

Семинарҙың үткәрелеү урыны итеп Сибай институты һайланыуы юҡҡа түгел. Уҡыу йортонда йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла. Бында дүрт музей эшләй, түңәрәктәр бар, һәр төрлө саралар уҙғарыла. Семинарҙа ҡатнашыусы тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов та йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүҙәге ғаилә, мәктәптән тыш, музейҙарҙың роле баһалап бөткөһөҙ икәнен белдерҙе.
—Бөгөн тарих боҙолоп күрһәтеү сәбәпле, донъяла ни барғанын күрәбеҙ. Дөрөҫөн йәштәр белһен өсөн мәктәптәрҙә тарих фәненә иғтибар йүнәтелә. Быйыл сентябрҙән «Беҙҙең төбәк тарихы» уҡытыла башлай. Бынан тыш, тәрбиәүи сараларға баҫым яһау зарур. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында балаларыбыҙға һөйләрлек ветерандар ҡалманы тиерлек. Был саҡта беҙгә музейҙар ярҙам итә. Беҙ кемде тәрбиәләйбеҙ—ил шуның ҡулында. Ата-бабалар ҡалдырғанды беҙ артабан тапшырырға бурыслы. Бының өсөн «патриотизм» тип ҡысҡырыу мөһим түгел, ә еребеҙҙе яратырға өйрәтер кәрәк. Бөгөн күптәр сит илгә ҡыҙыға, ә ул «әкиәт донъяһы» беҙҙең өсөн түгел. Махсус хәрби операция башланғас та, сит илгә ҡасыусылар булды. Барыбер ҡайттылар. Һәр кем үҙ илендә генә кәрәк һәм ул илде һәр кем яратырға, һаҡларға тейеш,—тине үҙ сығышында Рәмил Нәсибулла улы һәм республикабыҙҙа асылған мемориаль таҡталар, һәйкәлдәр хаҡында һөйләне.
Өфө тарих музейы директоры Тимур Ильясов «Уҡытыусыларға һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәргә Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлеге әҙерләгән цифрлы проекттарҙың ярҙамы» хаҡында сығыш яһаны.
—Беҙҙең йәмғиәт бүлеге сайтында 79 сығанаҡтан 35000 материал бирелгән, әсбаптар күрһәтелгән. Методик әсбаптарҙан тыш, аудио һәм видеолар, тестар, энциклопедия, документтар бирелгән. Видеолар 10 минутлыҡтан 1,5 сәғәткә тиклем. Шулай уҡ төрлө фотолар бар,—тине ул.
Башҡортостандың Хәрби Дан республика музейы директоры Илшат Үтәев иһә Хәрби Дан республика музейының проекттары хаҡында һөйләне.
—Ғәҙәттә, 23 февралдә, 9 майҙа беҙгә сираттар теҙелә. Әммә был көндө көтмәгеҙ, йыл буйына эшләйбеҙ. Беҙҙә ҡыҙыҡлы материалдар бик күп. «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында ҡыҫҡа ғына фильмдар ҙа бар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фашист самолеты торбаһынан ҡурай эшләнһә, хәҙер гильзаларҙан эшләйҙәр. Ул ҡурайҙар беҙҙә бар. Һәр төрлө яуҙар, яугирҙәр хаҡында белешмәләр табырға була. Шулай уҡ төбәктәрҙә күсмә музейҙар ойошторабыҙ. Килегеҙ, балалар үҙ күҙҙәре менән күрһен,—тине Илшат Ислам улы.
Семинарға йыйылыусаларға тарих фәндәре кандидаты, ижтимағи-мәҙәни инициативаларҙы үҫтереү буйынса «Мәҙәни-ара партнерлыҡ үҙәге» йәмғиәте директоры Валентина Латыпова онлайн бәйләнешкә сығып, «Дошман тылындағы фронт» базаһын булдырыу тураһында бәйән итте. Был базаға Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге партизандар хаҡында мәғлүмәт йыйыла. Бында ҡоро исемлек кенә түгел, булған тик-лем тулы белешмә бирелә.
Сибай ветерандары рәйесе, отставкалағы полковник Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов иһә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, элек хәрби-ялан йыйындарын, ветерандар менән осрашыуҙы балалар бик ныҡ оҡшатыуын әйтеп, ошо юҫыҡта эшләү отошло булыуын белдерҙе. Сараға саҡырылған ҡунаҡ—Сибайҙа урта быуаттарҙағы тарихты сағылдырыусы этнопаркка нигеҙ һалыусы Дмитрий Глухов иһә мәктәп уҡыусыларын үҙ паркында көтөүен белдерҙе. Этнопаркта бик ҡыҙыҡлы дәрес үткәрергә була. Бында хәрби кейемдәрҙә уйындар ғына уҙғарылмай, ә шул мәлдәге халыҡтар көсебе, шөғөлө күрһәтелә.
—Семинар бик ныҡ оҡшаны, бай мәғлүмәт алдыҡ. Төрлө тәҡдимдәр, фекерҙәр ишеттек. Шунан сығып маҡсаттар ҡуйҙыҡ,—тине сараға килеүсе Иҫке Сибай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсинә Юлай ҡыҙы Сибаева.
Резеда Усманова.