

—Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы, уҡытыусы булыу—бала саҡ хыялымы?
—Дөрөҫөрәге, әсәйемдең хыялы. Ул ғүмере буйы ауылдағы магазинда һатыусы булып эшләне, шуғалыр ҙа балаларын уҡытыусы итеп күргеһе, уҡытҡыһы килгәндер. Ғаиләлә беҙ, дүрт бала, барыбыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Тәүҙә абзыйым уҡытыусылыҡҡа уҡыны, артабан мин, аҙаҡ—һеңлем менән мыртыйым. Зөфәр абзы-йым менән Рөстәм физкультура уҡытыусыһы булһа, Альбина һылыуым менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Бөгөн Зөфәр Мөхәррәм улы Иҙрисов—Ейәнсура районының Ибрай урта мәктәбе директоры, Альбина—Бөрйән районының Байназар ауылы мәктәбендә өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Рөстәм мыртыйым да хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башланы, әле махсус хәрби операция биләмәһендә. Ә мин 2000 йылдан алып бөгөнгә көнгә тиклем Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.
—Үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине...
—Сығышым менән йәмле Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән шиғыр ятларға яраттым, әҙәби китаптарҙы йәшереп уҡый инек, сөнки Зәйнәб Биишеваның трилогиялары, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»ын беҙгә, бәләкәйһегеҙ әле тип рөхсәт итмәй инеләр. Ҡәрсәйем (ҡартәсәйем) беҙҙең менән йәшәне, әҙәби китаптарға һөйөүҙе ул уятты, үҙе латин графикаһы менән уҡыған. Китапхананан алған китаптарҙы уға ҡысҡырып уҡыйым. Әҫәрҙәге ваҡиғаларға бергә илайбыҙ, геройҙарының шатлыҡтарына бергә ҡыуана торғайныҡ. Тәүге уҡыусым да ҡәрсәйем булды, әле лә хәтерләйем, уға хәҙерге алфавитты өйрәтеүемде. Һуңынан беҙ ситкә киткәс, үҙе уҡып ултыра торғайны. Әйткәндәй, уҡытыусы булараҡ тәүге дәресте ҡартәсәйемә бирҙем, шуғалыр ҙа ул һәр саҡ: «Һинән шәп уҡытыусы сығыр, ҡыҙым. Уҡытыусылыҡҡа бар»,—тип фатихаһын да бирҙе.
Ибрай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, артабан белем алыу өсөн күрше Сирғол урта мәктәбенә юлландым, ҡулыма аттестат алғас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға индем.
—Студент йылдарын хәтерләйһегеҙме?
—Йәшлегемдең иң матур йылдары булып хәтерҙә ҡалды ул. Көслө курста, көслө төркөмдә уҡыу бәхете тейҙе һәм ятаҡханала иң шәп ҡыҙҙар менән йәшәнем. Белем алыуға ҡарата шул тиклем теләк көслө булдымы икән, беҙҙең бүлмә ныҡ тырышып, бер-беребеҙ менән ярышып тигәндәй уҡыныҡ. Имтихандарға һәр саҡ беренсе булып барыр инек, гел «яҡшы» билдәләренә генә тапшырып, ҡыуанышып ҡайта инек. Шулай уҡ факультет тормошонда ҡайнап йәшәнек, бер ниндәй саранан да ситтә ҡалманыҡ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрындағы бөтә спектаклдәрҙе ҡарарға, шул уҡ ваҡытта аҙна һайын Нефтселәр мәҙәниәт йортондағы «Аҡ тирмә» клубы үткәргән сараларға ла, Актерҙар йортондағы төрлө ижад кисәләренә йөрөргә ваҡыт таптыҡ, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы «пяточок»тар ҙа беҙһеҙ үтмәгәндер. Ҡайһы саҡта бөгөнгө студенттарыма ҡарап, уларҙы ниндәйҙер кимәлдә йәлләп тә ҡуям.
Шулай ҙа студент тормошондағы иң ҙур бәхетем—үҙемдең буласаҡ тормош иптәшемде осратыу. Тап студент йылдарында ирем Булат Марат улы менән таныштыҡ һәм күп тә үтмәй, 4-се курста өйләнештек. Афған яуын үткән Булат тәү ҡарашҡа бик етди күренһә лә, йөрәгемде яулай алды.
—Ҡулдарына диплом алған йәш белгестәр хеҙмәт юлын ҡайҙа башланы?
—Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, иремдең тыуған яғына–Әбйәлил районының Асҡар ауылына эшкә ҡайттыҡ.
1-се Асҡар урта мәктәбенә эшкә урынлаштым. Күп тә үтмәй тәүге улыбыҙ Айгиз донъяға килде. Бер нисә йыл Асҡарҙа йәшәгәндән һуң, кинәт кенә Сибай ҡалаһына күсеп килдек һәм эш эҙләп, педагогия колледжына барып сыҡтым. Шул мәлдән студенттарға башҡорт теле һәм әҙәбиәте нескәлектәрен өйрәтәм. Сибайҙа икенсе улыбыҙ Айнур тыуҙы.
—Сирек быуаттан ашыу буласаҡ уҡытыусыларға белем бирәһегеҙ.
Студенттарға башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү яуаплылыҡ талап итәме?
—Әлбиттә, туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү бурысы беҙҙең иңебеҙгә икеләтә төшә. Сөнки буласаҡ уҡытыусыларға белем бирәм. Бөгөнгө студенттар киләсәктә балаларҙың күңеленә туған телгә һөйөү, халҡыбыҙҙың бөйөк тарихына, мәҙәниәтенә ғорурлыҡ тәрбиәләйәсәк. Шуға күрә төп маҡсатым—төплө белем биреүҙән тыш, рухлы, һәр яҡтан компетентлы, башҡорт теленең бәҫен юғары кимәлгә күтәрә алған заман уҡытыусыһы тәрбиәләү.
—Белеүебеҙсә, һеҙ үҙегеҙ ҙә даими рәүештә төрлө конкурстар-ҙа ҡатнашаһығыҙ, гранттар яу-лайһығыҙ? Заман уҡытыусыһы нисек булырға тейеш?
—Бөгөн уҡытыусы заман менән йәнәш атларға тейеш. Һәр заман уҡытыусыға өр-яңы талаптар ҡуя. Заманса инновацион технологияларҙы үҙләштереү, йәштәрсә фекер йөрөтөү, студенттар менән бер тулҡында булыу бик мөһим. Студенттар менән яңы уҡыу алымдары ҡулланып, дәрестәр үткәрәбеҙ, байрамдарға видеояҙмалар эшләйбеҙ, төрлө сараларға контенттар төшөрәбеҙ. Буласаҡ уҡытыусыларға төплө белем биреү өсөн үҙеңә лә даими рәүештә үҫешергә кәрәк. Был тәңгәлдә төрлө конкурстар, башҡа уҡыу йорттары менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу, аралашыу ныҡ ярҙам итә.«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» рес-публика конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, лауреат булдым, 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеме бирелде.
Әйткәндәй, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсында ҡатнашыу—ул бәйге генә түгел, ә фекер һәм үҫеш майҙаны. Үҙеңдең коллегаларыңдың дәрестәрендә булыу, улар менән аралашыу, конкурсанттар менән бер нисә көн бергә һынау тотоу—һайлаған һөнәреңде тағы бер ҡат дөрөҫ икәнлеген дәлилләп кенә ҡалмай, нығыраҡ яратырға өйрәтә. Дәрт һәм сәм менән ҡайтаһың, яңы һулыш менән эшкә тотонаһың.
—Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы, уҡытыусының төп уңышы—уның уҡыусылары, тиҙәр. Студенттарығыҙҙың ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине.
—Сибай педагогия колледжында эшләү дәүеремдә бөтәһе биш төркөм сығарҙым, әле беренсе курс кураторы. Студенттарымдың барыһы хаҡында ла тик йылы һүҙҙәр әйтә алам, уларҙың күбеһе һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, башланғыс класс уҡытыусылары булып эшләй. Ысынлап та, уҡытыусының хеҙмәт емеше—уҡыусылары яулаған уңыштарҙа. Йыл һайын студенттарым башҡорт теле буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында еңеүсе була. Шулай уҡ республика кимәлендә үткәрелгән проект эштәре, ғилми эштәр, иншалар, шиғыр ятлау конкурстарында ла һынатмайҙар, приз-
лы урындар яулай. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты йыл һайын юғары һәм профессиональ белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында«Әсә теле» һөнәри оҫталыҡ конкурсы үткәрә. Был бәйгелә студенттарым еңеү яулай, абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ була һәм артабан белемдәрен ошо уҡыу йортонда дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: күп студенттарым юлымды дауам итте, башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайланы, филология факультетында юғары белем алып, Өфө, Урал аръяғы райондарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыталар, туған телдең бәҫен юғары кимәлгә күтәреү өсөн тырышып эшләйҙәр, һәр ваҡыт кәңәшләшеп торалар. Студентым Ҡарабаева Раушания 2025 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсында ҡатнашты һәм уңышлы сығыш яһаны. Һайлаған һөнәремде ныҡ яратам, күңелемде биреп эшләйем, студенттарымды хөрмәт итәм, үҙ итәм, һәр береһенең уңыштарына ҡыуанам. Уңыштар менән бер рәттән һағыштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған студенттарыбыҙ Ғәҙелшин Артур менән Йәнбәков Азат мәңгелек беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана. Артур минең тәүге төркөмдә мәктәп бүлегендә уҡыны, 2005 йыл колледжды тамамланы. Уҡығанда тырыш, һәр ерҙә әүҙем булды. Сәсән телле, йыр-моңдо үҙ иткән студентым уҡыу йортонда үткән һәр сараның алып барыусы була торғайны. Бер ҡасан да бәйләнеште өҙмәне, байрамдар менән ҡотланы. Һуңғы көнгә тиклем яҙып, шылтыратып, хәлдәрен белдереп торҙо. Шаян, дәртле, талантлы ине. Яу яланында, ауыр мәлдәрҙә лә позитив булып ҡала белде, яугир иптәштәре өсөн ышаныс һәм өмөт сатҡыһы булды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе, һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалды. Һәр ваҡыт: «Мин мотлаҡ ҡайтам, көтөгөҙ!»—тине. Ҡайтты студентым...йырҙары, батырлығы менән ҡайтты. Әле лә әсәһе менән аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә ҡалам.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Кәримә Усманова әңгәмәләште.