Бөгөн филолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хажин Вәкил Исмәғил улы тыуған. Ул Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы халҡы өсөн яҡшы таныш.
Вәкил Исмәғил улы Хажин 1946 йылдың 11 июлендә БАССР-ҙың Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, һөнәре буйынса филолог. Хеҙмәт юлын ошо уҡ йылда БАССР-ҙың Мәләүез районы Арыҫлан мәктәбендә башлай, йәш белгес директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.1972 йылда Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында эш башлай. 1978-1982 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар камиллаштырыу институтында — башта башланғыс кластар кабинеты, 1979 йылдан туған телдәр кабинеты мөдире булып эшләй.
1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, 1985-1988 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары була. 1992 йылда Сибай филиалының директоры итеп тәғәйенләнә.
1994 йылдан Силәбе дәүләт педагогия университетында эшләй. 2000-2011 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһында, бер үк ваҡытта 2005 йылдан башҡорт теле кафедраһы мөдире була.
Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу методикаһына, туған тел һәм әҙәбиәтен уҡытыу методтары, дәрестә уҡыусыларҙың темалар үҙләштереү, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу алымдарына арналған. 60-тан ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы. Йыш ҡына башҡорт теле уҡытыусылары менән осраша, улар менән тәжрибә менән бүлешә, уның ҡатнашлығындағы семинарҙар йәнле, файҙалы үтә. Вәкил Исмәғил улы Хажиндың республика матбуғатында бик күп мәҡәләләре донъя күрҙе. Башҡорт халыҡ педагогикаһына, фольклорына бик ҙур иғтибар бүлә, һаҡсыл ҡараш талап итә.
Сибайҙа эшләгән, З.Ғ. Йәрмөхәмәтов менән коллега булған осорон ул бик йылы тәьҫораттар менән иҫкә ала:
--Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән ун бер йыл бергә эшләү осоронда уның менән бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәнек, ниндәй генә мәсьәлә булмаһын, уртаҡ фекергә килә инек. Ул беҙҙең һәр бер идеяны ғәмәлгә ашырыуға мөмкинлектәр тыуҙыра белде. Ул саҡта Урал аръяғы балалары Өфөләге юғары уҡыу йорттарына бик килә һалып барманы. Сибайҙағы институт шуны уйлап асылды ла инде.
Төп эште тәртип урынлаштырыуҙан башланыҡ. Мәҫәлән, күп кенә юғары уҡыу йорттарында студенттарҙың дәрескә йөрөшөн тикшермәйҙәр, ә беҙ был күрһәткесте йөҙ процентҡа еткерҙек, дәрестәргә йөрөмәү беҙҙең институт өсөн ят күренеш ине. Еңелдән булманы, әлбиттә. Сәғәт һигеҙҙә ишектәрҙе бикләй башлағайныҡ, дәрескә һуңлауҙар ҙа бөттө. Студенттар дәрес ваҡытында коридорҙа йөрөмәһендәр өсөн пейджиктар таҡтыра башланыҡ, уҡытыусыларҙан да шуны талап иттек. Тәртип бит ул иң тәүҙә яуаплылыҡ тигән һүҙ. Ниндәй белем алыу ғына түгел, киләсәктә нисек эшләй алыу ҙа студент өсөн бик мөһим. Биш йыл буйына аныҡ тәртипкә өйрәнгән кеше эшкә һәләтле булып сыға, шуғалыр ҙа беҙҙең студенттарыбыҙ аҙаҡ дәрәжәле-дәрәжәле урындарҙа эшләй башланылар.
Урал аръяғында ауыл хужалығы тармағы киң йәйелгән. Шуны иҫәпкә алып, ике йыллыҡ курстар астыҡ, әммә студенттарыбыҙҙы өсөнсө курсҡа ҡабул итергә теләүселәр булмай сыҡты. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы институты етәкселеге лә быға ризалашманы. Ул ризалыҡты Троицк ҡалаһындағы ветеринар медицина академияһында таптыҡ. Элек улар абитуриенттарҙы Ҡаҙағстандан йыя торған булғандар, юлдар ябылғас, студенттар етешмәй башлаған. Улар менән бәйләнешкә индек: ике йыл беҙҙә уҡыған студенттарҙы Троицкиға күсерергә килештек. Шулай итеп, ете йөҙләп студентыбыҙ ветеринар медицина академияһының дипломын алды. Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән фекерҙәш булмаһаҡ, быларҙы эшләп булмаҫ ине. Физкультура дәрестәрен дүртенсе курсҡа тиклем уҡытыуҙы ойоштороу ҙа яңылыҡ булды. Беҙҙә һикһән процент башҡорт балалары уҡығас, башҡорт теле дәрестәрен бөтә төркөмдәргә лә индерҙек.
Ул осорҙа Мәскәүҙән тикшереүҙәр йыш булды. Мәҫәлән, мин эшләгән ун бер йылда улар өс тапҡыр тикшерҙеләр. Бәләкәй генә Сибайҙа шундай шәп уҡыу йорто булыуына һәр саҡ аптырайҙар ине. Берәүҙең әйткәне һаман хәтеремдә: "Әгәр ҙә мин Сибайға ауылдар һәм үтә тигеҙ булмаған юлдар аша килгәнемде күрмәһәм, күҙемде йомдороп ҡына килтереп төшөрһәләр, Европалағы берәй уҡыу йортона килгәнмен, тип уйлар инем... "
Беҙ, Сибай халҡы иһә, беҙҙең ҡалала шундай рухлы ағайҙар эшләп киткәненә ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ. Вәкил Исмәғил улын юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!!!