Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
31 Март , 11:10

Алдынғылар иҫәбендә

Сибай уҡытыусыһы Башҡортостандың иң яҡшы 20 уҡытыусыһы исемлегенә инде!

Алдынғылар иҫәбендә
Алдынғылар иҫәбендә

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында профессиональ педагогик конкурстар еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Сара сиктәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» ярыштарына йомғаҡ яһалды. Улар араһында Сибай» 3‑сө республика полилингваль күп профилле гимназия‑интернатының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Эдуард Ирек улы Бикташев та бар. Ул республиканың иң көслө 20 педагогы иҫәбенә инде һәм Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы менән бүләкләнде. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән булдырылған был награда белем биреүҙән тыш, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә күңелен һалған уҡытыусыларға тапшырыла. Миҙал юғары профессионализм кимәлен һәм педагогик талантты символлаштыра. Эдуард Ирек улын лайыҡлы баһаланыуы менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас