

Сәйәхәтсе Миңлегөл ханым
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән Миңлегөл Фәйзуллина быйыл 70 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫҡан. Был осорҙа ул уҙған тормошона байҡау яһап, башҡарған эштәрен, ҡылған изгелектәрен барланы.
Тыуған ауылы мәктәбендә уҡып, шунда кейәүгә сығып, шунда уҡ эшләй ул. Әсәһе машина аҫтына ҡалып ҡазаланғас, уны баға. Инде аяҡҡа баҫтырҙым тигәндә, уны тағы ла машина тапай. Тамам зәғифләнгән ҡәҙерлеһен ҡарау бурысы тағы ла ҡыҙы иңенә төшә. Бала саҡтан бер-береһен белгән, дуҫлашып йөрөгән егетенә кейәүгә сыға. Оҙаҡ көттөрмәй мөхәббәт емештәре булып улдары тыуа. Әммә юҡҡа ғына үпкәләшеү арҡаһында улар араһында низағ сыға. Миңлегөл улын алып ирен инәлтеп алырға ғына әсәһе янына ҡайтып китә. Шул арала уларҙың араһына яттар тығыла һәм йәш ғаилә тарҡала. Ир бирмәк—йән бирмәк, тиеүҙәре раҫ, Миңлегөл ныҡ ҡайғыра, әммә һыр бирмәй: баш-көллө эшкә бирелә (Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһының китапханаһында эшләй), зәғиф әсәһен хәстәрләй, улын кеше итәм тип тырыша. Тик ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтергән ғәзиз балаһының ғүмере бик ҡыҫҡа була...Ир ҡайғыһы—итәктә, бала ҡайғыһы йөрәктә булыуына ҡатын шунда ныҡлы төшөнә. Ауыр ҡайғыһын хәмер менән баҫып маташа. Тик унан тағы ла упҡынға тәгәрәүен ваҡытында аңлай һәм Аллаһ Тәғәләгә һыйына.
-Раббым мәрхәмәтле, рәхимле, тик ул миңә тура юл күрһәтте. Ул ҡушҡанса хәрәмдән тыйылып, хәләлгә ынтылып йәшәү, намаҙ уҡыу, һәр бер ғәмәләбеҙҙе тик уның ризалығы өсөн ҡылыу, биргән ниғмәттәренә рәхмәтле булып, шөкөр итеп йәшәй башлау ғына мине күп нәмәнән йолоп алып ҡалды. Ҡара ҡайғыларым да баҫылды, сөнки ҡасандыр минең дә был ерҙә үтәй торған бурыстарым бөтә һәм мин дә яҡындарым янына ҡайтам. Эйе, эйе ҡайтам, унан килдек, уға ҡайтабыҙ. Кемдер иртәрәк ҡайта, кемдер һуңыраҡ. Үлем бит һуңғы инстанция түгел, Аллаһ Тәғәлә барыбыҙ ҙа ҙа кире терелтә һәм ҡиәмәт көнөндә был донъяла ҡылған һәр ғәмәлебеҙ өсөн яуап аласаҡ. Шунан ҡурҡырға кәрәк, ә үлемдән түгел. Әгәр ҙә һәр эшебеҙҙе бисмилланан башлаһаҡ, ул ҡушҡанса ғына йәшәһәк, сират күперен үтеү күпкә еңел буласаҡ һәм беҙ белмәйебеҙ, ул белә, бәлки урыныбыҙ ҙа ожмах түрендә булыр. Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәмәйбеҙ икән, ожмах ишектәре лә асылмаҫ, тамуҡ та бар нәмә,--тип һөйләй Миңлегөл Фәйзуллина, Ислам дине тәғлимәттәрен өйрәнеү уның тормошон ҡырҡа үҙгәртеүенә баҫым яһап.
Дин Миңлегөл ханымды рухи яҡтан нығытһа, күңел төшөнкөлөгөнән уны сәйәхәт ҡотҡара. 2017 йылда ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Выборг тарафтарына барып тәүге тапҡыр сәйәхәттең тәмен татый һәм шунан бирле юлда. Юлдыбайҙағы авария хәлендәге йортона ҡайтып инә лә тағы ла донъя гиҙергә сығып китә. 2018 йылда Абхазия, Сухим, Гагр, Пицунданы барып күреп Ҡара диңгеҙҙә һыу инә. 2019 йылдың Дағстанға турист булып барһа, декабрҙә уға Ҡытайҙың Хайнянь утрауын күреү насип була. 2020 йылда Кавказ тауҙарына күтәрелә, 2021 йылда Ҡырымға юлы асыла. 2022-2024 йылдарҙа Осетия, Ҡабарҙы Балҡар республикаһына сәйәхәт ҡыла. 2022 йылда уның иң ҙур хыялы тормошҡа аша—13 көнгә Хажға умраға бара. 2025 йылда иһә ысын хаж ҡылыу, йәғни Ҡорбан ғәйетендә изге урында булып, хаж ғәмәлен тулыһынса үтәү бәхетенә ирешә. Башҡортостан, Татарстанды, күрше өлкәләрҙе хажиә Миңлегөл ханым арҡыры-буйға гиҙгән, уларҙың барлыҡ матур ерҙәрен күреүгә өлгәшкән.
-Яңы урындар, кешеләр менән танышыуҙан, тормош тәжрибәмде байытыуҙан ләззәт алам. Минең өсөн сәйәхәт--ял итеү генә түгел, ә үҙ-үҙемде танып белеү, донъяға башҡа күҙлектән ҡарау мөмкинлеге лә,--ти сәйәхәтсе Миңлегөл апай.-Яңы илдәр, мәҙәниәттәр, тәбиғәт күренештәре дәртләндерә, уйланырға мәжбүр итә. Сит мөхит үҙ көсөмдө, сыҙамлығымды, яраҡлашыу һәләтемде тикшереп ҡарау мөмкинлеге лә бирә. Төрлө илдәрҙән кешеләр менән аралашыу донъяға ҡарашты киңәйтә.
Сәйәхәт ҡатынды йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә лә өйрәтә. Ул оҙон юлға сығыр алдынан документтарҙы алдан әҙерләргә, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙарҙы запас менән алырға, таныш булмаған урындарҙа уяу булырға, яңы кешеләр менән аралашырға тартынмаҫҡа кәрәклеген яҡшы белә.
-Күптәр сәйәхәт итеүемде белгәс тә ҡайҙан аҡса алаһың тип һорай. Пенсиям бик күп түгел, шулайҙа уны һаҡсыл тотоноп, йыйырға күнеккәнмен. Йәй сәйәхәттә йөрөһәм, ҡыш айҙары сиделка булып эшләйем. Башлыса түшәктә ятҡан ололарҙы ҡарайым,--ти Миңлегөл ханым.
Гөлдәр Ҡадаева.
фотолар Миңлегөл Фәйзуллинаның шәхси архивынан.