

Йылайыр районында батырлыҡ дәрестәре үтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Фәдис Сәғитов Башҡорт гимназияһында һәм Йылайыр ауылының Н.Р.Иреков исемендәге урта мәктәбендә булды. Ул үҙенең хеҙмәт тәжрибәһе һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уҡыусыларға һалдат көндәре нисек үтеүе, махсус операциялар барышында алған наградалары тураһында һөйләне. Малайҙар уға махсус операция шарттарында көнкүреш, хәрби хәрәкәттәр алып барыу тураһында күп ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә. Малайҙар конкрет миҫалда ысын геройҙарҙың йәнәш йәшәүен, батырлыҡтың, Ватанға һөйөүҙең бәләкәй эштәрҙән, бер-береһенә ярҙам итергә һәм дөйөм яҡшылыҡ өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә әҙер булыуҙан башланыуын күрҙе. Әлеге ваҡытта Фәдис Үркәс ауыл советы депутаты һәм башлығы.