+19 °С
Облачно


Баймаҡ районы Беренсе Этҡол урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, Ғәҙелбай ауылы егете Йортбәков Рәсих Рәсүл улына үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде. Рәсих Рәсүл улы тәрбиәләгән егеттәр әрме сафында ла, тормош көткәндә лә һынатмай, айыҡ тормош алып бара. Уҡыусылары һәр ваҡыт призлы урынды яулай. Ғәҙелбай ауылында төпләнеп, ҡатыны Гөлсинә Рәүил ҡыҙы менән өс бала үҫтереүсе уҡытыусыны юғары наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ!