АТАЙСАЛ
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
15 Мая , 04:20

Сәскәләргә ғашиҡ Рәсимә

Бар тирә-яҡ гөл-сәскәгә күмелгән мәлдә моңһоҙҙар ғына битараф ҡала алалыр. Ә матурлыҡҡа ғашиҡтар тәбиғәткә һоҡлана һәм уны тағы ла матурыраҡ, гүзәлерәк, хозурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Сибай ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр араһында ла гөл-сәскәгә һөйөп баҡҡандар, тирә-яғын, подъезын, ишек алдын күркәмерәк итергә тырышҡандар байтаҡ. Быны улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Ҡала ихаталарынан үткән саҡта ҡайҙалыр сүп-сар күп булыуын күреп көйөнһәк, ҡайҙалыр шаулап сәскәләр үҫкәненә һөйөнәбеҙ. Бындай матурлыҡ Рәсимә апай Ситдиҡова кеүек уңғандар тарафынан булдырыла. Уларға берәү ҙә эш ҡушмай, берәү ҙә түләмәй. Бары тик үҙҙәре йәшәгән ерҙе гөл-сәскәлә күрергә теләү һөҙөмтәһе. Чайковский урамы, 26 адресы буйынса йәшәгән Рәсимә  Рамаҙан ҡыҙы менән осраҡлы ғына таныштыҡ. Йәмле май көндәренең береһендә подъезд алдында ҡаҙына ине ул. Миләүшәләрҙе, елбәҙәктәрҙе күреп: «Быларҙы һеҙ ултырттығыҙмы?»—тип һүҙ ҡуштым. —Эйе. Ә ана тегеләрен күршем ултыртты. Күрше подъездағы ханым лилиәләр үҫтерә. Ә тегеләрен әхирәтем биргәйне,—тип теҙеп алып китте. Ихлас һөйләүенә ҡарағанда сәскәләрҙе бик ныҡ ярата.

Сәскәләргә ғашиҡ РәсимәСәскәләргә ғашиҡ Рәсимә
Сәскәләргә ғашиҡ Рәсимә

 

—Баҡсағыҙ ҙа барҙыр әле?—тип һорайым.

—Булды. Ике баламды яңғыҙ үҫтерҙем, баҡса тоттом. Хәҙер ҡан баҫымы йонсота. Әммә тик ултырғы килмәй. Был йортта 1991 йылдан йәшәйем инде. Торған урыныбыҙ матурыраҡ, йәмлерәк булһын тип тырышам. 26 йыл Балалар дауаханаһы ашханаһында эшләнем. Ул саҡтағы коллегаларым менән әле лә ҡатышабыҙ, йылы мөнәсәбәттәбеҙ. Шәфҡәт туташы Зиләнең ҡыҙы Илфира сәскәләр үҫтереп һатыу менән булыша, буш саҡта уға ла ярҙамға барам,—ти Рәсимә апай.

Беҙ һөйләшкән арала әллә күпме күршеһе янынан үтте. Һәр береһе йылмайып сәләмләне, хәлен һорашты, «Беҙгә лә ярҙамға кил»,—тип шаяртты.

Матурлыҡ тантана иткән ерҙә йылмайыуға, изгелеккә, дуҫлыҡҡа урын бар шул. Күңелдәребеҙ, йәшәгән еребеҙ һәр саҡ гүзәл булһын. Рәсимә апай кеүек замандаштарыбыҙға эйәреүселәр артһын!

Автор:РЕЗЕДА УСМАНОВА
Читайте нас