

Аҡморон урта мәктәбен тамамлағас та документтарын Өфө дәүләт медицина университетына тапшыра. Атаһының кәңәше буйынса терапия бүлегенә уҡырға инә.
—Атайымдың ауылдаштарының сәләмәтлеге һағындағы фиҙаҡәр хеҙмәте мине илһамландырҙы. Әсәйем дә бар ғүмерен медицинаға бағышланы. Мәктәп йылдарында уны йыш ҡына дежурға оҙатып йөрөнөм, ярҙам иттем. Атай-әсәйем минең өсөн һәр саҡ өлгө булды. Эштәге ауыр осраҡтар, уларҙы нисек хәл итеүҙәре тураһында һөйләй торғайнылар. Әле лә күп пациенттар атайымды бик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Уларҙың юлын дауам итә алыуыма бик шатмын,–тип йылмая Гөлнара Тимербулат ҡыҙы.
Йәш белгес булараҡ, хеҙмәт юлын 2014 йылда Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында башлай һәм 2019 йылға тиклем шунда эшләй. Буласаҡ тормош иптәшен Ринат Марат улын да тап дауаханала осрата. Был ваҡытта Ринат Сәйфуллин Сибай медицина колледжын тамамлап, Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам күрһәтеү» хеҙмәтендә фельд-шер булып эшләргә һәм Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дәүләт медицина университетына уҡырға инергә лә өлгөргән була. Юғары белем алғандан һуң, 2019 йылда Баймаҡ үҙәк дауаханаһында участка терапевты була. Йәштәр өйләнешкәс, баш ҡалаға юллана. Гөлнара Тимербулат ҡыҙы Өфөнөң 44-се поликлиникаһында кардиолог булып эш башлаһа, Ринат Марат улы Башҡорт дәүләт медицина университетында врач-невролог һөнәре буйынса ординатура үтә. Ошо осорҙа баш ҡаланың шәхси наркология клиникаларының береһендә эшләй. Тормоштарын йәмләп, ҡыҙҙары Йәсминә донъяға килә. Әле уға дүрт йәш.
Артабан Сәйфуллиндар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына эшкә ҡайта. Береһе—участка табип-терапевты булһа, икенсеһе—Бикеш ауылы табип амбулаторияһы мөдире һәм участка табип-терапевты. Бикеш ауылы бүлексәһенә Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай, Байым, Бикеш
ауылдары ҡарай.
Көн һайын Баймаҡ ҡалаһынан Бикеш ауылына йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, Ринат Сәйфуллин үҙ эшен яратып башҡара. Халыҡ та йәш табипты үҙ һөнәренең оҫтаһы булғанлығына, табиплығы— Хоҙайҙан икәнлеген белеп, йылы ҡабул иткән. «Ниһайәт, уңдыҡ табиптан. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә береһен дә яуапһыҙ ҡалдырмай. Сәғәтем тулды тип, ҡайтып китмәй, сирлеләрҙең барыһын да ҡарап, дауалап сығара. Ауырыу кешегә ҡайһы саҡта йылы һүҙ ҙә дауа»,—ти пациенттары. Көнөнә яҡынса 40-ҡа яҡын кешене ҡабул итергә тура килә уға.
Ә Баймаҡ ҡалаһының дүртенсе участкаһын хеҙмәтләндергән Гөлнара Тимербулат ҡыҙы 2256 кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Табип-терапевт көнөнә 35-40 сирлене ҡабул итә, саҡырыуҙар буйынса пациенттарҙың өйҙәренә лә йөрөргә тура килә уға. Һуңғы ваҡытта онкология сиренең йыш осрауы, бигерәк тә йәштәрҙә лә булыуы Гөлнара Сәйфуллинаны хәүефкә һала. Шуға күрә табип һәр кемде үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы икәнлеген онотмаҫҡа саҡыра.
—Күптәр сир аҙып киткәс кенә табипҡа мөрәжәғәт итә, ярҙам итке килә, әммә һуң булған осраҡтар ҙа бар. Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү күпкә отошло икәнлеген онотмаһындар ине. Ябай ғына күренгән кеүек булһа ла йылына бер тапҡыр булһа ла табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, медицина тикшеренеүҙәре үтегеҙ, үҙ һаулығығыҙға битараф булмағыҙ,—ти Гөлнара Сәйфуллина.
Ирле-ҡатынлы табиптар даими рәүештә белемдәрен камиллаштыра. Гөлнара Тимербулат ҡыҙы кардиология буйынса ла белем туп-лап, әле табип-кардиолог булып та сирлеләрҙе ҡабул итһә, Ринат Марат улы табип-невролог булараҡ пациенттар араһында ҙур абруй яулап өлгөргән.
Буш ваҡыттарын Сәйфуллиндар ҡыҙҙары Йәсминә менән бергә үткәрергә тырыша, күмәкләшеп тәбиғәт ҡосағына сығалар, балалар өсөн булдырылған уйын һәм ял итеү урындарында йыш булырға тырышалар. Ата-әсәләренең юлын дауам итергә уйлап, әле үк Йәсминә ҙурайғас аҡ халат кейергә хыяллана. Тик әлегә ул теш табибы булып уйнай, ҡурсаҡтарының тешен дауалай. Кем белә, бәлки, Йәсминә лә аҡ халатлылар династияһын дауам итеп, ата-әсәһе кеүек табип та булыр әле...
Кәримә Усманова