

Баймаҡ районының "Ватанды Һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары яугирҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе "Еңеү Диктанты"акцияһына йәлеп итте.
Шәриф Урал улы Ямантаев - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша. Яраланып демобилизацияланған. Ул - Тыуған иленең ысын патриоты һәм батырлыҡ өлгөһө. Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн бик күп наградаларға эйә.
Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы Ямантаева—Шәрифтең әсәһе, Баймаҡ районы ветерандар советының көмөш ирекмәне. Көн һайын "Һаҡлаусы Фәрештә"ирекмәндәр штабында маскировка селтәрҙәре үреүгә йөрөй.
Алдырханова Альмира Зәбир ҡыҙы, һәләк булған яугир әсәһе, 21 йыллыҡ стажы булған башҡорт теле уҡытыусыһы. Уның улы, өлкән сержант Фәрит Филкат улы, үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм батырҙарса һәләк була.
"Еңеү диктанты" - төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән ҙур акция. Ул Еңеүҙең бөйөк әһәмиәтен иҫкә төшөрә һәм илдең героик үткәне тураһында белемен тикшерә.