Замандаш
14 Апреля , 04:15

Батыр улдар үҫтергән

Һәр көслө заттың, батыр ир-егеттең таянысы, көсө һәм иманы булып ҡатын-ҡыҙ тора. Ул иң ауыр ваҡытта ла рух ныҡлығын юғалтмаған ҡатыны, йәки юғалтыу ғазаптарына ҡарамаҫтан, яҡты хәтер һаҡлаған тол ҡатын булыуы мөмкин. Шулай ҙа иң бөйөк кеше—ил һаҡсыһын был донъяға тыуҙырған һәм ысын патриот итеп тәрбиәләгән әсәй. Шундай әсәйҙәрҙең береһе—Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында йәшәүсе Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы Байымова.

Батыр улдар үҫтергәнБатыр улдар үҫтергән
Батыр улдар үҫтергән

 

Уның фиҙакәрлеге һәм әсәлек көсө Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәте тарафынан булдырылған Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» йәмәғәт миҙалы менән билдәләнде.

Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы—күп балалы әсәй. Ире Рәшит Мөстәхетдинов менән бергә улар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдарының икеһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Кесе улы Ришат бай хәрби тәжрибәгә эйә, ул Чечнялағы локаль конфликтта ҡатнаша. Ә 2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға саҡырыла. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ришат бик күп наградаларға лайыҡ була, улар араһында «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн», «Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы», Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙалдары бар.

Өлкән улдары Тәлғәт үҙ теләге менән Ватанды һағына баҫа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Донецк Халыҡ Республикаһында Искра тораҡ пунктын алыу буйынса хәрби задание үтәгәндә уның ғүмере фажиғәле өҙөлә. Уның исеме мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә герой исеме булараҡ ҡаласаҡ. Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙының улдары—ғорурлыҡ, батырлыҡ һәм патриотизм өлгөһө.

 

 



Гөлназ Заманова, социаль координатор.

Батыр улдар үҫтергән
Батыр улдар үҫтергән
Батыр улдар үҫтергән
Батыр улдар үҫтергән
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас