Замандаш
21 Апреля , 10:40

«Мине ейәнем ебәрҙе»

Яугирҙең иң ҙур теләге—тиҙерәк донъя тынысланһын!

Сибай ҡалаһының Таусылар проспектында урынлашҡан «Фронтҡа ярҙам» ирекмәндәр төркөмө туҡтауһыҙ эшләй тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Бында йөрәге һәм аҡылы менән яугирҙәргә ярҙам кәрәклеген белгәндәр ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, дронға ҡаршы юрғандар, кейемдәр, бетеүҙәр әҙерләнә, мәрхәмәтле кешеләрҙән кәрәк-яраҡ йыялар һәм уларҙы алға ебәреү юлын хәстәрләйҙәр. Уларҙы ҡалала ғына түгел, ситтә лә беләләр.

Бөгөн проспект буйлап китеп барғанда, ойошма янында флагтар таҡҡан «Буханка»ны, яугир кейемендәге ир-егетте һәм уның янындағы апай-инәйҙәрҙе күреп туҡтаным. Танышып киттек. Ирекмәндәр Магнитогорск ҡалаһынан килгән «Металлург» позывнойлы уҙаманды оҙатырға йыйылған.

—Мин 2024 йылда контракт төҙөнөм. Инде бишенсегә яраланам. Дауаланғандан һуң, йәнә иптәштәрем янына ашығам. Барғанда буш бармайым, ылау тейәп китәм. Бына, өсөнсөгә «төйөнсөк төйнәнем». Егеттәр мине көтә. Халыҡҡа шул тиклем рәхмәтлебеҙ, улар ярҙам итмәһә, беҙ ни эшләр инек? Ҙур рәхмәт, сибайҙар,—тине ул.

Үтә йәш тә күренмәгән яугиргә ҡарап: «Һеҙгә нисә йәш?»—тип һораным.
—Мин әле йәш, 62 генә!—тип көлдө ул.

Ауырлыҡтар күп күреүенә ҡарамаҫтан, позитив булып ҡала белгән замандашыбыҙға һоҡландым. Уны өйҙә ҡатыны, өс ҡыҙы, бер улы, 13 ейән-ейәнсәре көтә.

—Ә ни өсөн Ватан һағына баҫтығыҙ?
—Себерҙә вахта менән эшләй инем. Бер ялымда телевизор ҡарап ятам, унда махсус хәрби операция тураһында һөйләйҙәр, хәрбиҙәрҙе күрһәтәләр. Йүгереп уйнап йөрөгән бәләкәй ейәнем ҡарап торҙо ла: «Ҡартатай, ә нишләп һин бармайһың? Ҡурҡаһыңмы?»—тип һораны. Шул саҡ минең йөрәгемдә нимәлер «ҡылт» итеп ҡалды. Мин былай өйҙә ятһам, ейәндәрем ни уйлар? Ҡартатайым ил һаҡларға ла бармаған бит тип әйтер тинем дә контракт төҙөнөм. Йәш саҡта бер нисә ай Афғанстанда булғайным, аҙмы-күпме тәжрибәм дә бар, тип тәүәккәлләнем,—ти «Металлург».

Яугир алғы һыҙыҡта иң ауыры дуҫтарҙы юғалтыу тип белдерҙе. «Бер-берегеҙгә өйрәнмәгеҙ тиҙәр. Ә нисек өйрәнмәҫкә? Көнө-төнө бергәбеҙ. Һәм бер көн килеп берәүһе күҙ алдыңда йән бирә... Өфөнән, Сибайҙан дуҫтарым күп булды. Иң яҡыны һәләк булғас, өс көн күҙемдән субырлап йәштәр аҡты»,—ти ул һағышланып.

«Металлург»ты «Фронтҡа ярҙам» ирекмәндәре доға ҡылып, именлек теләп, бетеү биреп, яугирҙәргә сәләм әйтеп оҙатып ҡалды. Уларҙың изге теләгенә мин дә ҡушылдым. Иҫән ҡайт, «Металлург»!

«Мине ейәнем ебәрҙе»
«Мине ейәнем ебәрҙе»
«Мине ейәнем ебәрҙе»
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас