

Йылайыр районы Аралбай ауылында йәшәгән Сәғиҙә һәм Фәйзулла Таулбаевтарҙың дүрт балалы ғаиләһендә Әсҡәт ағай өсөнсө бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында, унан Ғәлелә, Матрайҙа белем алған, Германия тарафтарында хәрби хеҙмәт үткән, унан Магнитогорск ҡалаһында төҙөүсе һөнәрен алған егет кәләш алғас, тыуған ауылындағы тауға менеп, һөйгәненә тирә-яҡ матурлығын күрһәтеп торғанда: «Мин ошонда йорт һаласаҡмын»,—тип ысҡындыра. Был хыялы тиҙ генә тормошҡа ашмай, шулай ҙа Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгән, күрәһең.
Район үҙәгендә үҙенең ныҡлы ояһын ҡороп, ике ҡыҙын үҫтереп, уларға юғары белем биреп, шул арала үҙе лә бик күп ҡалаларға барып, курстар үтеп, һөнәрҙәр үҙләштереп, эшҡыуарлығын йәйелдереп ебәргән Әсҡәт ағайҙың йәшлек хыялы онотолоп тора. Ата-әсәһе лә күрше Сидоровка ауылына күсеп, арыуыҡ йылдар шунда йәшәп, мәрхүм була. Ҡәҙерлеләрен үҙ ҡуйынына алған Аралбайға Әсҡәт Фәйзулла улы юлды һыуытмай. Килгән һайын тыуған ауылының гүзәллегенә һоҡланып ҡына ҡалмай, ә тәпәй баҫҡан ғәзиз төйәгенең урамы бушап, йорттарҙағы уттар һүнеп, улар емерелеп, етемһерәп торғанға әсенә.
—Тәүҙә ауылға яҡын ағаслыҡ араһына беседка эшләнем. Балыҡҡа йә зыяратҡа килгән-киткән арала шунда ултырып ала инем. Бер мәл Өфөлә фатир алырлыҡ аҡса тупланым. Ҡыҙҙарым да баш ҡалала, яндарына күсеп барырға уй бар ине. Бер көн тоттом да уйымды ҡырҡҡа үҙгәрттем. Атай нигеҙендә өй күтәрергә ҡарар иттем. Ҡатыным аңлап ҡабул итте, рәхмәтлемен! Был хәл 2016 йылда булды. Йорт күтәргән мәлдә етемһерәп ултырған мәсетте лә тәртипкә килтерергә булып киттем. Себерҙә эшләгән дуҫым Дамирға шылтыраттым, кәңәшләштек. Халыҡ аҡса йыйҙы. Себерҙә йәшәүсе һабаҡташым, Ғәле ауылы егете Ирек Дәүләтҡолов ҡул көсө менән ярҙам итте. Манараһын Баймаҡ егеттәре күтәреп ҡуйҙы. Уларҙы үҙемдә йәшәттем, ашаттым. Трансформатор ултыртыр өсөн бер йыл йөрөнөм. Ниһайәт, электр уты үткәрҙек. Ә үҙем ошо ауылға пропискаға торҙом. Әлбиттә, ҡаршылыҡтар, мәшәҡәттәр булды. Хатта Һаҡлыҡ банкында иҫәп астырғанда ла районда ундай ауыл юҡ тип йонсоттолар. Шулай ҙа маҡсатыма өлгәштем. Хәҙер туғыҙ йыл ошо ауыл кешеһе булып торам. Дамир дуҫымдың да пропискаһы ошонда,—тип һөйләй Әсҡәт ағай.
Үҙ төйәктәрен яратҡан, уның ер йөҙөнән юҡҡа сыҡмауын теләгән ир-егеттәр артынан эйәреүселәр табыла. Бөгөн бында Зөһрә Һеләүһенова, Ришат Боҫҡонов, Рәйлә Һеләүһенова, Дәүләт Ҡунаҡов, Азамат Илтенбаев, Руслан Ҡотоев, Әғзәм Боҫҡонов, Юнир Таһиров, Рәил Байсурин, Уйылдан Боҫҡонов өй күтәргән йә ер алған. Күптәре йәй көндәре генә килһә, Әсҡәт ағай йыл дауамында юлды һыуытмай. «Был һеҙгә ни өсөн кәрәк булды?»—тигән һорауға ул йөрәк тапҡырын төртөп күрһәтте.
