АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
26 Июня , 04:50

Икмәктәре бешә күпереп

Бер нисә йыл элек өйҙә икмәк бешереү дәүере тарихта ҡалыр кеүек тойолдо. Хатта иң төпкөл ауылдарҙа ла кешеләр магазиндан «хөкүмәт икмәген» алыуға күсеп бөткәйне. Был процесты үҙгәртеп тә, туҡтатып та булмаҫ һымаҡ ине. Ни тиһәң дә кеше анһатҡа тиҙ өйрәнә. Әммә, йыш ҡына булғанса, тормош үҙ төҙәтмәләрен индерә.

Икмәктәре бешә күперепИкмәктәре бешә күпереп
Икмәктәре бешә күпереп

Туҡлыҡлы, тәмле икмәк ашап үҫкән бала сағын һағынып ҡына түгел, зарарһыҙ, экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы ризыҡ ашау өсөн бөгөн ҡамыр баҫыуға тотоусылар арта башланы. Өйҙә бешерелгән һәр төрлө икмәк араһында айырым иғтибар тыуҙырғаны—ҡомалаҡ икмәге. Ул тәмле һәм хуш еҫле генә түгел, ә файҙалы ла. Уны бешергән хужабикәләр айырым һоҡланыу уята. Күңел, ҡул һәм усаҡ йылыһы ҡушылған әпәкәйҙе бешереүселәрҙең береһе Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында йәшәй.
Зөлфиә Шафиҡ ҡыҙы Фәйзуллина 32 йыл бергә йәшәгән иренән 12 йыл элек яңғыҙ тороп ҡалған. Ике улы, бер ҡыҙы бар. Уларҙың үҙ донъяһы. 4 ейәнсәргә, 5 ейәнгә өләсәй булған Зөлфиә апай уларҙың ялға, каникулға, байрамға килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ҡәҙерлеләренә һәр саҡ күпертеп ҡомалаҡ икмәге бешерә.
—Магазин икмәген ашай алмайым. Бәләкәйҙән ҡомалаҡ икмәгенә өйрәнгәнбеҙ. Мейестә бешереп алам, инде тәмле була. Ҡунаҡтарға бешертеп тә алалар, саҙаҡа итеп тә таратам. Кистән болғап ҡуям да, намаҙға торғанда ҡамыр баҫам. Күберәк тасҡаған һайын, ул күҙләнеп, ҡабарып бешә ул. Йылыға ултыртып, ҡарап ҡына торорға кәрәк. Әсеткеһе көслө булһа, ике тасҡаһаң да етә,—тип икмәк бешереү серҙәре менән уртаҡлаша хужабикә.
Яңғыҙым йәшәйем тип бошоноп ултырмай ул. Матур-матур гөлдәр үҫтерә, ҡош-ҡорт көтә, йөн иләп, носкиҙәр бәйләй. Намаҙға баҫыуына ла 13 йыл булып киткән. Доғалары күңеленә тыныслыҡ бирә. Яҡшы, яҡты уйҙар менән баҫҡан икмәге күпереп бешһә, уны алыусылар һәм ашаусылар маҡтаһа, күңеле тағы ла ҡанатланып китә.
Ҡомалаҡ икмәге еҫе аңҡыған, йылы, ҡотло, доғалы йортонда усағы оҙаҡ-оҙаҡ дөрләп янһын, унда тәмле-тәмле әпәкәйҙәр бешһен тибеҙ Зөлфиә апайға.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас