***
Ғүмер буйы юғалтыуҙан ҡурҡтым:
Бала саҡта—уйнар уйынсыҡты;
Ҡәләмемде—ҡулға ҡәләм тотҡас;
Үҫә төшкәс—мәрйен-муйынсаҡты.
Юғалтыуҙан ҡурҡтым ер-һыуымды,
(Бүлешәләр һаман еремде!)
Телгенәмде ҡурҡтым юғалтыуҙан,
(«Бөтә!» тине кемдер телемде).
Юғалтыуҙан ҡурҡтым кешеләрҙе,
Юғалтыуҙан ҡурҡтым дуҫымды.
(Дуҫ тигәндәр ҡай саҡ дошман булды,
Ә дошмандар ҡыҫты усымды).
Юғалтыуҙан ҡурҡтым дошмандарҙы-
Йәнәһе лә улар көс бирә.
(Ундайҙарҙы байтаҡ күрелде шул—
Ташланырға әҙер «Һөс!» тиһәң.)
Юғалтыуҙан ҡурҡтым юлдарымды—
Эҙҙәремдең һаҡлар йылыһын.
Йылдарымды ҡурҡтым юғалтыуҙан,
(Донъя—фани, беләм, Илаһым!)
Юғалтыуҙан ҡурҡтым үҙ көйөмдө—
(Эстән генә көйләр көйөмдө...)
Ығы-зығы, шау-шыу баҫып китһә—
Ышыҡланыр, ҡурсыр өйөмдө.
Юғалтыуҙан ҡурҡтым гөлбаҡсамды—
Ҡырау-монар тора һағалап.
Сабырлыҡты ҡурҡтым юғалтыуҙан,
Алған саҡта тормош яғалап.
Юғалтыуҙан ҡурҡтым һағыштарҙы,
(Моңһоҙ саҡтар бик күп, күп булды).
Кемдер ятып байлыҡ туплағанда,
Донъя малы миңә сүп булды.
Юғалтыуҙан ҡурҡтым йән һыҙлауын,
(Һыҙланыуҙар менән теремен...)
... Бер көн килеп мине юғалтыуҙан
Ҡурҡыр микән Ерҙә берәйһе?..
***
Далаларға сығып китке килә—
Ялған шау-шыу тейгән маҙаға.
Йөрәгемде һыҙып, һыҙландырып
Күк офоҡта уйнай һаҙағай.
Далаларға сығып китке килә –
Күк әремдең еҫе, һай, танһыҡ!
Әллә ниндәй серҙәр һөйләр төҫлө,
Сал ҡылғандар елгә сайҡалып.
Далаларға сығып китке килә -
Сикһеҙ ирек көҫәй был күңел.
(Һуңғы тарпан ҡулға эйәләшер,
Ҡураларға инер мал түгел...)
Далаларға сығып китке килә—
Асырғанып саңҡый сал бөркөт.
(Ҡан хәтере тирткән ошо мәлем,
Ҡуймаһын, тим, берүк, сеү, өркөп...)
Далаларға сығып китке килә –
Далаларҙа иркен-ирәүән.
(Тынды ҡыҫыр таш диуарҙар ауһа,
Балҡып китер төҫлө тирә-йүн...)
Далаларға сығып китке килә,
Дала микән йәнем дауаһы?
Фанилыҡтың һуңғы сәғәтендә
Һиңә ҡайтып, һиндә ауаһы...
Ине...
***
«Тауға ҡарап, тау булаһым килде...»
Мостай Кәрим
Һай, бөйөк шул тауҙар!
Ҡараш етмәҫ
Бейеклеккә хайран ҡалырлыҡ!
(Тауға ҡарап, тау булаһы килә—
Тауҙа ҡеүәт, тауҙа сабырлыҡ...)
Һай, мәғрур шул тауҙар!
Күккә ашҡан
Түбәһенә бармы еткәндәр?
(Тынлыҡ һаҡлап ҡалҡҡан ҡая-таштар
Сабырлыҡҡа һәйкәл икән дә...)
Һай, ғорур шул тауҙар!
Күк таштарҙың
Һалҡынлығын бармы тойғаның?
(Күргәнем бар: шул тауҙарға ҡайтып,
Сал бөркөттәр оя ҡорғанын...)
Һай, ҡотло шул тауҙар!
Олпат тауҙы
Төйәк иткән, ана, күк бүре!
(...Тауға ҡарап, тау булаһы килә—
Ҡая-таштың бында юҡ түре...)
...Тауға ҡарап, тау булаһы килә—
Бейеклектән талһын ҡараштар!
(...Күкһел һағыш булып иҫә елдәр,
Һинең эҙҙе һаҡлай һәр ташы...)
***
“... бүре булғым килә!”
(З. Ханнанова)
Эй, күк тауҙар!
Һеҙгә ашҡынмаған
Атлыҡмаған икән кем генә!
Йөрәгенә тынғы тапмағандар
Тынлыҡ көҫәп һеҙгә елкенә.
Яраларҙы имләр ҡөҙрәтеңме—
Ҡот ҡайтҡандай була күңелгә.
(Асылына кеше төшөнәме
Арынғанда донъя йөгөнән?)
Үҙ асылын юллап, тауҙар гиҙгән,
Беҙ тоҡомо микән бүренең?
Шул бүреләй бына мин дә бөгөн
Үҙ-үҙемде эҙләп йөрөнөм...
Шул бүреләй бөгөн бына мин дә
Күк тауҙарға килеп теҙләндем.
(Йән һыҙлауын баҫыр тынлыҡтарҙы
Шырлыҡтарҙан оҙаҡ эҙләнем...)
Шул бүреләй бөгөн бына мин дә,
Күк тауҙарға килеп һыйындым.
(Яраларҙы бүре кеүек ялап,
Олор мәлдәр булды...
Тыйылдым...)
Шул бүреләй бөгөн бына мин дә,
Сыҡҡайным да ҡалҡып өңөмдән...
...Күк тауҙарға ҡайтып төйәкләнер
Бүре булғым килде бөгөндән...
***
Мин мөғжизә көтәм.
Әкиәттең,
Бер тылсымын мең дә бер кистең.
Ул әкиәт иле ҡайҙа икән—
Ете даръя мин дә күп кистем.
Әкиәтте юллап, әҙме гиҙҙем,
Ете тауҙы әҙме ураным?
Бал тамманы гелән остарынан
Әкиәттәге серле ҡурайҙың.
Бал тамманы гелән,
Устарыма
Һарҡып тамды бик йыш алһыу ҡан,
...Еңел түгел, беләм, ысын тормош—
Яғаланы, алды алҡымдан.
Яу көҫәгән тынлыҡ булды ҡайсаҡ,
Күңел көткән һиллек, тыныслыҡ.
Кир турат та күптән дала иңләй,
