+19 °С
Болотло


12 июндә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында Рәсәй, Өфө ҡалаһы һәм Салауат Юлаев көндәренә арналған ат спорты ярыштары үтте. Тамашасылар иғтибарына төрлө тоҡомло аттарҙа 9 заезд тәҡдим ителде, сабышҡа 90 баш самаһы ат сыҡты, ә дөйөм приз фонды 1,2 миллион һумдан ашыуҙы тәшкил итте. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылынан Ислам Дәүләтбаев тәжрибәле Рәсих Йортбәков әҙерләгән «Бәрәкәт» атында Башҡортостандың иң яҡшы аттарын еңде һәм районға тағы ла бер ҙур еңеү килтерҙе. Ислам бындай күләмле ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашһа ла, ул ышаныслы рәүештә призлы өсөнсө урынды яуланы.