—Беҙ ошонда тыуғанбыҙ. Ата-әсәйҙәребеҙ ошонда ята. Бер көн килеп беҙ ҙә улар янына барырбыҙ... Мин тәбиғәт балаһы. Ҡайҙа ғына булманым, әммә Аралбайҙан да матур ерҙе күрмәнем. Бында минең күңелем ял итә. Ә күңел тыныслығы донъя тыныслығы кеүек үк бик мөһим. Ватанға һөйөү һәр кемдең атайсалынан башлана. Был беҙҙең ата-балалар ере, беҙ уны ситтәр ҡулына бирмәҫкә, һаҡларға, яҡларға, уның киләсәген ҡайғыртырға тейешбеҙ. Ошоно ауылдаштарыма аңлатырға тырышам. Эйе, Аралбай хозур төбәктә урынлашҡан. Матур ҡаялы тауҙар ҙа бар, йәм өҫтөнә йәм өҫтәп Һаҡмар аға. Ҡурҡыс тау итәгенән урғылып шишмә сыға. Бында аҫаба халыҡтың нәҫеле генә йәшәргә хаҡлылыр тип уйлайым. Кире осраҡта ата-балаларыбыҙҙың рухи мираҫына хыянат иткән һымаҡ булыр,—ти Әсҡәт ағай.
Аралбай тәбиғәтенең гүзәллегенә күптәр һоҡлана, бында ҡайһы берәүҙәр өйҙәр төҙөргә, ял базаһы булдырырға, эшҡыуарлығын йәйел-
дерергә маташа. Үҙ ауылы өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылырға әҙер Әсҡәт ағай улар менән һүҙҙе ҡыҫҡа тота: «Килмәйһегеҙ!» Патриот замандашыбыҙ мөлкәтте баһалаусы (оценщик), смета төҙөүсе шәхси эшҡыуар булараҡ республика буйлап күп йөрөй. Бер мәл эш менән булышып оҙаҡ ҡына тыуған ауылына килә алмай. Ҡайтыуына: «Аралбайҙың бер өйөндә сиғандар йәшәй»,—тигән хәбәр еткерәләр. Быны ишетеү менән Әсҡәт Фәйзулла улы ғәзиз төйәгенә ашҡына. Иҫке буш йорт янында кәзәләр йөрөүен, ситтәрәк кәртәләнгән ерҙә бесән өйөмө ятыуын күреп, хәбәрҙең хаҡ булыуын аңлай. Уйнап йөрөгән малайҙарҙан атаһын саҡырып сығарыуын һорай. Ғаилә башлығына: «Ун көн ваҡыт бирәм, бынан китегеҙ. Бында ошо ауылдан сығыусы нәҫел генә йәшәйәсәк»,—тип еткерә лә ҡайтып китә. Әсҡәт ағай ҡуйған шартты белеп ҡалған таныштары: «Нисек ҡурҡмайһың? Йортоңа ут төртөп ҡуйһалар»,—тип аптырап ҡала. Ә ун көндән килеүгә ул ҡапҡаға ҡыҫтырылған хат-хәбәр таба. «Ты патриот своей земли. Ты настоящий мужчина! Молодец. Спасибо»,—тип яҙылған була.
Ғәҙеллек һөйгән, яндырай холоҡло, үҙ һүҙен һүҙ итергә яратҡан Әсҡәт ағай бындай хәлдәргә йыш тарый. Ниндәй генә алымдар, тәҡдимдәр менән килһәләр ҙә үҙ фекеренән тайпылмай.
—Үҙем 8 сутый ерҙе ҡуртымға алғанмын. Бында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға», мәсет асыу сараһы уҙғарылды. Быйыл 22 апрелдә 60 йәшемде ҡаршы алдым, ошо арала класташтарҙы ошо ергә йыйып алырға иҫәп тотам. Ә Аралбайҙан ер алып, өй һалыусылар менән ҡаты ғына һөйләшәм. Ер алаһың икән, ситтәргә һатма, тип кәңәш бирәм. Бында яттарҙың килеп, ер ҡәҙерен ебәреп, ҡыйлап, шаулап йөрөүен теләмәйбеҙ,—ти Әсҡәт Таулбаев.
