Замандаш
17 Июня , 04:15

Уҙаманға 95 йәш

Ғүмер буйы ауыл хужалығында бухгалтер булып эшләгән уҙаман бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хеҙмәт ветераны Хәйривара Ғүмәровҡа—95 йәш.

Уҙаманға 95 йәшУҙаманға 95 йәш
Уҙаманға 95 йәш

Ошо көндәрҙә хеҙмәт ветераны, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы аҡһаҡалы Хәйривара Фәхрәз улы Ғүмәров үҙенең 95 йәшен билдәләй.

Хәйривара Фәхрәз улы сағыу һәм бай тормош алып барған кеше.  Ул Байыш ауылында тыуған. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда эшләй һәм биш бала тәрбиәләй. Хайривараның хеҙмәт юлы һуғыш ваҡытында башлана: йәйгеһен ул баҫыусылыҡта эшләй, ә ҡышҡыһын әсәһенә фермала ярҙам итә. 1945 йылда мәктәп ябыла һәм үҫмерҙәр колхозға эшкә бара. Хайривараны йылҡысылыҡ бригадаһына бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. Ул көн һайын Баймырҙа ауыл советына сводкалар менән бара. Тап ул Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуы тураһында шатлыҡлы хәбәр алып килә. Мәктәп асылғас, Хәйривара Ғүмәров ете класты тамамлай. 1948 йылда уны Сибай МТС-тра тракторсылар бригадаһына бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңыраҡ Баймаҡҡа ун айлыҡ курстарға ебәрәләр. 1951 йылдан «Урғаҙа» колхозында бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй, ә ҡушылғандан һуң Йылайыр совхозы бүлексәләрендә эшләй. Һуңынан тәжрибәле белгес «Һәүәнәк» һәм «Сибай» совхоздарында баш бухгалтер булып эшен дауам итә. 1978 йылдан пенсияға тиклем «Йылайыр» совхозында эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас Хәйривара Фәхрәз улы «Ирәндек» шәхси предприятиеһында тағы ла ете йыл эшләй. Хәйривара Фәхрәз улы һәр ваҡыт белемгә ынтыла. 1968 йылда ул Йоматау техникумын тамамлай һәм даими рәүештә квалификацияһын күтәрә.

Пенсияға сыҡҡас, ул рухи практика менән мауыға. Бала саҡтан атаһы уны Ҡөрьән сүрәләрен уҡырға өйрәтә, Хәйривара Ғүмәров ғәрәп алфавитын үҙаллы өйрәнә. 1994 йылда ул Урғаҙа ауылы мәсетендә имам-хатибҡа ярҙам итә. 1998 йылда Мәккәгә хаж ҡыла, мәсеткә йәштәрҙе йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡара.

Ауылдаштары Хәйривар Фәхрәз улын өлгөлө атай булараҡ белә. Ҡатыны Йәнбикә Ғатаулла ҡыҙы менән бергә ул оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерә. Уларҙың балалары Әнүәр, Зәлифә һәм Зәкиә уҡытыусы, ә кесе Зөфәр, атаһы кеүек үк, үҙ тормошон ауыл хужалығы менән бәйләй. Бәхетле ҡартатайҙың 10 ейән-ейәнсәре, шулай уҡ дүрт бүлә-бүләсәре бар. Хәйривар Фәхрәз улын 95 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

 

Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәте.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас