АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
14 Мая , 05:00

Яҡшы эштәре ҡалды

  Сибай ҡалаһынан мәғариф ветераны Гәүһәр Дәүләтша ҡыҙы Буранова-Нәҙершина «Атайсал» гәзитенең бер һанын да ҡалдырмай уҡып бара. Гәзит уҡыусы менән кире бәйләнеш булдырыу үҙе үк яҡшы эш бит инде. Ул мәҡәләләрҙе уҡып ҡына ҡалмай, баһа бирә, етешһеҙлектәрен әйтә, уңышлыларын, исем өсөн генә яҙылғандарын да айыра. Гәүһәр Дәүләтша ҡыҙы шулай уҡ гәзиткә яҙырға геройҙар ҙа тәҡдим итә. Был юлы ул мине Алтын ҡасабаһында йәшәгән ҡустыһы Әмир Буранов тураһында яҙырға алып барҙы. -Эй, шәп ҡустым бар ине! Һәр яҡтан килгән, ҡулы эш белгән, үҙе спортсы, үҙе рәссәм, фотограф ине, тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды.

Яҡшы эштәре ҡалдыЯҡшы эштәре ҡалды
Яҡшы эштәре ҡалды

 

Иҫән сағында уның тураһында мәҡәлә яҙҙырта алмауыма һаман үкенәм,--тине ҡатын, күркәм йорттоң ишеген асып.

Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, ысынлап та был йортта уңған хужалар йәшәгәне ҡапҡанан уҡ күренде. Эскә үткән һайын быға тағы ла нығыраҡ инана барҙыҡ: ишек алды иркен һәм таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Тупһанан инеү менән уң яҡтағы веранданың ишеге быяла. Унда ҡарау менән мини-музейға тап булаһың (был хаҡта торараҡ айырым мәғлүмәт булыр). Соланда ултырған зауыҡлы ҙур ҡунаҡ өҫтәлен, ултырғыстарҙы ла Әмир Буранов ағастан һырлап үҙе эшләгән. Өйҙә инде ағастан ул яһаған төрлө һындарҙың, сувенирҙарҙың һаны юҡ...

-Ике йыл элек ошондай донъяһын, уның өсөн өҙөлөп торған ҡатынын, улын, ҡыҙын ҡалдырып, барыбыҙҙҙы ла ҡара ҡайғыға һалып, зар илатып китте, ҡустым,--тип күҙ йәштәрен һөрттө Гәүһәр Дәүләтша ҡыҙы. Хужабикә Лилиә Алтынғужа ҡыҙы Буранова беҙҙе ихлас ҡаршы алды.

...Әмир Ғәле улы 1963 йылдың 23 февралендә Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында Ғәле һәм Рәхилә Бурановтарҙың ғаиләһендә 4-се бала булып тыуған. Ҡыҙғанысҡа күрә, бер туған апайҙары йәш саҡтарында юл фажиғәһенә осрап, бер юлы һәләк булған. Ғәлим ағаһы менән икәүһенә, Рәмзиә ҡыҙҙарынан ҡалған бәләкәй ейәне Фәриткә ата-әсәһе бауырын баҫа. Бурановтар йәшәү урынын алмаштырып Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Кульминский ҡасабаһына күсеп китә. Әмир Буранов 1982-1984 йылдарҙа Төркмәнстанда авиация ғәскәрҙәрендә водитель булып Ватаны алдындағы бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, 1984-1988 йылдарҙа Сибай медицина училищеһында фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Бала саҡтан спорт менән дуҫ егет медучилищела милли көрәш, гер күтәреү, саңғыла йөрөү менән ныҡлы шөғөлләнә. 1987 йылда Әмир Ғәле улы үҙе кеүек һөнәре буйынса медициа хеҙмәткәре булған Лилиә Алтынғужа ҡыҙына өйләнә. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән кәләше Өфөлә уҡып ҡулына диплом ала. Йәш ғаилә кейәүҙең ата-әсәһе янына Ырымбур өлкәһенә йәшәргә ҡайта. Әмир Ғәле улы фельдшер-акушер пунктына эшкә урынлаша. 1988 йылда ғаиләләренә йәм өҫтәп улдары Азамат тыуа. Ошо уҡ йылда Әмир Буранов ситтән тороп Ырымбур педагогия институтының физкультура факультетына уҡырға инә. 1994 йылда юғары уҡыу йортон тамамлай. Институтта уҡый башлау менән уны мәктәпкә балалар уҡытырға эшкә саҡыралар. Йәш уҡытыусы уҡыусылары менән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Уның тәрбиәләнеүселәре гер күтәреү, саңғы уҙышында, милли көрәштә гел юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Үҙе лә районда, өлкәлә уҙғарылған ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Милли көрәш майҙанында уға тиңдәр булмай, 200, 100 метрға йүгереүҙә, армрестлингта гел призлы урындар яулай.

Ул эшләгән йылдарҙа спорт яғынан мәктәпте ныҡ күтәрә. Уҡытыусылыҡ эше лә күренә: ул төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына, Почет грамоталарына лайыҡ була.

1995 йылда Бурановтар Сибай ҡалаһына күсеп килә. Ғаилә башлығын ул ваҡыттағы Сибай институты директоры Ирек Сабиров студенттарға физкультуранан һабаҡ бирергә саҡыра.

Ҡатыны Лилиә Алтынғужа ҡыҙы ла ситтән тороп Сибай институтының биология факультенына уҡырға инә. 1998 йылда Сибай ҡала үҙәк дауаханаһының клиник-диагностика лабораторияһына фельдшер-лаборант булып эшкә урынлаша. Бер аҙ тәжрибә туплағас, 32 йәшендә өлкән лаборант итеп ҡуялар. 2002 йылда институтты тамамлағас, мөдир вазифаһын ышанып башҡаралар. Етәксе вазифаһын ул ике тиҫтә йылдан ашыу башҡара. 2020 йылда медицина өлкәһендәге оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы маҡтаулы исеме менән баһаланған.

Бурановтар Азамат улдарына иш итеп 1993 йылда Юлиә исемле ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Улдары ла, ҡыҙҙары ҡала гимназияһында уҡып белем ала. Юлиә гимназияны көмөш миҙалға тамамлай. Азамат БДУ-ның Сибай институтында психолог һөнәрен үҙләштерә. Аҙаҡ Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарының береһендә ситтән тороп программалаштырыу буйынса белемен камиллаштыра. Әлеге ваҡытта ул IT-технологиялар өлкәһендә эшләй, кәләше Екатерина менән Мәскәүҙә йәшәй. Онлайн рәүештә эшләгәнлектән, Төркиәлә, Грузияла, Таиландта йәшәп эшләүе улар өсөн бер ни тормай. 2012 йылда Воронежда әрме хеҙмәтен үтәгән саҡта Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша.

-Улыбыҙ алай ҙа армияла хеҙмәт иттем. Тормош мәктәбен үттем,--тип ҡыуана ти егеттең әсәһе Лилиә Буранова.

Азамат шулай уҡ Мәскәүҙән мотоциклда ҡайтырға ярата. Матур ерҙәр күреп, ҡала-ауылдарҙы гиҙеп, иркен еребеҙ буйлап сәйәхәт итә-итә ҡайтып етеүе, үҙе бер кинәнес, ти егет. Уның да атаһына оҡшап ҡулы ипле, ниндәй эшкә тотонһа ла килтереп сығара. Ҡай саҡ медицина өлкәһенән китмәгән үкенеп тә ҡуя.

Юлиә Мәскәүҙең энергетика институтын тамамлаған. Һөнәре буйынса инженер-энергетик. Ҡыҙ 2017 йылда магистратураны бөткәс бергә уҡыған курсташы Ульяновск ҡалаһы егете Егор Седовҡа кейәүгә сыҡҡан. Әлеге көндә улар 2 йәшлек Верониканы үҫтерә. Юлиә Һаҡлыҡ банкы филиалында инженер-энергетик булып эшләй, ире Росатом хеҙмәткәре. Мәскәүҙә башта 1 бүлмәле фатир алһалар, әле 3 бүлмәле торлаҡҡа сыҡҡандар.

-Ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙҙең туйын башҡортса йолалар буйынса үткәрҙек. Туйға төрлө миләт вәкилдәре булған (Тыва, Яҡут республикаларынан) 12 иптәштәре килде. Башҡорт халҡының милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли аш-һыуына иҫтәре китеп, шундай ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле сарала ҡатнашыуҙарына ҡыуанып ҡайтып киттеләр. Ике ҡаҙан аҫып ҡуйып ит бешерҙек, рус ҡоҙаларыбыҙҙы бишбармаҡ, ҡаҙы-ялы, ҡымыҙ, буҙа менән һыйланыҡ,--тип һөйләй балаларының ҡыҙыл туйҙары хаҡында әсә ҡыуанып.

