

Рафиға Сабир ҡыҙы һәм Хәйбулла Хәйрулла ҡыҙының тормошо башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмаған да кеүек. Рус яҙыусыһы Лев Толстой яҙғанса, һәр бәхетле ғаилә бер-береһенә оҡшаған. Ысынлап та, 52 йыл иңгә-иң терәп бер һуҡмаҡтан атлайҙар икән, тимәк йәшлек һөйөүенә тап төшөрмәй, ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, балаларына үрнәк булып йәшәй беләләр.
Арғынбаевтар оҙаҡ йылдар ауыл
хужалығында эшләй. Хәйбулла Хәй-рулла улы йылҡы көтһә, Рафиға Сабир ҡыҙы һыйыр ҙа һауа, лаборант та була, бейә һауып ҡымыҙ ҙа бешә. Береһенең эш стажы—40, икенсеһенеке—37.
—Эштән кеше үлмәй ул. Һаулыҡ булһа, әле лә эшләргә була. Мин ни Себерҙә бер аҙ эшләп ҡайттым, —тип аптырауға һалды йорт хужабикәһе.
Хәйбулла ағай ҙа уҙған йыл Әбйәлил районында йылҡы көткән икән. Бер кемгә лә сер түгел: йылдар буйы колхоз-совхозда тир түгеп хаҡлы ялға сығыусыларҙың бөгөн пенсияһы бәләкәй. Ә һәр кем йортон ҡотайтҡыһы, бөтәйткеһе килә. Арғынбаевтар ҙа балаларына ыҙа һалмай ғына, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, йәмле йорттарын тағы ла нурлыраҡ итеп матур ғүмер кисерә. Ауылдағы «Еҙ төймә» ансамблендә шөғөлләнгән Хәйбулла Хәйрулла улы ҡулына гармун алып, бергә ҡорған
донъяларына моң өҫтәһә, хужабикәнең үҫтергән гөлдәр күҙҙең яуын ала.
—Гөлдәр яратам. Уларға шәкәрле, әсеткеле һыу ҡоям, ямғыр, ҡар һыуын йыйып алам,—ти аллы-гөллө сәскәләренә ҡарап Рафиға апай.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер уй-маҡсат менән йәшәүсе, бер улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, бөгөн 9 ейән-ейәнсәргә, 1 бүләгә ҡартатай-өләсәй булған Арғынбаевтар мал да тота.
—Эшһеҙ нимә эшләп ултырмаҡ кәрәк? Мөмкинлек булғанда тотабыҙ әле. Шуға әүрәп йөрөйбөҙ. Хәрәкәттә бәрәкәт бар бит,—ти улар.
Ысынлап та, хеҙмәт һөйгәндәрҙең йортонда ырыҫ та, ҡот та була. Ярты быуаттан ашыу бер-береһенә иң ҡуйған һәм тиң булған, шул тиңлеккә тоғро ҡалған Арғынбаевтарҙы бәрәкәт ташламаһын!
Резеда Усманова.