

Матрайҙа беҙҙе улар менән таныштырырға теләп, фамилияларын әйтеү менән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ бейеү театры солисы Руслан Сөләймәнов иҫкә төштө. Яңылышмағанбыҙ. Нәҡ уның ата-әсәһе икән улар.
Любовь Марковна—украин ҡы-ҙы, Воронеж яғынан. Өлкәнең педагогия академияһын тамамлап, Башҡортостанға—Матрай ауылына уҡытырға килгәндә Сәлмән Хәйбулла улы менән танышҡан.
—Бик ҡыҙыҡ танышыу килеп сыҡты. Был 1971 йылда булды. Каникулға әхирәтем менән тыуған яҡтарға ҡайттыҡ та, кире Башҡортостанға килгәндә буран сыҡты. 4-се тәүлек киткәндә генә Сибайға самолет менән килеп төштөк. Артабан Йылайырға барырға кәрәк бит әле. Был яҡтарҙы йүнләп белмәйбеҙ ҙә. Әхирәт менән вокзал мөйөшөндә аптырап тора инек, Сәлмән килеп сыҡты. Ул Өфөнән ҡайтып килә икән. Бәхеткә, уның таныштары техникалы булды. «Бензовоз»дарҙа беҙгә лә урын табылды. Береһендә мин Сәлмән янына ултырып ҡайттым. Шулай танышып киттек. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек,—тип иҫкә ала йәш саҡтарын Любовь Марковна.
Бынан инде ярты быуаттан ашау улар иңгә-иң терәп йәшәй. Өс ул үҫтерәләр. Өлкәндәре Ринат һәм кеселәре Радик Сибайҙа тора, Руслан Стәрлетамаҡта. Улар ата-әсәһенә 6 ейән-ейәнсәр, 1 бүләсәр бүләк иткән.
—Мине ҡәйнәмдәр яҡшы ҡабул итте. Башҡалар менән башҡортса һөйләшергә ояла инем, ә бына ҡәйнәм менән ихлас аралаштым. Сөнки ул һүҙҙәрҙе яңылыш әйтһәм дә көлмәне. Ә балалар иһә ике телдә—русса ла, башҡортса ла һөйләшеп үҫте,—ти хаҡлы ялға сыҡҡансы Матрай мәктәбендә математиканан уҡытҡан Любовь Марковна.
—Тыуған яҡтарығыҙҙы һағынмай-һығыҙмы?—тигән һорауға ул: «Минең Сәлмәнем бында бит. Икебеҙгә бергә яҡшыраҡ»,—тип яуапланы.
Йәш сағында гаражда, МТМ-ла механик булып эшләгән Сәлмән Хәйбулла улы һәр яҡлап ҡатынына терәк булырға тырыша. Баянда уйнарға, бейергә яратҡан ғаилә башлығы улдарын эшкә генә түгел, бейергә лә өйрәтә. Юҡҡа ғына Русландары бейеүсе булып китмәгәндер! Бөгөн иһә ейән-ейәнсәрҙәре лә йыр-моңға ғашиҡ. Раушан исемле ейәндәре йырҙарға аранжировкалар ҙа эшләй.
Сөләймәновтар матур баҡса үҫте-реүе менән дә ауылда дан алған. Яҙ етһә, уларҙың ишек алдында алмағастар сәскә ата һәм хуш еҫе яҡын-тирәгә тарала. Уларҙың емештәре генә түгел, йорт хужалары үҙҙәре лә пар алмалай һәр кемде һоҡландыра.
Резеда Усманова.