Замандаш
14 Апреля , 11:10

Хыял бер—имен ҡайтыу

Хәйбулла районы ер аҫты ҡаҙылмаларына ғына түгел, ер өҫтөндәге хазиналары—кешеләре менән дә данлы. Ситтән ҡарағанда, бәлки, айырылып торған үҙенсәлектәрен дә күреп булмайҙыр, әммә улар бөтөн тәбиғәтле, төплө һәм бик ышаныслы. «Каспер» ҙа шундай.

Хыял бер—имен ҡайтыуХыял бер—имен ҡайтыу
Хыял бер—имен ҡайтыу

 Уны үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә алған Татьяна һәм Станислав егеткә бар күңел йылыһын биреп үҫтерә. «Каспер» (йәһүрәттән алынған позывной) Аҡъярҙа тау колледжын тамамлай һәм, күп кенә яҡташтары кеүек, ер аҫты ҡаҙылмалары менән бәйле һөнәрҙә эшләргә теләй. Әммә яҙмыш башҡаса хәл итә. 2021 йылда уны армияға саҡыралар. Армия тормошо аҙ һүҙле, тыйнаҡ егеткә оҡшап ҡала. Ул үҙенең урыны бында икәнен аңлай. Контрактҡа ҡул ҡуя һәм хеҙмәт итә башлай. Ә махсус хәрби операция башланғас, баштан уҡ Ватанды яҡлаусылар рәтенә баҫа. «Каспер» Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Уның эше, әгәр быны эш тип кенә атарға мөмкин икән, иң хәүефле һәм яуаплыларҙың береһе: ул водитель. Ә фронт водителе—руль бороусы ғына түгел. Ул универсаль кеше. Йөк коллонаһын йәки яугирҙәрҙе ут аҫтынан, емерелгән юлдарҙан, йәки юлһыҙ ерҙәрҙән алып йөрөй, ғәҙәттә төндә башҡарыла был эш. Ул бит механик, сапер, төҙөүсе, ашнаҡсы һәм кәрәк саҡта уҡсы. Яралыларҙы һәм ҡыйратылған техниканы эвакуациялай.

—Алғыһыҙыҡта күп нәмәне үҙләштерергә тура килә.Көн һайын нимәгәлерөйрәнәһең, юғиһә иҫән ҡалыу икеле.Хаттамин кем икәнемде әйтә алмайым.Барыһын да башҡарырға тура килә.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем «Каспер» үҙ ғаиләһен ҡороп өлгөрмәй. Әммә фронтта кеше ғүмеренең тиҙ үтеүен һәм һиңә бирелгән ваҡытты юҡҡа сарыф итеүҙең ни тиклем аҡылһыҙлыҡ икәнен аңлай. Шулай итеп, тыныс тормошта танышҡан һөйгәненә өйләнә. Улдары Тимофей, уның менән бергә дошманды тиҙерәк ҡыйратырға һәм өйгә ҡайтырға теләге тыуа.

—Алғы һыҙыҡтаһин ғаиләнең нимә аңлатҡанын күберәк аңлайһың. Бәлки, етем булғанға күрә, мин был һүҙҙең мәғәнәһен яҡшыраҡ аңлайым.

 Хәҙер яугир өсөн иң ҙур бәхет — өйгә ҡайтыу, ҡатынын ҡосаҡлау, улы менән уйнау.

«Ялдың һин теләгәнсә йыш бирелмәүе үкенесле»,—ти ул ауыр һулап.

Хоббиһы тураһында һорағас, «Каспер» йылмайыу менән: «Сигеү»,—тип яуапланы. Бәлки, шаяртҡандыр, бәлки, юҡтыр ҙа, мин аныҡлыҡ индермәнем. Сөнки экстремаль шарттарҙа кеше үҙенең көтөлмәгән яҡтарын аса. Алғы һыҙыҡ—ул алыштар ғына түгел. Был ауыр юғалтыуҙар. Уның күп кенә дуҫтары батырҙарса һәләк була. Сыҙамағандар ҙа була. «Каспер» уларҙы аңлай һәм хөкөм итмәй. Әммә хөрмәт итә алмай.

Яугир нимә тураһында хыяллана?

—Биш йыл эсендә нимә тураһында ғына хыялланманым,— «Каспер» йылмая, әммә уның йылмайыуы бик күңелле түгел.—Беләһегеҙме, ваҡыт үтеү менән артыҡ әллә нәмә тураһында хыялланыуҙан туҡтайһығыҙ. Бер генә теләк ҡала—ғаилә менән осрашырға, улды ҡосаҡларға. Ә тағы ла махсус хәрби операция  тиҙерәк тамамланһын һәм беҙҙең бөтәбеҙ ҙә иҫән ҡалыуыбыҙҙы теләйем.

 «Каспер» Маҡан ауылы халҡына һәм «Тыуған тыл» төркөмөнә рәхмәт белдерә.

Башҡортостанда ирекмәндәр сафына ҡабул итеү дауам итә. Хеҙмәт тураһында мәғлүмәтте түбәндәге телефон һандар буйынса аныҡларға мөмкин: 117 (берҙәм белешмә номеры), 122 йәки 8 (347) 218-19-19 (ситуацион үҙәк), 8 (347) 248-29-31 (һайлап алыу пункты). Шулай уҡ «минең документтарым» күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына йәки Өфөләге Революция урамы, 156 адресы буйынса хәрби комиссариаттың һайлап алыу пунктына килергә мөмкин.

 

Әнисә Янбаева.

Сығанаҡ: «Республика Башкортостан» гәзите.

 

 

Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас