Замандаш
24 Апреля , 06:45

Бер уйлының ояһы ныҡ

Ҙур һәм татыу ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Ир менән ҡатындың бер уйлы, бер маҡсатлы булыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Хәсәновтар ҙа шундайҙарҙан. Улар менән осраҡлы ғына таныштым.

Бер уйлының ояһы ныҡБер уйлының ояһы ныҡ
Бер уйлының ояһы ныҡ

Баймаҡ ҡалаһына беҙ төрлө сәбәптәр менән йыш киләбеҙ. Хәҙер ҡала буйлап төрлө магазин, ашхана, кафеларҙы эҙләп йөрөү кәрәкмәй, улар аҙым һайын. Һуңғы ваҡыт «Имран» кафеһына барырға ғәҙәтләнеп алдыҡ. Тәүге ингәндә үк кафе хеҙмәткәрҙәренең алсаҡлығы, аш-һыуҙарының тәмлелеге менән иҫтә ҡалды. Һуңғы барғанда касса артында торған ханымға иғтибар иттем. Үҙ дәрәжәһен, эшен белгән, тура һүҙле, аяғында ныҡлы баҫып торған Хәсәнова Гөлназ Нурғәле ҡыҙы булып сыҡты. Һүҙҙән-һүҙ сығып һөйләшеп киттек. Ошо йәмле, йыйнаҡ кафеның хужабикәһе икән.
Хәсәновтар эшҡыуарлыҡҡа 2005 йылда килә, үҙҙәрен төрлө һатыу өлкәһендә һынап ҡарайҙар. Гөлназ нурғәле ҡыҙы тормош иптәше Руслан Рәмил улы ниндәй эшкә тотонһа ла эштәре уңа, һүҙҙәре берегә. Балалар өсөн төрлө атракциондар, батуттан һикереү, каруселдә әйләнеү кеүек уйындарҙы ла ойоштора улар. Миҙгел ябылғас был эштәре туҡтап ҡалған.
Ялһыҙ эшләгән кафеларында береһенән-береһе уңған, тырыш ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Уларҙың һәр береһе тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтә хужабикә. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар бер урында эшләүсе Наталья Илбулова ашнаҡсы ғына түгел, идарасы ла. Эльвира Алтынбаева күп йылдар тәмле икмәк бешерә. Ул Татьяна Новокшонова, Наталья Шәмсетдинова менән һатып алыусыларға ниндәй генә икмәк ризыҡтары әҙерләмәй. Тырышлыҡтары менән 15 төрлө бөйөрөк, ваҡ бәлештәр, һәр төрлө кондитер изделиелары етештерелә. Бында барыһы ла хәләл. «Эшебеҙ ауыр булһа ла, сменалап эшләүе уңайлы, хеҙмәт хаҡы ла тотороҡло»,—ти улар ҡәнәғәтлек белдереп.
Киләсәктә Хәсәновтар һатып алыусыларға бөтә шарттар булдырырға ниәт итә. Мосолмандар өсөн намаҙ уҡыу бүлмәһе эшләргә, һәр төрлө ҡаластарҙы ла үҙҙәрендә бешерергә уйлайҙар.
Булдыҡлы, заман менән бергә атлаусы Хәсәновтар өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Нәйлә Өфө ҡалаһында медицина колледжында белем ала. Икенсе ҡыҙҙары Мәликә—Баймаҡ ҡалаһы 2-се мәктәбенең IV класс уҡыусыһы. Өсөнсө бәпестәре Ринэлгә әле өс йәш.
Данлы, ҡеүәтле мәғәнәһен аңлатҡан «Имран» кафеһын тотоусы Хәсәновтарҙың үҙҙәре лә ҡеүәтле, данлы ғаилә булһын. Бар эштәрендә уңыштар теләйем!


Райхана Булатова, Билал ауыл китапханасыһы.
Баймаҡ районы.

Автор:
Читайте нас