Лилиә Алтынғужа ҡыҙының балалары, ейәнсәре тураһында һөйләгәндә күҙҙәре янып китһә лә, һүҙ иренә ҡағылһа, йөҙҙәре моңһоулана. Ни тиһәң дә улар 37 йыл бергә иңгә-иң терәп, татыу ғүмер итә.

-2024 йылдың 23 февралендә Әмиргә 60 йәш тулды. Һуңғы йылдарҙа ул үҙаллы эшләне, төҙөлөш бригадаһында йөрөнө. Бүләккә миңә мотоблок алып бирегеҙ, хужалыҡта ул ныҡ кәрәк ҡоролма, баҡса эшсен күпкә еңеләйтә, тине. Теләген үтәнек, һораған мотоблогын алдыҡ. Шунда уҡ уны эшләтеп ҡарағыһы килде, ҡар иреп бөтөп, яҙ етеүен түҙемһеҙләнеп көттө. 2 майҙа ейәнсәребеҙ тыуғас, бәпес күрергә Мәскәүгә барҙыҡ. Унда ятып сыҙай алманы, ҡайтайыҡтан һалдырҙы. Баҡса сәсер кәрәк, бәпесте күрҙек бит инде, тип өйгә ашҡынды,--тип һөйләй Лилиә Алтынғужа ҡыҙы.

Әжәле шулай тартып торғанмы, үрһәләнеүе бушҡа булмаған шул: 23 майҙа өр-яңы техникаһын һынап ҡарар өсөн ер һөрөргә сыҡҡанда һабаны салбарын эләктереп алып өйрәлтә һәм аяғын ныҡ йәрәхәтләй. Эшләгәндә ҡулайлы була тип ир ҡул менән газ бирә торған ҡулайламаһын изолента менән нығытып ҡуя. Шуға ла балағы эләккәс тә техникаһы туҡтамай, артабан эшләүен дауам итә. Дауаханала табаптар ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй. Йәшәү өсөн мөһим ҡан тамырҙары өҙөлгән булып сыға. 10 июндә инсульт кисерә. 24 июндә инде күҙҙәрен мәңгелеккә йома...

Әмир Бурановтың эшкә шәп ир-егет булыуын йортоноң күркәмлеге, ихатаһының төҙөклөгө лә иҫбатлай. Бурановтарға өйҙө институт етәкселеге бирә. Хужалыҡ блогын, гараж, мунсаны Әмир үҙе төҙөй.

Ҡатыны әйтеүенсә, улар өйләнешкәс, Икенсе Этҡолға йыш ҡайталар. Ҡайныһы кейәүен эшкә өйрәтә: бергәләшеп бесән сабалар, бура бурайҙар. Балта эшенә оҫталыҡҡа ла ул ҡайныһынын өйрәнә. Мәрхүм ҡайны-ҡәйнәһенең өйөн тыштан балҡытып ремонтлап ҡуя. Баҡса үҫтереүгә әүәҫ була, участкаларында емеш ағастарының төрлөһө үҫә. Емеш-еләкте лә, йәшелсәне лә Әмир Ғәле улы үҙе сәсә һәм ҡарап үҫтерә.

-Әмирҙең атаһы минең ағайым Ғәле Ғилмитдин улы ла эшкә әрһеҙ булды,--тип Гәүһәр Дәүләтша ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылды.-Ҡарамалы ла ғына Ғәле ағайым 4 өй һалды. Тәүгеһе таштан булһа, ҡалғандарын буранан күтәрҙе.

Әмир Бурановтың атаһы ветврач Ғәле Ғилмитдин улын да ауылдаштары ҡурайсы, оҫта фокусник булды тип тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Ауылда гел концерттарҙа ҡатнашып, сәхнә түренән төшмәй. Күңеле тулғанда шиғырҙар ҙа яҙа. Уның атаһы иһә Ғилмитдин Мостах улы Буранов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. «Хәтер китабы»нда уның тураһында 2 документ бар: рядовой Ғилмитдин Мостах улы Баймаҡ районының Баймырҙа ауыл советына ҡараған Ҡарамалы ауылында 1908 йылда тыуған. Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың авгусында һуғышҡа алынған. Хеҙмәт иткән урыны 142 п. 1941 йылдың 15 октябрендә хәбәрһеҙ юғалған.

