+2 °С
Облачно


Уның менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов осрашты.
«Башҡорт", армияла хеҙмәт итмәүенә ҡарамаҫтан, Ватанды яҡларға ҡарар итә. Бындай етди ҡарарҙы ул дуҫтары менән бергә ҡабул итә. Бер йыл эсендә хәрби хәрәкәттәр зонаһында ул штурмлау подразделениеһы яугиренән командирға тиклем юл үтә.
«Башҡорт»ҡа—28 йәш. Ул Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын һәм Ишембай нефть колледжын тамамлаған.
«Ул Сибайға туғандарын күрергә бер нисә көнгә генә килде һәм кире Өфөгә юлланды, унда уны ҡатыны һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙы көтә,»— ти ҡала башлығы Сергей Озерцов.
Яҡташыбыҙға именлек теләйбеҙ!