АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
10 Июля , 04:55

Сая рухлы ҡыҙ

Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы ҡыҙы, инвалид коляскаһында ултырыуына ҡарамаҫтан, Айгир тауына күтәрелгән.

Сая рухлы ҡыҙСая рухлы ҡыҙ
Сая рухлы ҡыҙ

Әйткәндәй, Сулпан хаҡында яҙғайныҡ. 2023 йылда "Атайсал"  гәзитендә сыҡҡан мәҡәләне ҡабатлап тәҡдим итәбеҙ:


Тормошҡа һөйөүе сикһеҙ
Һәр кемдең үҙ яҙмышы, ул берәүгә лә тигеҙ бирелмәй. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырып, “ниңә уның барыһы ла бар, ә минеке юҡ”, тип мыжып ултырыуҙан фәтүә юҡ. Һәр кем үҙ тормошон үҙе ҡора, үҙ бәхетен—үҙе таба, бары тик дөрөҫ юлда булыу кәрәк.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы ҡыҙы Сулпан Байғалинаның атлау мөмкинлеге юҡ, ул коляскала ултыра. Әммә һис кенә лә мыжып, минең мөмкинлектәрем сикләнгән, тимәй. Ул башҡалар кеүек үк тулы ҡанлы тормош алып барырға, юғары белем алырға тырыша һәм маҡсаттарына ышаныслы бара. Хәйер, башҡалар кеүек тип әйтеүем дөрөҫ тә түгелдер…Тирә-яҡҡа ҡарағыҙ әле: ике ҡулы ла, ике аяғы ла, күҙ-ҡолағы ла сәләмәт булып та, ата-әсә елкәһендә йәшәгәндәр, хөкүмәтән генә ярҙам көтөп ултырғандар аҙмы ни? Хатта урамда әзмәүерҙәй ирҙәрҙең хәйер һорап ултырғанын күрергә була. Улар менән сағыштырып ҡарағанда сибек кенә Сулпандың көслө рухлы булыуы, һыр бирмәй матур йәшәргә тырышыуы һоҡландыра!
Сулпан ябай ауыл ғаиләһендә тәрбиәләнгән, ике ҡустыһына хәстәрлекле апай. Ҡыҙҙың теләктәренә ата-әсәһенең ҡаршы килмәүе, өләсәһенең аҡыллы кәңәштәре, әллә үҙенең үтә лә ныҡышмал булыуы сәбәпсе булғанмы, Сулпан мәктәпте тамамлау менән юғары уҡыу йортона юллана. Тәүҙә Сибай институтында юрист һөнәрен үҙләштерә, унан бала саҡ хыялына ҡаршы килә алмай, педагогик белем дә ала. Шулай итеп, Сулпан ике юғары белемле.
--Бала саҡта уҡытыусы булырға хыялланһам да үҫмерлек осоронда хоҡуҡ белгесе булғым килде. Уҙған йыл юрист булараҡ диплом алһам, быйыл уҡытыусы дипломына эйә булдым. Параллель рәүештә уҡыным. Сибай институтын һайлауым бушҡа түгел, бында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән студенттарға шарттар бар. Шулай ҙа миңә 6 йыл дауамында ярҙам иткән дуҫтарыма рәхмәтлемен. Диплом алыуымда һәр береһенең өлөшө бар. Яҡындарыма, ҡустыларыма, апайҙарыма, әхирәттәремә оло рәхмәт! Шулай уҡ мине аңлап ҡабул иткән, хуплаған, ҡанатландырған институт етәкселегенә, уҡытыусыларға, алға әйҙәүсе уҡытыусым Фәйзуллина Лилиә Рәдиф ҡыҙына рәхмәтем сикһеҙ,--ти Сулпан.
