менән дә уртаҡлашты. Шахтер булыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң?--тигән һорауыма, Алмас шунда уҡ: “Атайым кеүек көслө булырға, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк”,–тине.

Татыу һәм матур ғаилә менән аралашҡандан һуң йорттарынан күңелдәребеҙ күтәрелеп сыҡты. Ни тиһәң дә ауылдарҙы ошондай йәш, уңған ғаиләләр тотоп тора.

Кәримә Усманова.

Һүрәттә–Юлиә Мостафина балалары Алмас, Азалия һәм Арслан менән.

Шахтер--Фәнил Мостафин.

Илдең көсө--ғаиләлә
Илдең көсө--ғаиләлә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас