

Бергә хеҙмәт итеүҙең, бәлки, ҡатмарлыҡтары ла булғандыр. Ни тиһәң дә, туғаның өсөн, уның хаталары өсөн яуаплылыҡ тояһың. Шулай ҙа ыңғай яҡтары күберәктер. Бергә булыу уларға ҡыйын мәлдәрҙә, яңы шарттарға яраҡлашҡанда бер-береһенә терәк булырға мөмкинлек биргәндер, тыуған яҡтан алыҫ булғанда бер туғандың эргәңдә булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Улар бер-береһенә таяныс була, рухи яҡтан ярҙам итә. Киләсәктә Бөрйән менән Фаяздың уртаҡ хәтирәһе буласаҡ. Бергә үткән хәрби хеҙмәт – ғүмерлеккә иҫтә ҡала торған уртаҡ тәьҫораттар сығанағы. Уларҙың һөйләй торған тарихтары, кисергән ваҡиғалары башҡаларҙыҡынан айырылып торасаҡ.
Бер туғандарҙың бергә армияла хеҙмәт итеүе – был ысын мәғәнәһендә һирәк күренеш. Ул уларҙың тормошонда үҙенсәлекле эҙ ҡалдыра, уларҙың туғанлыҡ бәйләнештәрен тағы ла нығыта.
Бөрйән һәм Фаяз Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында тыуған. Башланғыс белемде шунда алалар. Унан күрше Ярат мәктәбендә уҡыйҙар.
--Улдарымдың йәш айырмаһы—йәш тә ике ай. Бөрйән 9-сы класты тамамлаған йылда илдә коронавирус таралып китте. Ул ситкә уҡырға китергә теләй ине, сир таралғас, туҡталып торҙоҡ. 10-сыны ауыл мәктәбендә дауам итте. Ҡустыһы 9-сы класты бөткәс, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалына барам тигәс, Бөрйән ҡустыһы менән шунда китте. Икәүләшеп газовик һөнәрен алдылар. Бер юлы С категорияһына уҡынылар. Колледждан дипломдарын алып өлгөрмәнеләр, армияға алып киттеләр. Тәүҙә Силәбелә учебкала булдылар, унда Е категорияһына уҡыттылар. Артабан уларҙы Мурманск өлкәһенә ебәрҙеләр. Улар төньяҡ диңгеҙ флотына эләкте. Ҡасандыр аталары Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткәйне. Хәҙер минең өс морягым бар,--ти егеттәрҙең әсәһе Айгөл Заманова.
Донъяла тыныслыҡ булмағас, бер йыл да ата-әсә өсөн оҙаҡ тойола. “Ике улым—ике бөртөгөм бер юлы армияға алынғас, еңел булманы. Имен генә ҡайтһындар тип түҙемһеҙләнеп көттөк. Иртәгә уҡыу йортонан дипломдарын барып алалар. Артабан эшкә урынлашып, илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып, матур йәшәһендәр. Бәләкәйҙән дуҫ-татыу булдылар, айырылманылар. Беҙ уларҙы игеҙәктәрҙе кейендергән һымаҡ бер иш кейендерҙек. Спорт яраттылар, саңғы ярышында, ат сабышында ҡатнаштылар. ГТО нормаларын тапшырып, бронза, көмөш, алтын миҙал яуланылар”,--ти әсә һөйөнөп.
Ил алдындағы бурыстарын матур итеп үтәп ҡайтҡан Замановтарҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә берҙәм, татыу һәм алдынғы булығыҙ!