

Владимир һәм Гөлкәй Наследовтар – Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиал) сығарылыш студенттары: улар икеһе лә педагогика факультетының рус, башҡорт һәм сит телдәр филологияһы кафедраһын тамамлай.
Боролма-боролма юлдар аша, яҙмыш Владимирҙы һәм Гөлкәйҙе Сибай институтына уҡырға алып килә. Гөлкәй, икенсе юғары уҡыу йортона уҡырға инһә лә, беренсе курстың сессияһын уңышты тапшырғандан һуң уҡыуҙы үҙенең тыуған ҡалаһында дауам итергә ҡарар итә. Ни тиһәң дә, Сибай институты уның күңеленә яҡыныраҡ – әсәһенең дәрестәрҙән бушауын көтөп, мәж килгән студент тормошонда ҡайнап үтә уның бала сағы. Рәсәй вуздарының береһендә уҡыған осорҙа башҡорт мөхитен, туған телен, мәҙәниәтен һағына ул.
Гөлкәй икенсе курсҡа Сибай институтына уҡырға күскән йылы, шул уҡ факультетҡа, шул уҡ бүлеккә Владимир уҡырға инә. Быға тиклем уңған егет урта профессиональ белем алып, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтырға ла өлгөрә.
Яҙмыш – ул ғәжәп бер күренеш инде. Владимир уҡыған төркөмдөң кураторы итеп Гөлкәйҙең әсәһен, филология фәндәре кандидаты, доцент Исхаҡова Рәзилә Рәмил ҡыҙын тәғәйенләйҙәр. Рәзилә Рәмил ҡыҙы ҡасандыр Силәбе өлкәһенендә колледжда инглиз теле дәрестәре алып бара. Владимирҙы ла уҡыта.
“Владимир барыһынан да үҙенең алсаҡ холҡо, матур тауышы, әүҙем һәм ныҡышмал булыуы менән айырылып тора ине. Ул ваҡытта башыма ла инеп сыҡмай ине туғыҙ йылдан һуң минең берҙән-бер ҡыҙымдың тап ошо егет менән сәстәрен-сәскә бәйләүе”, - ти ул.
Гөлкәй бәләкәйҙән атаһы кеүек йырларға ярата, әсәһе кеүек сит телдәр һәм фән менән ҡыҙыҡһына. Сибай институтында уҡыған осорҙа ул бөтә таланттарын тулыһынса асыуға өлгәшә: тырышып уҡый, фән менән төплө шөғөлләнә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Владимир ҙа йырларға ярата, колледжда уҡығанда вокал дәрестәре ала. Хыялы – ҙур сәхнәләрҙе яулау. Институт тормошонда ҡайнап йәшәй урыҫ, башҡорт һәм сит телдәр филологияһы кафндраһының ике иң әүҙем студенты – төрлө концерт, олимпиада-конкурстарҙа ҡатнаша, икеһе лә Айнур Рәшит улы Туҡтаев етәкләгән вокал ансамблендә шөғөлләнә. Бала саҡ хыялдары тормошҡа аша – ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайҙар, хатта Өфө филармонияһында ла бер-нисә тапҡыр концерт ҡуйып ҡайталар.
Гөлкәй – уҡыу алдынғыһы, ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты; фән, сит телдәр һәм вокал буйынса төрлө халыҡ-ара конкурстар лауреаты, моделдәр мәктәбе шөғөлләнеүсеһе. Владимир – актерлыҡ һәләттәре булған моңло тауышлы талантлы егет, КВН уйынсыһы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, кураторының уң ҡулы, үҙе йырҙар ижад итә. Ике талантлы йәш йөрәк бер-береһен тап итеп, сәхнәләрҙә бергә йырлай башлай. Улар башҡорт, урыҫ, инглиз, ғәрәп телдәрендәге дуэттары менән тамашасыларҙың күңелен яулай. “Студент яҙы” конкурсына ике клип та төшөрәләр. Гөлкәй дүртенсе, Владимир өсөнсө курста уҡығанда никах һәм туйҙары шаулап үтә йәштәрҙең.
Наследовтар ғаиләһендә Элиза исемле наҙлы ҡыҙ бала донъяға килә. Хәҙер Элизаға йәш тә һигеҙ ай инде. Ул да йырларға, бейергә ярата. Буш ваҡыттарын бергә үткәрергә тырыша бәхетле пар. Владимир аш-һыуға ла оҫта. Ғаиләһен төрлө тәмле ризыҡтар менәни һыйлай. Гөлкәй бәйләргә ярата, тәржемә эше менән шөғөлләнә. Йәш ғаилә атай-әсәй, өләсәй-олатайҙары менән шау-гөр килеп, алдағы тормошҡа ҙур пландар ҡороп йәшәп ята әле.
Ғаилә башлығы Владимир бер-нисә көн элек кенә ҡулына диплом алды. Гөлкәй укыуҙы бер йыл элек тамамлаһа ла, институт тормошонда ҡайнап йәшәй һаман да – фәнни мәҡәлдәр яҙа, концерттарҙа ҡатнаша, бәләкәй курс студенттарына фәһемле кәңәштәрен бирә.
“Сибай институтынан айырылып китеүҙе күҙ алдына ла килтереүе лә ҡыйын”, - ти улар. Институттың да талантлы йәштәрҙе ебәргеһе килмәй, әлбиттә. Шуға күрә лә Наследовтар рус, башҡорт һәм сит телдәр филологияһы кафедраһында быйыл ғына асылған магистратурала белемдәрен дауам итергә ҡарар иттеләр. Йәш парҙың фекеренсә, бәләкәй ҡалала уҡып та ҙур уңыштарға өлгәшергә була!