Күптән түгел Сибай ҡалаһында үткән «Самый классный «классный» конкурсында, үҙебеҙсә әйткәндә, «Иң шәп класс етәксеһе» ярышында Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Ишбулды ҡыҙы Хәмитова еңеүсе тип табылды. Был мөғәлимәнең тәүге еңеүе түгел. Быға ҡәҙәр ҙә ул уңыштарға өлгәшкәйне. 2012 йылда ҡала кимәлендә үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында 1-се урын яуланы. 2021 йылда ла ошо конкурста алдынғылыҡты бирмәне, республика кимәлендә «Ватанымда табам хәҡиҡәтте» номинацияһында билдәләнде. Ә 2022 йылда ҡала мәктәптәренең уҡытыусылар командаһы составында «Соты» республика педагогик марафонының зона этабында еңеүсе булараҡ, республика этабына сыҡты һәм финалистар рәтен тулыландырҙы.
Үҙенең ныҡышмаллығы, өлгөрлөгө, балаларҙы яратыуы һәм һөнәренә тоғролоғо өсөн коллегаларында ихтирам уятҡан Миләүшә Ишбулды ҡыҙы бала саҡтан булдыҡлы, тырыш була. Әбйәлил районы Асҡар ауылы ҡыҙы мәктәпте лә көмөш миҙалға тамамлай. Әсәһенән күргән—тун бескән, тигәндәй, ғүмеренең 40 йылын уҡытыусылыҡҡа бағышлаған әсәһе Мәүлиҙә Фауариз ҡыҙы Сабитоваға оҡшарға теләп, ул документтарын Сибай институтына бирә һәм башланғыс класстар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. 10 йылдан ошо уҡ уҡыу йортонда «Инглиз теле уҡытыусыһы» дипломын алыуға өлгәшә. Хеҙмәт юлын Әбйәлил районының Таштуй урта мәктәбендә башлай. 5 йыл тәжрибә туплағандан һуң, үҙенең төҙөклөгө, таҙалығы, ыҡсымлығы, театр-филармонияһы, ябай, ихлас халҡы менән үҙенә ғашиҡ иткән йәшлек ҡалаһы Сибайға килә. 2019 йылдан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында эшләй.
—Бала саҡ хыялым уҡытыусы булыу ине. Ул тормошҡа ашты. Атайым да, әсәйем дә китапты күп уҡыны, белемле, киң эрудициялы булыуҙары менән айырылып торҙолар. Телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән өсөн уларға рәхмәтлемен. Һеңлем Гөлфиә лә уҡытыусы һөнәрен һайланы. Ошо юҫыҡтан китеүемә һис үкенмәйем, ул—минең булмышым, эшемде яратам. Уҡытыусы замандан артта ҡалмаҫ өсөн һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә, эҙләнергә, үҙенә ҡарата талапсан булырға тейештер. Тимәк, был һөнәр кешегә бер урында торорға ирек бирмәй, беҙ гел үҫеш юлында. Хәҙерге уҡытыусы аралашыусан, һығылмалы, технологик яҡтан грамоталы, ижади, үҙ-үҙен үҫтереү һәләтенә эйә булырға тейеш тип уйлайым,—ти М.И.Хәмитова.
Уҡытыусының эше ни тиклем генә ҡатмарлы, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Миләүшә Ишбулды ҡыҙы үҙенең яратҡан шөғөлдәренә лә иғтибар бүлә. Һәр таң көс-ҡеүәт туплау өсөн саф һауала 10 мең аҙым эшләй, шунан дәртләнеп мәктәпкә килә. Кистәрен китап уҡырға, мәҙәни сараларға йөрөргә, һәр хужабикә кеүек тәмлекәстәр бешерергә, ә ялдарҙа сәйәхәт итергә ярата.
—Тормошомда осраған һәр кешенән нимәгәлер өйрәү, кисәге үҙемдән яҡшыраҡ булыу—маҡсатым,—ти ул.