+6 °С
Облачно
⚡️⚡️⚡️Кисә, 10 апрель Өфө ҡалаһында үткән “Взлетай” республика форумында педагогтарға юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында 53 йыл (!) ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, "Сибай" 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Әғзәм ҡыҙы Теләүҡабулованың булыуы ҡыуаныслы.🔥
Миңһылыу Әғзәм ҡыҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. 👍
💥Ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