

Башҡорт «Митхун»ы менән танышырға теләп Түбәнге Иҙрискә юлландыҡ. Таҙа ихаталы, күркәм, төҙөк йортта беҙҙе уның кәләше ҡаршы алды. «Һеҙ Мандакинимы?»,—тип шаярттыҡ беҙ йорт хужабикәһенә. Фирүзә Фауарис ҡыҙы менән бер аҙ әңгәмәләшкәс, «Митхун ағай» ҙа ҡайтып инде. Ғәфүр Ғәлиулла улы Йәнғолов икән ул. Гармунсы ағай оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында—Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда эшләгән.
—Атайым һунарсы ғына булманы, йыр-моңға ғашиҡ ине, ҡурайҙа уйнаны, мәктәп балаларына ҡумыҙ эшләп бирә ине. Билдәле үҙешмәкәр композитор Юлай Моратовтың атаһы Хәким ағай менән дуҫ булдылар, смотрҙарҙа ҡатнаштылар. Ә мин бәләкәйҙән гармун уйнаным. Туй-мәжлестәргә алып йөрөнөләр, үҙенә күрә тамада ла булып бөтөлдө. Әле ауылдағы «Еҙ төймә» ансамблендә йөрөйөм. Етәксебеҙ Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халиҡова ме-нән төрлө фестиваль-концерттарҙа ҡатнашабыҙ. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ансамблгә 6 яңы гармун биреүҙәре һөйөнөслө,—ти Ғәфүр ағай.
Йорт хужаһы үҙе 5 балалы ғаиләлә үҫһә, кәләше Фирүзә апай 9 балалы ғаиләлә буй еткергән. Шуғалыр ҙа үҙҙәре лә 9 балаға ғүмер биргән.
—3-сө кластан атайға эйәреп колхоз эшендә йөрөнөм. Бесәнгә барғанда Бөрйән районы Байғаҙы ауылы йәйләүендәге ҡыҙҙарға күҙ ата инек. Фирүзә менән дә шулай таныштыҡ. 1991 йылда өйләнештек,—тип йәш саҡтарын иҫкә алды Ғәфүр Ғәлиулла улы.
Йәнғоловтарҙың өлкәне Нәркәс Бөрйән районында кейәүҙә, бер ул үҫтерә. Әлфинур, Гөлфинә, Аҡйондоҙ, Гөлфиә, Дилбәр Сибайҙа йәшәй. Илфат көҙ әрменән ҡайтып, вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Илгизәләре—студент, ә кеселәре Илсиә ауыл мәктәбен тамамларға йыйына.
—Мортаза Рәхимов ҡулынан миҙал алдым, Сибайҙан өс бүлмәле фатир ҙа, «Газель» дә бирҙеләр. Мин килен булып килгәндә ҡайным мәрхүм булған ине, ҡәйнәм беҙҙең менән йәшәне. Ул оҫта таҡмаҡсы булды, һабантуйҙарға 80 йәште үтһә лә йөрөй торғайны. Ғәфүр менән ҡәйнәм талантлы булғас, концертҡа сыға ла китә ине, минең ундай һәләт булмағас, балалар менән ҡала инем,—тип көлә Фирүзә апай.
Хужабикә һауынсы, унан почтальонка булып эшләгән. Күмәк бала әсәһе булараҡ, 50 йәштә пенсияға сыҡҡан. Әле гөл, баҡса үҫтерегә ярата. Ә Ғәфүр ағай әле лә урындағы эшҡыуарҙарҙа таш сығарыуҙа эшләй. Буш сағында ҡулына гармун ала.
—Элек бигерәк күңелле йәшәнек. Ҡыш етһә, пар аттар егеп, ҡыш бабай булып кейенеп, урам буйлап китә инек. Йыл да еңеү яуланыҡ, «Супер ҡыш бабай» исеме биреп бөттөләр. Ә балаларға ҡапҡа янына төрлө һындар эшләп, биҙәп ҡуя инек. Тәүҙә үҙебеҙҙең балалар ғына йөрөһә, аҙаҡ башҡалар ҡушылды, һындарҙың буяуына буялып йөрөй торғайнылар,—ти Ғәфүр ағай.
Бөгөн Йәнғоловтар балаларының уңыштарына һөйөнөп, уларҙың ялға ҡайтҡанын көтөп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп матур ғүмер кисерә.
Иҙрис «Митхун»ы йыры менән генә түгел, матур ғаиләһе менән дә һоҡландырҙы.
Резеда Усманова.