АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
28 Мая , 08:00

Донъяға ишекте уға китап асҡан

    Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәкселеге беҙҙең элекке коллегабыҙ, һуғыш осоро балаһы Фәриғә Хисмәтуллинаға 90 йәш тула. Уның хаҡында гәзиткә мәҡәлә яҙырға кәрәк, тип саҡырғас күҙ алдыма яулығын яҙып ябынған оло әбей баҫты. Туғыҙынсы тиҫтәһен тултырған инәй күргән-белгәндәрен һөйләй алырмы һуң, тигән һорауыма: “Китапханаға килегеҙ, күрерһегеҙ”,-- тип кенә ебәрҙеләр. Мине шат йылмайып оҙон буйлы, заманса кейенгән, ап-аҡ ҡыҫҡа сәсле ҡатын ҡаршы алды. Баҡтиһәң, Фәриғә Ишбулды ҡыҙы алдан уҡ килеп көтөп ултыра икән. -Бында яҡын ғына торам, дауаханаға ла үҙем йөрөйөм,--тине ул минең аптырыуымды күргәс.-Әсе икмәк бешереп ашайым. Йәй ҡомалаҡты ла үҙем әҙерләйем. Сәйҙе эҫе итеп, төрлө үләндәр һалып эсәм. Оҙаҡ йәшәүемдең сере шул! Тағы эшләп үҫтек, атайым эштән кеше үлмәй тип беҙҙе, 8 балаһын колхоз эшенә бәләкәйҙән ебәрҙе, өйҙә лә тик ултыртманы. 75 йәшемдә лә бесән саптып, күбә һалдым, кәбән ҡойҙом.

Донъяға ишекте уға китап асҡанДонъяға ишекте уға китап асҡан
Донъяға ишекте уға китап асҡан

 

Эшһөйәр ҡыҙ Баймаҡ районының Ғәҙелбай (Ширмай) ауылында 1936 йылдың 25 апрелендә Ишморатовтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 5 йәш була.

-Йәйге айлы төндә тау башына барса ауыл халҡы йыйылған ине. Мин унда өләсәйемә эйәреп барҙым. Оҙаҡ итеп һөйләштеләр, айға ҡарап доға ҡылдылар, уларҙың хәүефләнеүенән ниндәйҙәр ҡурҡыныс хәл булыуын аңланым,--ти Фәриғә Ишбулды ҡыҙы.-Ир-егеттәрҙе һуғышҡа алып китеп бөттөләр. 1908 йылғы атайымды ла фронтҡа оҙаттыҡ. Уҡсылар полкында дошмандарға ҡаршы көрәшкән. Яуҙарҙың береһендә ҡаты яраланып, ҡул бармаҡтарын юғалтып ҡайтты. Дауаланғас, кире китте. Бәхетебеҙгә ул һуғыштан иҫән ҡайтты, колхозда эшләне. Батырлығы өсөн 1-се дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградланды. Һуғыш тураһында клубҡа кино алып килһәләр, атайым барып ҡараманы. “Унда дөрөҫөн күрһәтмәйҙәр, бәрелештәр өҫтөн-мөҫтөн генә сағыла. Ысынында, һуғыш шул тиклем аяуһыҙ булды, ҡан йылға булып аҡты”,--тип һөйләй торғайны...

Һуғыш осоронда ауырлыҡтарҙы күп күрҙек. Инәйемдең һыйыры, һарыҡтары булды. Шул малдары арҡаһында юҡлыҡты йырып сыҡтыҡ. 8 балаһын—Рәхмәтулла, Миңлегөл, Гөлбикә, Яңылбикә, Фәниә, Ишһылыуҙы әсәйем астан үлтермәне.

Һуғыш бөткән мәлде иһә 9 йәшлек Фәриғә яҡшы иҫләй.

-Мәктәптә уҡып ултыра инек, аэроплан тауышына тышҡа йүгереп сыҡтыҡ. Унан победа тип яҙылған листовкалар ҡойолдо. Беҙ беребеҙ ҙә был һүҙҙе аңламайбыҙ, хатта уҡытыусыбыҙ ҙа белмәй. Уҡытыусыбыҙ ҙа беҙҙән бер нисә йәшкә өлкән ҡыҙ бала инде. Мәктәп янында ғына йыйыштырыусы апай йәшәй ине. Уның улдары бөтәһе лә һуғышта. Ҡағыҙҙарҙы тотоп ҡарап, хәлдәр тағы ҡатмарлашҡандыр, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла фронтҡа алып китерҙәр инде, тип үкһеп иланы. Шул ваҡытта Ямаш яғынан һыбайлы сабып килде лә еңеү булыуын әйтте. Победа бит, еңеү, тип аңлатты,--тип һөйләй әңгәмәсем.-Башҡортса ғына уҡыныҡ шул. Русса бөтөнләй белмәнек. Тургеневтың “Муму”һын уҡытыусы уҡый, схватил, утопил тигән һүҙҙәрен генә аңлайым, ә әҫәрҙең мәғәнәһенә бөтөнләй төшөнмәйем.

Шулай русса айырым һүҙҙәрҙе генә аңлаған Фәриғә Ишморатова Беренсе Этҡол мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инергә бара. Математиканан имтиханды бишлегә бирә, рус теленән икеле ала. Ҡыҙ ауылына кире ҡайта ла колхозға эшкә төшә. Аҙаҡ инде Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында китапханасы һөнәрен үҙләштерә. Тап ошонда ул русса һөйләшергә, аралашырға өйрәнә. Китаптарҙы күп уҡый, айырыуса рус әҙәбиәтенә баҫым яһай. Тап китаптар ҡыҙға оло донъяны аса, телен шымарта, фекерләүен байыта.

Уҡып бөткәс Фәриғә мәктәптә бергә уҡыған класташы Беренсе Этҡол егете Илдус Зариф улына кейәүгә сыға. Йәш ғаилә 1960 йылда Сибай ҡалаһына йәшәргә килә.

-Ҡала тиһәң, хәтере ҡалыр, бер ҙур ауыл һымаҡ ине ул ваҡытта Сибай. 1 октябрҙә 1-се ҡала китапханаһында эш башланым. Мөдир Сулпан Абзалова йылы ҡаршы алып, эштең айышына төшөндөрҙө. Тырышып эшләп киттем. Яҙыусылар менән осрашыуҙар уҙғара инек, күсмә күргәҙмәләр менән учреждение, предприятиеларҙы урап сыға торғайныҡ. Эш күп һәм ҡыҙыҡлы булды,--тип хәтерләй йәш саҡтарын Фәриғә Ишбулды ҡыҙы.

Тәжрибә туплағас уны балалар китапханаһына, аҙаҡ 3-сө филиалға мөдир итеп ҡуялар. Мәҙәниәт усағына хеҙмәткәр 35 йыл тоғро хеҙмәт итеп 1991 йылда хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте В.И.Лениндың 100 йыллығы миҙалы, 9-сы биш йыллыҡ ударнигы маҡтаулы исеме менән баһалана. 1976 йылда БАССР-ҙың Верховный Советының Почет грамотаһын ала, РСФСР китапханасылары социалистик ярышы еңеүсеһе булып таныла. Тырыш хеҙмәткәрҙе профкомдары йыл да СССР-ҙың төрлө төбәктәрендә урынлашҡан шифаханаларға йүнәлтмәләр менән дә бүләкләй. Украина ерендә ял итеп, дауаланған мәлдәрен ҡыҙыҡ итеп һөйләй.

-Унда һуғыш үткәне күренә ине, тормоштары насар, йорттары һалам ҡыйыҡлы урындар бар ине. Әммә магазиндарҙа ул ваҡытта беҙҙә дифицит булған әйберҙәр күп ине. Шул ваҡытта уҡ рустарҙы яратмағандарын белдерҙеләр. Беҙҙе, мосолмандарҙы хеҙмәтләндерәләр, рус ҡатын-ҡыҙҙары, ирҙәре килеп инһә, тауарҙарын прилавка артына тыға ла ҡуялар,--тип аптырап һөйләй Фәриғә Ишбулды ҡыҙы.

Хисмәтуллиндар шулай уҡ 1984-1987 йылдарҙа Афғанстанда йәшәй. Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек училищеһында уҡытҡан ирен Илдус Зариф улын сит илгә командировкаға ебәрәләр. Ят мөхиттә лә улар урындағы халыҡ менән уртаҡ тел табып, дуҫ йәшәйҙәр. Фәриғә Ишбулды ҡыҙы Афған телен дә үҙләштерә. Ҡайһы бер һүҙҙәр башҡортсаға оҡшаш булыуын да әйтә.

Фәриғә һәм Илдус Хисмәтуллиндар Зилә исемле ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙҙары Мәскәү технология институтын тамамлай. Әлеге көндә Өфөлә йәшәй. Уның улы Илгиз Өфө авиация институтын тамамлаған. Һөнәре буйынса хәрби, Ҡытай, Сүриә, Ҡаҙағстан, Белоруссияла хеҙмәт иткән. Яңыраҡ өйләнгән.  

Фәриғә Ишбулды ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, 1991 йылда ире менән Алтын ҡасабаһында шәхси йорт һалып сығалар. 2002 йылда ире ауырып вафат була. 20 йылдан ашыу үҙ йортонда яңғыҙ йәшәгәндән һуң ғына ул ҡалалағы фатирына йәшәргә килә. Баҡса тотоп, йәйҙе шунда үткәрә. Ауырып китһә, дауаханаға бара. Аҙыҡ-түлекте лә үҙе һатып ала. 90 йәштә лә тулы тормош менән йәшәй, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, донъяла барған хәлдәрҙе яҡшы белә.

-Бөтә кеше минән һине ҡартлыҡ алмаймы әллә, деменция юҡ һиндә, тиҙәр. Мин бит китаптар донъяһында эшләнем, уларҙы йотлоғоп уҡыным, шуға ла мине ҡартлыҡ алмай, иҫем теүәл, аҡылым камил, тип яуап бирәм,--ти Фәриғә Ишбулды ҡыҙы.-Ирем менән өйләнешкәс, ҡаты ауырып киттем. Шул ваҡытта мине Мөжәүир хәҙрәткә бағынырға алып барҙылар. Бауырым ауыртыуын, “шайтан һыуы” эсмәһәң, йәшәрһең, тине олатай. Уның өшкөрөүе, бағыуы килеште. Атайым Мөжәүир хәҙрәтте ауылға алып ҡайтып сирлеләрҙе дауалата торғайны.

Ысынлап та, ни тиклем оҙаҡ аҡылға бәйле эш менән булышһаң, фекерләүеңде эшкә екһәң, шул тиклем баш та айыҡ, иҫ теүәл булыуына Фәриғә Хисмәтуллина менән аралашҡандан һуң тағы ла берҙе инандыҡ.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Донъяға ишекте уға китап асҡан
Донъяға ишекте уға китап асҡан
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас