

Юғарыла яҙылғандарҙы уҡығас, күптәр ниндәйҙер кимәлдә үҙен танығандыр. Малайҙар ғына үҫкән ғаиләлә хәлдәр шулайыраҡ бит. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында буй еткереп, әле Сибай ҡалаһында йәшәүсе Иҙел Әхәт улы Әсмәндийәров бала сағын нәҡ шундай итеп ҡылыҡһырлай. Ул үҙе 1984 йылғы булһа, оло ағаһы Рәзиф—1972, икенсеһе Зөлфәт 1976 йылда тыуған. Бала саҡта тап кесе ағаһы уның янында йышыраҡ өйрөлә лә инде. Ҡустыһы ғаилә ҡороп, өй һалғанда ла оҫта ҡуллы, бар эшкә булдыҡлы Зөлфәт уның янынан ҡайтышмай. Үҙ ғаиләһе булмағас, Иҙелдең ҡыҙҙарына ла эҫенеп китә. Килгән һайын улар менән уйнай, шаяра, күстәнәс-бүләктәр ташый. Балалар ҙа олатаһының килгәнен һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Тик бөгөн быларҙы һағынып һөйләргә генә ҡалған... Сөнки өс тағандың береһе батырҙарса ауған.
Эйе, бөгөн махсус хәрби операция тип йыш һөйләйбеҙ. Әммә уның бар аянысын үҙ ҡәҙерлеһен юғалтҡан кеше генә тулы кимәлдә аңлай. Иҙел Әхәт улы ла ағаһын юғалтыуына әле булһа ла ышана алмай. Ҡасандыр бәләкәй малайға ағаһы утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ кеше булып күренә һәм ул ғүмер баҡый ҡустыһын ҡурсалап, йәшәргә өйрәтеп, көйөр ерҙә әрләп, маҡтар ерҙә арҡаһын ҡағып, ҡулын ҡыҫып янында йөрөр һымаҡ тойола. Әммә, үкенескә күрә, бөгөн ағаһың көлөүе, тауышы, йылыһы тик хәтерҙә генә һаҡлана, ул көндән-көн алыҫая, тоноҡлана. Ләкин был күңел яраһын бер нисек тә кәметмәй.
—Ағайым үтә лә рухлы, көслө ихтыярлы кеше ине. Ул был хаҡта ҡысҡырып әйтеп йөрөмәне. Яҡын кешеһе булараҡ мин быны яҡшы беләм. Үҙем дә еремде, халҡымды, телемде яратам. Ләкин ул минән дә рухлыраҡ ине. Зөлфәт ағайым 2025 йылдың ғинуарында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. «Ниңә?»—тип һораным, әлбиттә. «Кемдер илде һаҡларға тейеш бит. Һине алһалар үкенесле булыр ине, һин бит ике ҡыҙ атаһы»,—тип яуапланы. Уның алдан уҡ уйы булғандыр, бары тик ауырыған әсәйҙе йәлләп йөрөгәндер, тип уйлайым. Әсәйебеҙ Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан мәҙәниәтенән уҡытты. Рухлы, ғәҙел, тура һүҙле кеше булды. Ауыл ветерандары Советын да етәкләне. Һүҙҙе ҡыҫҡа тотто, бер әйтә лә шулай эшләй, ирҙәрсә характерға эйә ине. Ауырып дауаханала ятҡанда ла Зөлфәт ағайҙы ҡайғыртып ятты. «Бәпәйме ни ул, шуны һорайһың да ятаһың»,—тип бер үпкәләберәк тә әйтеп алдым. «Һеҙҙең бит хәстәрләр ҡатынығыҙ, һөйөр балаларығыҙ бар, ә уныҡы юҡ»,—тип әсәйем борсолоуын белдерҙе. Әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа киткәс, бәлки, Зөлфәт ағайым өйҙә йәм дә тапмағандыр. Тегендә китәсәген белгәс, баҙап ҡалырға ваҡыт та булманы. Йүгереп йөрөп кәрәк әйберҙәр туплаштым. Сөнки ағай бер көн ҡалғас ҡына әйтте. Уның ҡарарын үҙгәртеп булмаҫын белә инем. Дарыухана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен. Баш ҡаңғырыуҙан ҡапыл нимә алырға ла белмәгәндә, улар барыһын да теүәлләп бирҙе. Ағайым менән мөмкин тиклем бәйләнеш тоттом, аралашытыҡ. Ул фото-видеолар ебәрҙе. Бер ҡасан да кәйефһеҙләнеп, үкенеп, илап-мыжып ултырманы. Үҙен ағайҙарса тотоуын дауам итте. Бер мәл уға Башҡортостан флагын бүләк иткәндәр ине. Шуға балаларса ҡыуанып, видео төшөрөп ебәрҙе. Ул үҙенең республикаһын, халҡын ныҡ яратты шул. Бөгөн миңә быларҙы үткән заманда һөйләүе еңел түгел. Зөлфәт ағайым тәүҙә «Хамон» позывнойлы командир ҡулы аҫтында йөрөһә, аҙаҡ үҙе йәштәрҙе әҙерләне. Бишенсе тапҡыр алғы һыҙыҡҡа үҙе командир булып инде. Ағайым менән һуңғы тапҡыр 2025 йылдың 20 майында һөйләштек. Дүрт ауылды алыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне... 6 июнь алып ҡайтып ерләнек. Аҙаҡҡаса ышанманым. Ағайымды ритуаль хеҙмәт ауылға алып килгәс, ныҡ ауыр тойғо биләп алды,—ти Иҙел Әхәт улы күҙенә йәштәр алып.
Алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡыйыулығы, сослоғо өсөн «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән «Асман» позывнойлы
Зөлфәт Әсмәндийәровты ҡустыһы ғына түгел, ауылдаштары, уҡытыусылары тик яҡшы яҡтан телгә ала. Ярҙамсыл, кешелекле, булдыҡлы, егәрле, рухлы, илһөйәр
булды тиҙәр.
—Ағайым таҙалыҡ, бөхтәлек яратты. Бер эште башлаһа, урын-еренә еткереп эшләй ине. Ике еңен төрөп ихласлап иҙән йыуғаны ла, өйөмдөң баҫҡыстарын балалар өсөн хәүефһеҙ һәм матур итеп эшләүе лә, яр буйында балыҡ ҡармаҡлап ултырыуы ла, ишек алдында техника йүнәтеүе лә, балаларҙы яратып һөйөүе лә—һәммәһе лә күҙ алдында. Эште ирҙәрҙеке, ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип торманы, тота ла эшләй ине. Алтын ҡулында таш та, тимер ҙә, ағас та уйнап торҙо, мал яратты. Беҙҙең арала күҙгә күренмәҫ, аңлатып булмаҫтай бәйләнеш тә булды. Мин уйлағанды ул эшләп ҡуя ине,—ти ағаһын юҡһынып Иҙел Әхәт улы.
Бөгөн өс ул үҫтергән Әсмәндийәровтар йортонда кинйәкәүҙе «Герой атаһы» миҙалын йөрөтөүсе атаһы Әхәт Ибраһим улы ғына ҡаршы ала. Оло ағай ғаиләһе менән айырым йәшәй, ә әсәй менән кесе ағай—мәңгелек йортта. Ҡасандыр шуҡ малайҙарҙың шаярыуынан геүләп торған йортта атай кеше үҙенсә хәсрәт кисерә, ағай ҡурсалауына, ярҙамына зарығып ҡайтҡан ҡусты үҙенсә ҡайғыра. Был йортта, был урамда һәр мөйөш, һәр әйбер ағайҙы хәтерләтә. Ул үҙ артынан тынлыҡ, хәсрәт, күңел бушлығы ғына ҡалдырмаған, ә Ватанын һаҡлаусы булараҡ батырлыҡ өлгөһө булып киткән. Ағай үҙ илен яратҡан, уның киләсәгенә ышанған һәм быны үҙ ғәмәле менән иҫбат иткән. Йөрәк һыҙлауын бары шул ғына йыуата ла инде... Ул ысын патриот, ысын ағай, ысын кеше булған. Һәм уның иҫтәлеге һәр ваҡыт ҡустыһында йәшәр.
Ҡәҙерле туғаны уны шундай изге күңелле, көслө, оҫта, ярҙамсыл итеп хәтерләр, ағаһы ғорурлана алырлыҡ итеп йәшәр. Был хәтер һәм туғандар араһындағы мөхәббәт дәүер геройының рухын шатландырыр, ҡараңғы гүрҙәрен яҡты итер...
Резеда Усманова.