Беҙ барған көндө бында мәсеттә өмә бара ине. Ир-егеттәр мәсет ҡоймаларын рәтләһә, ҡатын-ҡыҙҙар Әсҡәт ағайҙың урамындағы ғәпханала (беседка) уларға сәй табыны әҙерләне. Улар менән дә аралашырға насип булды. Һәр береһе илһөйәр ауылдаштары Әсҡәт Фәйзулла улына оло рәхмәтле. Мәҫәлән, Дәүләт ағай Ҡунаҡов бында өй һалырға, йәйге матур көндәрҙә ҡош-ҡорт көтөп йәшәргә иҫәп тота. Сәғитулла Таулбаевтың да бала саҡта ялан аяҡ йүгереп үҫкән ғәзиз ауылына ҡайтҡыһы килә.
—Ата-әсәйебеҙ 1987 йылда Сидоровкаға күсте. Әммә беҙ Аралбайҙы һағынабыҙ. Ошонда үҫтек, йәшлегебеҙ ошонда үтте. Ҡурҡыс тауы янында усаҡ яғып, йырлашып, Наза уйыны уйнап, йәйҙәрен Һаҡмарҙа һыу инеп, һыуға кипкән ҡорот ташлап, уны сумып эҙләй инек. Бында һәр ерҙә бала саҡ һуҡмағы,—ти Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Һеләүһенова.
Уның һүҙҙәрен бер туған апаһы Гөлйәүһәр апай ҙа күтәреп алды:
—Ауылыбыҙҙа бер урам булды. Әммә күптәр ошонан кәләш алды, ошонда кейәүгә сыҡты. Нәсимә һеңлем дә күрше егет—Айрат менән ғаилә ҡорҙо. Ауылыбыҙ гөрләп торҙо. Һәр өйҙә кәм тигәндә 6-7 бала ине. Бер оста ҡартатайыбыҙҙың ике ҡатлы йорто ултырҙы, уларға бөтә халыҡ сепараторҙан һөт айырта бара ла сиратта торор ине. Беҙ Олотау, Бәләкәй тау, Балдый, Ҡурҡыс, Шаушаҡ тауҙары янында емеш-еләк йыйҙыҡ. Үҙем ауыл клубында мөдир булып та эшләп алдым. Концерттар ҡуя инек, күңелле йәшәнек. Ошо ауылды тергеҙеп, яттар ҡулына бирмәгән ир-егеттәргә оло рәхмәтлебеҙ. Әле ғаиләм менән Хәйбулла районында йәшәйем, әммә бала сағым үткән Аралбайға ҡайта алыуыма ҡыуанам.
Ошо урында Гөлйәүһәр апай Әсҡәт ағайҙың өйөндә ултырған өс гармундың береһен ҡулына алып, йырлап та ебәрҙе. Нәсимә һеңлеһе менән бергә усаҡ янындағы үткәндәрен хәтерләп, йәшлек йырҙарын һуҙҙылар. Әйт-кәндәй, ошо ауылда тыуып-үҫкән Мирсәйет Ҡылысов һүҙҙәренә Артур Туҡтағолов ижад иткән йырҙы Фәрит Бикбулатов оҙаҡ йылдар «Йәшлек тауы» тип йырланы. Ысынында тәүге вариантында унда «Ҡурҡыс тауы» тип яҙылған икән:
Көндә үтә, йылдар үтә,ғүмер үтә
Хыялдарҙа ҡалды йәшлек сағым.
Шул йәшлектә шул хыялда яна
Кире янмаҫ йәшлек усағым.
Үткәндәрҙә тороп ҡалды дуҫым
Бик йыраҡта ҡалды туған яғым
Тик шулай ҙа йөрәгемдән сыҡмай
Йәшлек тауым, төнгө усағым
Мин ышанам выҡыт килер әле
Беҙ бергәләп йыйылырбыҙ тағын.