Былтыр, беренсе дипломды алғас, тырыш, ныҡышмал ҡыҙ Өфөгә йәшәргә күскән. Бер нисә эштә үҙен һынап ҡараған. Хәҙер ул үҙен бөтөнләй яңы өлкәләрҙә күрергә теләй, шулай уҡ уҡытыусы һөнәре буйынса тәжрибә алырға хыяллана.
“Был тормоштоң сикһеҙ мөмкинлектәре бар, уларҙы ҡуллана белеү өсөн теләк, тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм был донъяға асылыу кәрәк”,--тип иҫәпләй Сулпан һәм ул бер урында тапанып тороуҙы, үҫешмәүҙе өнәп етмәй. Рәми Ғариповтың ижадын, Мәрйәм Бураҡаеваның аҡыллы фекерҙәрен яратып уҡыған, тормош асылын аңларға тырышҡан ҡыҙ был донъяла кеше кешеләргә кәрәк булырға, йәмғиәткә файҙалы булырға тейеш тигән фекерҙә.
--Кешеләр менән аралашырға яратам. Кемдәндер ниндәйҙер фәһем алыу илһамландыра. Яңы асыштар асырға яратам. Дуҫтарым менән сәйәхәт итеү оҡшай, тәбиғәттән көс алам,—ти әңгәмәсем һәм тиҫтерҙәренә ҡыйыуыраҡ булырға, ҙур маҡсаттарға ынтылып йәшәргә тәҡдим итә.
--Сулпан, ғәфү ит, күпме генә көслө булһаң да был тормошта ауырлыҡтар етерлек. Һәр саҡ еңел дә булмай. Ауырлыҡтар һиңә лә осрайҙыр?
--Әлбиттә, ауырлыҡтар бар. Әммә һин уға нисек ҡарайһың бит әле. “Ҡыйын, ауыр”,--тип мыжып ултырыуҙан проблема юҡҡа сыҡмай. Мин һәр нәмәгә математик мәсьәлә сискән кеүек ҡарайым һәм уны хәл итеү юлдарын эҙләйем. Мөмкин тиклем тормош кәртәләренә еңелерәк ҡарарға тырышам. Шунһыҙ һынырға мөмкин бит. Әле хәрәкәт итеү мөмкинлегем бар, шуға ла Өфөгә күстем. Ҡайҙа барһам да дуҫтарым бар. Ярҙам итәләр. Рәхмәтлемен.
--Бәғзеләр ауырлыҡҡа тиҙ бирешә лә үҙ тормошона ҡулын һелтәй. Һинең дә “ҡул һелтәгең” килгән мәлдәр булдымы?
--Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда! Ҡулды төшөрөргә ярамай! Мин бала саҡтан үҙ аллы булып үҫтем, хәҙер ҙә үҙаллылыҡҡа ынтылам. Ололар араһында үҫтем, күп нәмәгә уларҙан өйрәндем. Уҡытыусыларымдан уңдым. Ауыл мәктәбендә лә, Сибай дистацион белем үҙәгендә лә, институтта ла остаздарым шәп ине. Әле Өфөлә лә фәһем биреүселәр, яңы үрҙәргә әйҙәүселәр күп. Улар аша минең яңы тәрбиә алам, үҫешәм. Тормошта ни ҡыйынлыҡтар күп инде ул. Уларға ҡарап илап ҡына ултырыуҙан ни фәтүә? Ғүмер үтә бит. Яҡтылыҡҡа, изгелеккә, яңы үрҙәргә ынтылырға кәрәк! Яңы үргә менһәң, көс арта, илһам килә һәм шул ҡәнәғәтлек хисе үҙеңде бәхетле итеп тойорға мөмкинлек бирә!—ти Сулпан.
Тырыш ҡыҙҙың исеме лә есеменә тура килә. Яҡты йондоҙ кеүек һәр кемгә балҡып күренеп, өлгө булып тора ул. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, Сулпандың тормошҡа һөйөүе сикһеҙ. Ошо һөйөү уны көслө иткән һәм ул йәшәү ҡәҙерен белә. Афарин!


Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас