Замандаш
23 Июня , 04:15

Ҡурҡыу белмәҫ батыр

«Вечный» ун тәүлек буйына бер тәғәм ризыҡһыҙ дошман дрондарынан һаҡланып, уларҙың тырнағына эләкмәҫ өсөн бар көсөн һалып, әллә нисә саҡрым юл үтә.

Ҡурҡыу белмәҫ батырҠурҡыу белмәҫ батыр
Ҡурҡыу белмәҫ батыр

«Вечный» позывнойлы яҡташыбыҙ Татыр-Үҙәк ауылында Таймаҫовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. Татыр-Үҙәк мәктәбенең 6-сы класын тамамлағандан һуң, Күмертау ҡалаһының Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. 2016-2020 йылдарҙа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында уҡый. Тыуған яғына ҡайтып Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә төшә, 2020 йылдың ноябрендә армияға алына. Байҡал аръяғы крайы Чита ҡалаһында Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәгән ваҡытта ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар итә һәм 2021 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ошо ваҡыттан алып уның хәрби командировкалары башлана. 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция башланғас та ил мәнфәғәтен һаҡлап, уның именлеге һағына баҫа. 2022 йылдың декабрендә отпускыға ҡайтҡан сағында һөйгән йәре Воздвиженка ауылы һылыуы Лилиә Яҡшыбаеваға өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә егет.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ бөгөн 36-сы гвардия дивизияһының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Угледар, Владимировка, Константинополь, Поддубное, Богатырь һәм башҡа ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәргә өйрәнгән батыр йөрәкле яҡташыбыҙ, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, яуҙа үҙен аямай көрәшә. Дошмандарға ҡаршы алыштарҙың береһендә Поддубной ҡалаһын алған ваҡытта ҡаты яралана. «Вечный» ун тәүлек буйына бер тәғәм ризыҡһыҙ дошман дрондарынан һаҡланып, уларҙың тырнағына эләкмәҫ өсөн бар көсөн һалып, әллә нисә саҡрым юл үтә. Үҙебеҙҙекеләргә янына шыуышып тигәндәй сыҡҡас, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр һәм госпиталгә оҙаталар. Ярты йыл дауаланғандан һуң, бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ тыуған яғында реабилитация үтә. «Бер һуғыш та уйын түгел, ул аяуһыҙ. Бик иғтибарлы, һәр ваҡыт уяу булырға, ауыр ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәк, йәшәүгә өмөт, беҙ еңәсәкбеҙ тигән ышаныс алға әйҙәй. Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу...», – тип уртаҡлаша яугир.
Махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов, I һәм II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.

 

 

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәтенең «Бәйләнештә» төркөмө.

Автор:
Читайте нас