Һағыныуҙар менән ҡабыҙырбыҙ әле
Йәшлек тауҙың төнгө усағын.
—Мин Сәләх ауылынан Арал-байға килен булып төшкәндә, 1985 йылда, бында 40 өй бар ине. Мине Ҡурҡыс шишмәһенә килен һыуына алып барҙылар. Халыҡ бик татыу, матур йәшәй ине,—тип һүҙгә ҡушылды Миңзәлә Әхмәтсафа ҡыҙы Ҡунаҡова.
Әсҡәт ағайҙың изге ғәмәленә һоҡланған, уның менән беҙҙең танышыуыбыҙҙы теләгән һәм башҡаларға өлгө итеп мәҡәлә яҙыуыбыҙҙы теләгән Юлай ағай Солтанов та ошо ауыл кейәүе. Ул да мәктәбе, клубы, магазины булған ауыл халҡының «Башҡорт» совхозының Аралбай бүлексәһендә эшләгән, матур итеп донъя көткән дәүерен тик һағынып иҫкә алды.
—Минең тыуған ауылым Шәмсетдин дә юҡҡа сыҡҡан. Йыл да барып обелиск янын таҙалап, байрам флагтары элеп китәм. Ә Аралбайҙа был эште Әсҡәт эшләй. Тыуған ауылы яҙмышына битараф булмаған замандашыбыҙға рәхмәтлемен,—ти Юлай ағай.
Үҙ ерен ихлас яратҡан, уның киләсәген уйлаған кеше—хәтер һәм ғөрөф-ғәҙәт һаҡлаусы, үткәненә, тамырҙарына ихтирам менән ҡараусы. Әсҡәт ағай ҙа өй һәм ҡоймалар менән бергә тарихтың емерелеүен теләмәй.
—Мин йылҡылар тотам, улар ҙа ошо тирәлә тибендә. Умарталарымды алып килеп ҡуйҙым. Йәйен Һаҡмарҙан кәмәләрҙә ағабыҙ. Урманда йәнлектәр ҙә күп. Элек һунарға йөрөй инем, хәҙер уларға ла теймәйем,—тип һөйләне
«ауыл һаҡсыһы» беҙҙе тау башына сәйәхәткә саҡырып.
Әсҡәт ағай менән Ҡурҡыс тауына күтәрелдек. Уның түбәһенән Аралбай тағы ла хозурыраҡ, гүзәлерәк күренә. Әйтерһең дә ожмахтың үҙе! Ә ул бит ошо ауыл халҡы өсөн, ысынлап та, йәннәт! Һәм уға ҡабаттан йән өрөргә тырышыуҙары юҡҡа түгел.
Ауылды тергеҙеү—ул яңы өйҙәр төҙөү генә түгел. Был үҙ ереңә мөхәббәт һәм тоғролоҡ сағылышы, үткән һәм киләсәк араһындағы күпер. Тамырҙарына ҡайтҡан ир-егеттәр тыуған ерҙәрен тергеҙә, ата-бабаларының рухын шатландыра, уларҙың эшен дауам итә һәм донъяның был мөйөшөнә генә хас булған үҙенсәлекле мөхитте һаҡлай. Улар үҙ ерҙәрен сит кешеләргә һатмай ҙа, бирмәй ҙә, сөнки ер—ул территория ғына түгел, ә кеше асылының, булмышының, тарихының һәм мәҙәниәтенең бер өлөшө. Тыуған ерҙәренең матурлығы уларҙы эшләргә, ата-олатайҙары нигеҙендә уңайлы йорттар төҙөргә, тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәргә рухландыра.
Әсҡәт ағай һәм уның рухташтары—ысын илһөйәрлек һәм яуаплылыҡ өлгөһө, улар төҙөүсе генә түгел, ә тарихты, ерҙе, ата-баба мираҫын һаҡлаусы, рухи байлыҡты алға ҡуйыусы. Тергеҙелгән ауыл—карталағы ябай урын түгел.
Быны аңлау өсөн Әсҡәт ағай төртөп күрһәткән йөрәк кәрәк!
Резеда Усманова.