АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
11 Июня , 05:05

Афарин, ИСКӘНДӘР!

Хәйбулла егете Искәндәр Аблаев үҙенең «Ер аҫты балалары»  исемле командаһы менән CASE-IN халыҡ-ара инженер чемпионатында бер юлы ике тапҡыр икенсе урынды яулай. Искәндәр Үрге Пышма ҡалаһындағы Техник университеттың «Тау электромеханикаһы» йүнәлешендә белем ала, быйыл 4-се курсты тамамлай.

Афарин, ИСКӘНДӘР!Афарин, ИСКӘНДӘР!
Афарин, ИСКӘНДӘР!

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алыусы студент бер юлы ике номинацияла CASE-IN халыҡ-ара инженер чемпионаты призеры булды!

Хәйбулла егете Искәндәр Аблаев үҙенең «Ер аҫты балалары»  исемле командаһы менән CASE-IN халыҡ-ара инженер чемпионатында бер юлы ике тапҡыр икенсе урынды яулай. Искәндәр Үрге Пышма ҡалаһындағы Техник университеттың «Тау электромеханикаһы» йүнәлешендә белем ала, быйыл 4-се курсты тамамлай.

Мәскәүҙә үткән чемпионатта Рәсәйҙән һәм 13 БДБ һәм БРИКС илдәренән бөтәһе 6 000-дән ашыу кеше ҡатнаша.

Финалда 208 команда осраша. Техник университеттың «Ер аҫты балалары» командаһы бер юлы ике йүнәлеш—«Тау машиналары һәм ҡорамалдары» һәм «Проектлы инжиниринг» буйынса көмөш миҙал яулай.

—Студенттарыбыҙҙың CASE-IN-ҙа еңеүҙәре яҡшы йолаға әүерелде. Университет командалары бындай кимәлдәге чемпионатта бер нисә йыл рәттән призлы урындар яулай. Бының менән төплө белемле инженерҙар әҙерләүебеҙҙе иҫбатлай алабыҙ, ә предприятиелар буласаҡ белгестәрҙең профессионализмына ышаныс менән ҡарай ала»,—тип билдәй Техник университет директоры Вячеслав Лапин.

CASE-IN—инженерлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса иң ҙур халыҡ-ара чемпионаттарҙың береһе. Ул RAEX версияһы буйынса донъя олимпиадаларының ТОП-15 исемлегенә ингән. Уның ҡатнашыусылары аныҡ етештереү кейстары өҫтөндә эшләй, ә уларҙың эштәрен бизнес, фән һәм профилле тармаҡ вәкилдәре баһалай.

Быйыл Үрге Пышма ҡалаһының Техник университеты Свердловск өлкәһенең юғары уҡыу йорттары араһында беренсе урынды һәм Рәсәй RAEX локаль рейтингында Урал федераль округы буйынса икенсе урынды биләй. Был техник вуздар араһында иң юғары позиция. Рейтинг төбәк юғары уҡыу йорттарының белем биреү һәм фәнни потенциалын, шулай уҡ уларҙың сәнәғәт һәм йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшөн аныҡ күрһәтә.

Афарин, ИСКӘНДӘР!
Афарин, ИСКӘНДӘР!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас