

Ауылдың мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Халиҡованан Азат исемле оҫта ҡуллы ағай хаҡында ишетеп белә инек. Шуға Ҡолсора ауыл биләмәһенә юл төшһә, мотлаҡ барып күрергә һүҙ биргәйнек. Сираттағы командировка мәлендә, алдан килешелгәнсә, ауыл осонда беҙҙе Азат ағай Ғафаров үҙе ҡаршы алды һәм беҙҙе оҫтаханаһына алып барҙы.
Төрлө-төрлө станоктар янында семәрле-семәрле өҫтәл-ултырғыстарҙы күреп «аһ» иттек. Ысынлап та, матур һәм сифатлы.
Азат Ғәлимйән улы менән Сәриә Әхмәткәрим ҡыҙы өйләнешкәс, алыҫ Уренгой ҡалаһында йәшәй. Шунда балалары тыуа. Тик ғаилә башлығының ата-әсәһе мәрхүм булғас, атай нигеҙен ташламау маҡсаты менән, улар кире тыуған
ауылына ҡайта.
—Вахта менән эшләүемде дауам иттем. Алдағы көнөмдө уйлап, яйлап-йлап станоктар ала башланым. Әсәйем яҡлап Исраил олатайым ҡул эшенә оҫта булды, арба, саналар эшләй ине. Уның таҡта йышҡанын көндәр буйына ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғайным. Ул өй ҙә һалды, тәҙрә яңаҡтары ла әҙерләне. Уға оҡшарға тырыштым. Уренгойҙа йәшәгәндә фатир биргәстәр, унда мебель кәрәк ине. Тоттом да үҙем шкаф эшләнем, Сәриә матур итеп лаклап ҡуйҙы. Күсеп ҡайтырыбыҙҙы белгәс, күрше Надя шкафығыҙҙы һатып китегеҙ тип һорай ҙа һорай, һатып торманыҡ, бүләк иттек. Шулай итеп, яйлап ауылда ла уныһын-быныһын эшләп ҡарай башланым. «Йүкә телефоны» шәп бит инде, һораусылар ҙа табылды. Шулай заказ да ала башланым,—ти Азат ағай.
Оҫта үҙенең эшен шул тиклем яратҡаны уның осҡон сәскән күҙҙәрендә, һәр нә-мәне ихласлап, «тәмләп» һөйләүендә күренә. «Ҡул эшем тынысландыра, күңеле-мә ял бирә, бер ҡомарға инеп китһәм, ашарға ла онотам»,—ти ул. Азат ағайҙың ишек алдында 7 х 7 метр ҙурлыҡтағы оҫтаханаһы бар. Ул унда мейес сығарып алған, төрлө станоктар урынлаштырған.
—Үҙемә оҫтахана булдырыу хаҡында хыяллан-ғанда, осһоҙға ғына бура һатылыуын ишетеп ҡалдым да барҙым. бер ни уйлап тормай алдым да ҡайттым. Күтәртеп ултыртҡас, бигерәк ҙур бит әле, тигән фекергә килгәйнем. Бына хәҙер һыймай башланым,—тип көлә ул.
Оҫта үҙ эше өсөн ныҡ кипкән ҡарағай, ҡайын ҡуллана. Асҡарҙан кейәүе ҡарама, имән алып килеп бирә. Ағастар Азат ағайҙың ҡулында шымара, йышыла, семәрләнә һәм матур өҫтәл-ултырғыстарға, тумбаларға әйләнә. Тәүге тәнҡитсеһе булған Сәриә апай уларҙы ҡабул итеп ала һәм лаклап ҡуя.
Бер ул, бер ҡыҙ үҫтергән, 2 ейәнсәр, 1 ейән һөйгән Ғафаровтар һәр саҡ бергә. Кәңәшләшеп, аңлашып, бер-береһен дәртләндереп донъя көтәләр. Икәүләшеп республика буйлап сәйәхәт итергә лә яраталар.
—Бөтә Башҡортостанды урап сығыу, матур урындарҙы күреү—уртаҡ хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Әле 2-3 районды ғына күрмәй ҡалдыҡ, быйыл барып етергә ниәт бар. Районда туғандарға, таныштарға, хеҙмәттәштәргә һуғылабыҙ. Иң оҡшағаны Салауат районы булды. Ғөмүмән, беҙҙең республика—гүзәл төбәк, әллә ниндәй сит илдәр кәрәкмәй,—ти Азат ағай.
Матурлыҡты күрә белгән, уның ҡәҙерен белгән кешенең ҡулынан матурлыҡ тыуыуы ғәжәп тә түгел шул. Ҡулығыҙҙан ғына түгел, тормошоғоҙҙан һөйөнөп оҙаҡ, имен йәшәргә яҙһын, оҫта!
Резеда Усманова.