

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Фәхирә Хажғәле ҡыҙы Абайдуллина 1929 йылдың 1 июлендә Муллаҡай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан сос баланың уҡырға бармаҫтан алда уҡ уҡыуға һәләте барлығын ата-әсәһе һиҙә. Белемде үҙ ауылында ала, аҙаҡ күрше ауылға барып уҡый. Һуғыш башланғанда уға ун ике йәш тулған була. 7-се класты өҙөп-йолҡоп ҡына уҡырға тура килә. Сөнки барлыҡ ирҙәр, шул иҫәптән уның атаһы ла һуғышҡа алына. Фәхирәне 1942 йылдың февраль айында уҡ тракторға яғыулыҡ әҙерләү өсөн урманға ағас эшенә ебәрәләр. Баш тартып булмай, талап ҡаты була. Илгә төшкән ауырлыҡты ил менән күтәргән заманда баш тартыу тураһында берәү ҙә уйламай. Шулай ете класты тамамлағас, тағы бер йыл яғыулыҡ әҙерләү эшендә йөрөй. 1943 йылдың яҙында, сәсеү эше башланған мәлдә, уны фермаға иҫәпсе-лаборант итеп күсерәләр. Һауылған һөттө көн аша 2-се Этҡол ауылындағы һөт йыйыу урынына алып барып тапшыра. Унда бармаған көндө ырҙынға ярҙамға йөрөй. 1945 йылдың башында колхоздың склад мөдире итеп ҡуялар. Бында дүрт йыл эшләй. Әллә ниндәй уҡыу йортонда уҡымаһа ла уның иҫәп-хисапҡа барымын колхоз етәкселәре һәр саҡ баһалай һәм гел яуаплы эш йөкмәтәләр. Ул осорҙа иң юғары маҡтау—ул «Рәхмәт» һүҙе була.
1949 йылда Фәхирә Хажғәле ҡыҙы Ниғәмәт ауылынан атаҡлы ҡурайсы Абайдуллин Әбдрәхмәндең улы Йыһанурға кейәүгә сыға. Килен булып төшкәс тә колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. 1960 йылда ауылда асылған медицина пунктына йыйыштырыусы булып эшкә сыға. 25 йыл эшләү дәүерендә ул ауыл халҡынан тик рәхмәттәр генә ишетә. Ул йылдарҙа Һаулыҡ яҡлау министрлығынан Рәхмәт хаты йыйыштырыусыға түгел, медицина белгесендә лә һирәк булғандыр. Уның хеҙмәтен Рәхмәт хаты менән баһалайҙар. 1972 йылда ул «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәһенә лайыҡ була, ә 1975 йылда уға «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы тапшырыла. 1981 йылда Хеҙмәт ветераны тип таныла. Хаҡлы ялға сыҡҡансы әллә күпме фельдшер, шәфҡәт туташтары менән эшләп, уларҙың тәжрибәһендә күпкә өйрәнә. Укол һалырға ла оҫтара, тик белгестәр генә рөхсәт бирмәй.
Үкенескә күрә, тормош иптәше Йыһанур бик иртә яҡты донъя менән хушлаша. Тормоштоң бар ауырлығын бер улы, дүрт ҡыҙы менән яңғыҙ күтәрә. Уларҙың һәр беренә белем алырға һәм үҙ аллы тормош ҡорорға ярҙам итә. Өс ҡыҙы—юғары, улы менән оло ҡыҙы махсус урта белемле. Бөгөн 97 йәшен тултырған Фәхирә Хажғәле ҡыҙы балаларының ҡәҙерен тойоп йәшәй. Рәшиҙә, Гөлйөҙөм, Сәриә—уҡытыусы, Рәсимә—төҙөүсе, Радик—водитель. Балаларының ҡыуанысын, көйөнөсөн яңғыҙы тартҡан Фәхирә апай бик иртә киткән ҡайынбикәһенең улы Әхтәмде лә үҙ балаһындай күрҙе, туйын үткәрешеп, Баймаҡ ҡалаһына эшкә күскәс тә хәлдәрен белеп йөрөнө. Уның балаларын да үҙ ейәндәрендәй яратты, улар өсөн дә шатлана.
Фәхирә Хажғәле ҡыҙы апһындары менән бик татыу булды. Әле уларҙың балалары бер туғандай ҡатышып йәшәй. Күп ауырлыҡтар үткән һуғыш осоро балалары хеҙмәт һөйөүе, талымһыҙлығы менән генә түгел, ана шундай кешелекле, иғтибарлы, оло йөрәкле булыуы менән дә үрнәк шул. Ауылыбыҙҙың оло ихтирамға лайыҡ ағинәйенә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Рәйсә Иҫәнбаева.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.