Гәүһәр апай журналист алып киләм тигәс, Фәрит ҡустыһы менән килене ағайы йортона ашығып килеп инде.

-Әмир ағайым менән Лилиә еңгәйемә шул тиклем рәхмәтлемен. 1978 йылда минең әсәйем, Әмир ағайҙың бер туған апаһы Рәмзиә фажиғәле һәләк булғанда миңә 3 йәш кенә була. Өләсәйем Рәхилә менән Ғәле ҡартатайым мине ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерҙе,--тип һөйләне Әмир Бурановтың ҡустыһы Фәрит, ағаһын тик яҡшы яҡтан хәтерләп.-Мин армияға киткәс, өләсәйем минең өсөн ныҡ ҡайғырып мәрхүмә булған. Күп тә тормай ҡартатайым да баҡыйлыҡҡа күсте. Шулай итеп, мин икенсегә етем ҡалдым. Шул ауыр мәлдә мине ағайым менән еңгәйем ҡанаты аҫтына алды,--тип рәхмәттәрен белдерҙе Фәрит ҡустыһы.

Бурановтар егеткә кәләште ситтән эҙләмәй, Лилиә Алтынғужа ҡыҙының ауылы Икенсе Этҡолдан Розалия исемле ҡыҙға өйләндерә. Йәштәр Баймаҡ районының Сибайға терәлеп ятҡан Калинин ауылында төпләнә. Улар 3 балаға—Салауат, Фидан, Динәгә атай-әсәй булып китә. Фәрит вахта ысулы менән йөрөп мал тапһа, ҡатыны Розалия ашнаҡсы булып эшләй.

Әмир ағайым шәп балыҡсы ла булды. Урал йылғаһына кәмә менән төшөп рәхәтләнеп балыҡ тотор ине. Ағайым мәрхүм булғас Лилиә еңгәй кәмәһен минең Фидан улыма уның төҫө итеп һаҡла, ҡуллан тип бирҙе,--тип һөйләй Фәрит ҡустыһы.-Әмир ағайымдың, әсәйемдең хәҙер бер генә туғаны Ғәлим Ғәле улы Буранов ҡына иҫән. Уның 5 балаһы бар, ғаиләһе менән Соль-Илецкиҙа торалар. Үҙе лә, балалары ла Ислам тәғлимәттәрен тотоп, Хаҡ Тәғәлә ҡушҡанса йәшәйҙәр.

Бурановтарҙың өйөнән сыҡҡанда верандарының быяла ишеге аша күренгән музейға индек. Унда нимә генә юҡ: боронғо ҡомартҡыларҙан башлап бөгөнгө көнгө әйберҙәр: ҡорал, һауыт-һаба, үтек, аҡсалар, телефондар, значок, миҙалдар, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, йөн тетеү, иләү ҡорамалдары, тирмән һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттар бырыһы ла килештереп урынлаштырылған. Айырыуса музейҙа Әмир Ғәле улы ағастан һырлап эшләгән ҡул эштәре күҙҙең яуын ала. Ошонда уҡ ул үҙ ҡулдары менән төшөргән һәләк булған ике апайының портреттары, башҡа билдәле шәхестәрҙең һүрәттәре һаҡлана.

Музейҙан һуң гаражына һуҡлыҡтыҡ.

-Мотоблогы тора, үҙе юҡ,--тип көрһөндө Лилиә Алтынғужа ҡыҙы. Гаражы ла мини-музей кеүек, һәр нәмә ҡыҙыҡлы һәм килешле итеп стенаға беркетелгән.

Әмир Ғәле улының фажиғәле үлеменә мотоблогы сәбәпсе генә булған. Был ерҙә ашар ризығы, һулар һауаһы бөткән, тимәк. Үҙе юҡ, әммә уның матур эштәрен, ҡылған изгелектәрен ҡатыны, балалары, туғандары онотмай, уға аят бағышлата, теге донъяла йәне тыныслыҡ тапһын тип доға ҡыла.

Гөлдәр Ҡадаева.

фотолар Бурановтарҙың шәхси архивынан

Яҡшы эштәре ҡалды
Яҡшы эштәре ҡалды
Яҡшы эштәре ҡалды
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас